Эстәлеккә күсергә

Трофимова Валентина Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трофимова Валентина Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Черемховица[d], Костромской уезд[d], Костромская губерния[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Караваево[d], Костромской район[d], Кострома өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Трофимова Валентина Александровна (9 июнь 1928 йыл — 3 ғинуар 1997 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).

Валентина Александровна Трофимова 1928 йылдың 9 июнендә Черемховицы ауылында (хәҙер — Кострома өлкәһе) тыуған.

1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Скобелевтар ғаиләһе Караваевоға күсеп китә, һәм В. А. Трофимова ун дүрт йәшендә урындағы тоҡомсолоҡ совхозына эшкә инә, баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй, малсы була, Кострома тоҡом һыйырҙары төркөмөндә һауынсы булып эшләй.

1948 йылда йыл йомғаҡтары буйынса үҙенә беркетелгән 8 һәр һыйырҙан уртаса 5238 килограмм һөт һауып ала. 1949 йылдың 12 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән «өлгөлө хеҙмәте өсөн» В. А. Скобелева Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 3 декабрендәге Указы менән «1950 йылда һәр 8 һыйырҙан уртаса 6895 килограмм һөт һауып алыуы өсөн» Трофимова Валентина Александровнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].

1956 йылда В. А. Трофимованы йылына мең ярым килограмм ғына һөт һауып алыусы артта ҡалған һөт-тауар фермаһы менән етәкселек итергә ҡуялар. В. А. Трофимова етәкселек иткән осорҙа ферма танымаҫлыҡ булып үҙгәрә һәм һөт һауып алыу һәр һыйырҙан уртаса йылына 4800 тәшкил итә[1].

1997 йылдың 3 ғинуарында вафат була һәм Караваево ауылына яҡын зыяратта ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кузоватов С. Трофимова Валентина Александровна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 март 2020.
  2. Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948-1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928-2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др.; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. - Кострома : ДиАр, 2014 г. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8
  • Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948—1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928—2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др.; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. — Кострома : ДиАр, 2014. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8