Трояновский Сергей Викторович
Трояновский Сергей Викторович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 июнь 1969 |
Тыуған урыны | Бөйөк Новгород, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 июль 2024 (55 йәш) |
Һөнәр төрө | археолог |
Эшмәкәрлек төрө | региональная история[d][1] һәм тарих[1] |
Эш урыны | Санкт-Петербургский институт истории РАН[d] |
Уҡыу йорто | исторический факультет МГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Бөйөк Новгород[1] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Яблоко[d] |
Трояновский Сергей Викторович (9 июнь 1969 йыл) — Рәсәй тарихсыһы һәм археологы; «Новгород дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығы» ФГБУК-ының мәҙәни мираҫын мираҫын өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса эксперт, «Боронғолоҡто яратыусыларҙың Новгород йәмғиәте» (НОЛД) төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
Бөйөк Новгород ҡала думаһының V саҡырылыш депутаты («Яблоко» фракцияһы)[2]. Депутат вәкәләттәрен 2015 йылда һала.
Биографияһы
Трояновский Сергей Викторович 1969 йылдың 9 июнендә Новгородта журналист В. С. Трояновский (1937—2019)[3] ғаиләһендә тыуа, шунда 1986 йылда 1-се урта мәктәпте тамамлай. 1987—1989 йылдарҙа Байкал аръяғы хәрби округында хәрби хеҙмәт үтә.
1993 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын археология һөнәре буйынса тамамлай. 1993—2004 йылдарҙа Новгород дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығында өлкән һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Новгород кремле, Бөйөк Новгород ҡалаһы, Новгород өлкәһе территорияһында археологик тикшеренеүҙәр үткәрә.
2004—2006 йылдарҙа Новгород өлкәһенең Мәҙәнитә, кино һәм туризм комитетында эшләй, рәйес урынбаҫары була һәм мәҙәни мираҫты дәүләт һаҡлауы бүлеген етәкләй. 2006—2007 йылдарҙа «Новгород» гәзит редакцияһы хеҙмәткәре була.
2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербург Тарих институтына өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм Новгород тарихы төркөмөнөң ғалим-секретары итеп алына. 2009 йылдың мартында Новгород музей-ҡурсаулығының археологик тикшеренеүҙәрен ойоштороу һәм тәьмин итеү буйынса үҙәк мөдире итеп тәғәйенләнә (ике урында эшләй).
1996—2000 йылдарҙа ВООПИиК өлкә советы президиумы составына инә.
2000 йылдан Боронғолоҡто яратыусыларҙың Новгород йәмғиәте рәйесе урынбаҫары була, 2011 йылда рәйес итеп һайлана.
2013 йылдың сентябрендә «Яблоко» партияһының исемлеге буйынса Новгород ҡала думаһының V саҡырылыш депутаты итеп һайлана
2013 йылдың ноябренән — «Яблоко» партияһы ағзаһы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡыҙы бар.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәү-ләт университетының Археология кафедраһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ватан һәм сит ил баҫмаларында 90-дан ашыу фәнни публикация авторы.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трояновский, С. В. О некоторых результатах раскопок в Новгородском кремле // Новгород и Новгородская Земля: История и археология. — 1998. — № 12.
- Трояновский С. В. Великий Новгород: Седмицы истории. 859—1990-е годы. — М.: Весь мир, 2015. — 544 с. — ISBN 978-5-7777-0660-7.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВООПИиК Үҙәк советының почет билдәһе (1998)
- Киң мәғлүмәт сараларында «Рәсәй патриоты» патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға арналған Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2007, 2008)
- «Бөйөк Новгородтың 1150 йыллығына» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Депутаты Думы Великого Новгорода . Дата обращения: 17 ноябрь 2013. Архивировано 8 октябрь 2013 года. 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Не стало новгородского журналиста Виктора Трояновского
- 9 июндә тыуғандар
- 1969 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 15 июлдә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт универститетының тарих факультетын тамамлаусылар
- СССР археологтары
- Рәсәй археологтары
- Алфавит буйынса археологтар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тарих фәндәре кандидаттары