Третьяков Владимир Всеволодович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Третьяков Владимир Всеволодович (6 ғинуар 1890 йыл31 ғинуар 1970 йыл) — ғалим-акушер гинеколог. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире. 1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1942), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Всеволодович Третьяков 1890 йылдың 6 ғинуарында Ҡазан губернаһының Зөйә ауылында (Татарстандың Свияжск ҡалаһы) тыуған.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1915 йылда Ҡазан университетын тамамлаған.

1920 йылдан башлап Томск университетының акушерлыҡ-гинекологик клиникаһында эшләгән.

1924 йылдан башлап Омск медицина институтында уҡытҡан.

1935 йылда - Төрөкмән медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (Ашхабад).

1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968 йылға тиклем акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире.

1946—1967 йылдарҙа Башҡортостан акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе.

1947 йылдан алып 1968 йылға тиклем Башҡорт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире вазифаһында эшләгән.

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге йөклөлөк патологияһы, бала тыуҙырғандан һуң септик өҙлөгөү, ҡатын-ҡыҙға бала тыуҙырыуҙа рациональ ярҙам күрһәтеү һәм ауыртыуҙы баҫыу, акушерлыҡ ярҙамын, акушерлыҡта һәм гинекологияла операция яһау техникаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән кесарева сечения операцияһы проблемамаларына; халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси өлкәһенә йоғонто яһарлыҡ хеҙмәт шарттарын өйрәнеүгә һ. б. арналған.

40-тан ашыу ғилми эш авторы. 1942 йылдан - медицина фәндәре докторы, 1935 йылдан - профессор.

Владимир Всеволодович Третьяков 1970 йылдың 31 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1945 - СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
  • 1957 - БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Третьяков, Владимир Всеволодович.

Некоторые материалы по обезболиванию родов [Текст] / Проф. Третьяков. — Ашхабад : Туркменгосиздат, 1936. — Обл., 21 с.; 21 см. FB Я 234/1422 FB Я 234/1423 Дата поступления в ЭК — 10.02.2016

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]