Трогонтериев мамонты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Трогонтериев мамонты
Здание второй городской Управы.jpg
Аҙау тарихи-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулыҡ бинаһы
Ил Россия
Ҡала Аҙау
Төҙөлгән ваҡыты 1917 йыл

1917

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Трогонтериевый мамонт в Азовском историко-археологическом и палеонтологическом музее-заповеднике

Трогонтериев мамонты (лат. Mammuthus trogontherii), йәки Дала мамонты (Степной мамонт) экспонаты — «Аҙау янының геологик үткәне» («Приазовье в геологическом прошлом») тигән экспозициялағы мамонт һөлдәһе булып тора. Экспозиция "Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы"нда урынлашҡан[1].

Музей адресы: Аҙау ҡалаһы, Московская урамы, 72.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рисунок Дала мамонты һүрәте

Урта плейстоцен дәүерендә даланы иңләп йәшәгән был йән эйәләре — ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙең береһе. Дала мамонты өҫкө плейстоцен дәүерендә барлыҡҡа килгән. Төр булараҡ, Көнъяҡ мамонттан (Mammuthus meridionalis) айырылып сыҡҡан. Унан, 750 −500 мең йыл элек, урта плейстоцен дәүерендә Көнъяҡ мамонты даланан ҡыҫырыҡлап сығарған. Дала мамонтының баш һөлдәһе ҡыҫҡараҡ, һуҡҡы тештәре оҙон булған. Бейеклеге 4,7 м тирәһе һәм ауырлыҡтары 10 тоннаға тиклем булған. Томшоҡлолар отрядынан иң дәү (эре) төр. Аҙау музейындағы мамонт һөлдәһенең яурынына тиклемге бейеклеге 4,5 м. Ата мамонттарҙың һуҡҡы тештәре 5 м оҙонлоҡҡа еткән. Тик осондағы бөгөлөшө Йөнтәҫ мамонттыҡынан (Mammuthus primigenius) кәмерәк булған. Инә мамонттарҙың һуҡҡы тештәре нәҙегерәк булған һәм осо ныҡ бөгөлөп тормаған. Был төрҙөң ареалы Көнбайыш Себерҙе,[2], Ҡаҙаҡстанды, Ростов өлкәһен, Ставрополь һәм һәм Краснодар крайҙарын алып торған.

Дала мамонттары үлән менән туҡланған. Шуға ла, даланы киң иңләп йөрөгәндәр. Һөлдәләре көнсығыш Англияның торф ҡатламдары араһында табыла. Был уларҙың урманлы райондарҙа ла йәшәүен күрһәтә. Дала мамонттарының ҡуйы йөнө һыуыҡ климатта бирешмәй йәшәргә мөмкинлек биргән.

Сравнение размеров разных видов мамонтов с ростом человека

Трогонтериев мамонты 1964 йылдың 11 декабрендә Аҙау эргәһендәге Кагальницкий ҡом карьерында табылған. Машинист экскаватор менән ҡаҙыу эштәре алып барғанда һуҡҡы тештәрҙе күреп ҡала. Ҡыш буйына ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҡалған һөйәктәрен дә ҡаҙып сығаралар.

Һөлдәне Аҙау музейына алып киләләр. Әммә, унда палеонтология буйынса лаборатория һәм реставраторҙар булмай сыға. Һөйәктәрҙе эшкәртергә СССР Фәндәр Академияһының Зоология Институты ярҙам итә. Был эш менән Вадим Евгеньевич Гарутт шөғәлләнә. Бының өсөн һөлдә Ленинградҡа оҙатыла. Реставрация һәм һөйәктәрҙең етмәгән өлөшөн эшләү ун йыл тирәһе дауам итә. Скульпторҙар һөйәктәрҙе өр-яңынан яһай. Ә һөлдәнең табылған өлөштәрен өҫтөнә көйләп ҡуя. Һөлдәне урынлаштырыу өсөн 5 м-ҙан кәм булмаған бейеклектә бүлмә кәрәк була. Музей ике этажлы Ҡала Хәкәмиәте (Городская Управа) бинаһына күскәс кенә, беренсе этажында һөлдә өсөн дә бүлмә табыла.

Степной мамонт в музее Штудгарта

1980 йылда реставрация тамалана. Һөлдәнең бөтә өлөштәрен лә музейға алып киләләр. Эштең ҡалған өлөшөн Аҙау музей хеҙмәткәрҙәре тамалап ҡуялар. Һөйәктәргә тейешле төҫ биреп, икенсе ҡатҡа реставрация үткәрәләр. Дөйөм көс менән һөлдәне монтажлап ҡуялар. Хәҙер ул, «Аҙау янының геологик үткәне» («Приазовье в геологическом прошлом») тигән экспозицияла төп экспонат булып тора. 1999 йылда Кагальницкий карьерында инә заттан булған дала мамонтының һөлдәһе табыла. Ул да ошо Аҙау музейының палеонтология коллекцияһын тулыландырып тора.

Донъяла дала мамонттарының тулы булмаған һөлдәләре:

  • Францияның Лион музейында (1869),
  • Мюнстер Университететының геологопалеонтология музейында (Германия, 1923),
  • Заугерхаузен музейында (Германия, 1930),
  • Одессаның палеонтология музейында (Украина, 1940),
  • Тәбиғәт һәм Кеше музейында (Ханты-Мансийскиҙа) һаҡлана.

Улар араһында, бары Аҙау музейы ғына ата һәм инә заттағы ике мамонт һөлдәһенә эйә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Семенова, С. В. Азовская диковина: об экспонате музея — скелете трогонтериевого мамонта /С. В. Семенова //Донской временник. — 2009. — С. 146—148.
  • Рычагова, Е. Приключение азовского элефанта: об экспонате Азовского музея-заповедника трогонтериевом мамонте /Е. Рычагова //Азовская неделя. — 2010. — 7 января. — С. 13.
  • Jordi Augusti und Mauricio Anton: Mammoths, Sabertooths and Hominids 65 Million Years of Mammalian Evolution in Europe, Columbia University Press, 2002. ISBN 0-231-11640-3
  • Lister, Adrian und Bahn, Paul: Mammuts — Riesen der Eiszeit, Thorbecke Verlag, Sigmaringen 1997. ISBN 3-7995-9050-1
  • Zoran Markovic, Desa Djordjevic & M. Milivojevic: Description of the habitat of Mammuthus trogontherii from late Middle Pleistocene, on the basis of the accompanying flora and fauna (northern rim of the Balkan Peninsula — Loc. Kikinda). In: Evolution of life on the earth. Proceedings of the 1st international symposium, p. 123—124, Tomsk 1997

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Во времена мамонтов и зубров
  2. Косинцев П.А. и др. Трогонтериевый слон Нижнего Иртыша — Екатеринбург: Волот, 2004. — 260 б.

Исеме — Трогонтериевый мамонт (экспонат)