Эстәлеккә күсергә

Трибуна (скульптура)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трибуна
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта

«Трибуна» — хоккей көйәрмәндәренә арналған бронза скульптура композицияһы. Скульптура Өфө ҡалаһында, Ленин урамында, «Өфө-Арена» боҙ спорт һарайы эргәһендә урынлаштырылған.

Композицияның авторҙары булып Өфөнөң йәш скульпторҙары сығыш яһай. «Трибуна» скульптураһын төҙөү проектына «Хейнекендың Берләшкән Һыра заводтары» сикләнгән йәмғиәтенең Шихан филиалы булышлыҡ итә.

2013 йылдың 15 апрелендә «Башинформ» мәғлүмәттәр агентлығында асыҡ хат баҫылып сыға, унда «Союз» хоккей клубы көйәрмәндәренең ойошмаһы «Шихан» һыра заводына Өфө ҡалаһында хоккей көйәрмәндәренә арнап һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм ойошторола, уға «Союз» хоккей клубы көйәрмәндәре ойошмаһының вәкилдәре һәм блогерҙар инә, ә идеологы булып спорт комментаторы, «Салауат Юлаев» хоккей клубының гимны авторы Моратов Азамат сығыш яһай.

2013 йыл дауамында эшсе төркөм көйәрмәндәр араһында буласаҡ скульптураны нисек күҙ алдарына килтереүҙәрен асыҡлау һәм уларҙың теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн һорау алыу үткәрә. Һорау алыуға нигеҙләнеп, скульптураның өс эскизы эшләнә һәм тикшереүгә ҡуйыла. 2013 йылдың ноябрь айында оҙайлы бәхәстәрҙән һәм бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтар менән булған консультацияларҙан һуң, проекттың эшсе төркөмө менән «Трибуна» эскизы буйынса скульптура композицияһын ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был композиция тауыш биреү барышында асыҡланған төп идеяны — хоккей көйәрмәндәренең берҙәмлеген сағылдыра

2 мартта хоккей көйәрмәндәренә арналған «Трибуна» ҡала скульптураһын асыу тантанаһы уҙа.