Эстәлеккә күсергә

Троодос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Троодос тауҙары
грек Τρόοδος
Горы Троодос
Горы Троодос
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеОлимбос 
Абсолют бейеклеге1952 м
Урынлашыуы
34°55′ т. к. 32°50′ кс. о._type:landmark HGЯO
Ил
Кипр
Красная точка
Троодос тауҙары
 Троодос Викимилектә

Тро́одос (юнан. Τρόοδος) — Кипр утрауының иң ҙур тау системаһы. Иң бейек нөктәһе — Олимбос тауы (1952 м).

Троодос тауҙары Кипрҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Тау курорттары, матур тау ауылдары һәм Византия монастырҙары һәм сиркәүҙәре менән билдәле, уларҙың араһында иң билдәлеһе — XI быуатта нигеҙләнгән Кикк монастыры.

Троодос тау массивының климаты, дөйөм алғанда Кипр кеүек үк, Урта диңгеҙ климаты: йәй көндәре — ҡоро, эҫе һәм ҡыш — һалҡын һәм дымлы. Бейеклеге һәм таулы рельефы арҡаһында Троодоста яуым-төшөм күп була, айырым йылдарҙа 1000 мм-дан артып китә. Ҡыш ҡарлы, ә Олимбос түбәһе тирәләй ҡар япмаһы йылына 3—4 ай һаҡлана. 1991 йылдан 2005 йылға тиклем күҙәтеү осоронда төбәктә теркәлгән минималь температура — −10,2 °C, максималь температура — +35,4 °C тәшкил итә[1].

Троодос тауҙары тәбиғәте ҙур урман массивтары һәм эндемик үҫемлектәр күп булған бай флораһы характерлана, мәҫәлән, кипр кедры күпләп үҫә. Һирәк осраған хайуандар араһында айырыуса эндемик кипр тау һарығы — муфлоны ҡыҙыҡлы. Һуңғы йылдарҙа уны һунар итеү хөкүмәт тарафынан тыйыла. Тауҙарҙың урман зонаһында төлкөләр һәм ҡуяндар йәшәй.

Төбәк иҡтисады башлыса ауыл хужалығына (емеш-еләк һәм йөҙөм үҫтереү һәм шарап етештереүгә) нигеҙләнә. Баҡыр мәғдәне сикләнгән күләмдә сығарыла, өҫтәүенә ул бында антик дәүерҙә үк алып табылған. Ул ваҡытта Кипр баҡыр сығарыу өсөн шул тиклем мөһим урын була, хатта был металдың латинса атамаһы ла (лат. cuprum) утрау исеменән килеп сыҡҡан[2].

  1. Climatological Data, Prodromos, 1991-2005 (ингл.). Метеорологическая служба Министерства сельского хозяйства, природных ресурсов и охраны окружающей среды Республики Кипр. Дата обращения: 20 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 7 июнь 2018 года.
  2. Παναγίδης, Ι. Η Γεωλογία της Κύπρου, Κεφάλαιο V — Ορυκτός Πλούτος (грек). — Λευκωσία: Τυπογραφεία Πρίντκο, 1997. — С. 9—12. — ISBN ISBN 9963-1-7505-8.