Эстәлеккә күсергә

Трубицын Василий Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трубицын Василий Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, шағир
Уҡыу йорто К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]

Трубицын Василий Андреевич (1 ғинуар 191723 сентябрь 1994 йыл) — шағир, башҡорт теленән тәржемәсе. 1950—1970 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Василий Андреевич Трубицын 1917 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы Воскресенка ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Василий ғаиләлә икенсе бала була. Уның бала сағы һәм йәшлеге йылдарға — граждандар һуғышы, коллективлаштырыу осрона тура килә. Ул ер һөрөргә һәм сәсергә иртә өйрәнә, колхоз аттарын көтә, иҫәпсе һәм бригадир булып эшләй. Тыуған ауылында башланғыс белемде ала, артабан Хәлил ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1937 йылда Орскиҙа урта мәктәпте тамамлай[1]. 1938—1940 йылдарҙа Трубицын К. А. Либкнехт исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында уҡый, ләкин институтты тамамларға тура килмәй. Һуғыш башлана. 1943 йылда уны армияға алалар, Севастополь зенит артиллерияһы юғары училищеһына уҡырға ебәрәләр. Училище Өфөгә эвакуациялана. Василий Өфөгә эләгә, училищела 2 йыл уҡый. Һуғыштан һуң демобилизациялана һәм Өфөлә ҡала. Мәктәпкә әҙәбиәт уҡытыусыһы, директор ярҙамсыһы булып эшләй, шул уҡ ваытта ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында уҡыуын дауам итә, 1949 йылда тамамлай[1][2].

1950—1970 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй. 1957 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһына ҡабул ителә[2].

1994 йылдың 23 ноябрендә гипертония ауырыуынан 74 йәшендә шағир вафат була. Мәскәүҙәге Головинский зыяратында ерләнә[1].

Василий Андреевичтың әҫәрҙәре йыш ҡына үҙәк гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа, Ырымбур һәм Башҡортостан ваҡытлы матбуғатында баҫыла.

Беренсе шиғыры 1939 йылда Мәскәүҙә «Совет студенты» (N1) журналында баҫылып сыға. 1948 йылда «Һаумы, дала!» («Здравствуй, степь!») исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Ырымбур альманахында «Степные огни» (1948, N 6; 1956, N 14), «Спасённая весна» (1995) коллектив йыйынтыҡта баҫыла[3].

«Ғүмер биттәре» («Страницы жизни», 1953)), «Атай йорто» («Отчий дом» 1957), «Далалағы шишмә» («Родник в степи» 1960), «Ромашка» (1971) йыйынтыҡтарының төп мотивы — тыуған яҡ тәбиғәтенең ҡабатланмаҫлығы, Рәсәй халыҡтарының дуҫлығы, урыҫ милли характеры[2].

«Алтын Туймазы» («Золотая Туймаза» 1935), «Мәжит Ғафуриға» («Мажиту Гафури» 1949), «Ике Ватан» («Две Родины» 1962) шиғырҙарында башҡорт тематикаһы, рухы сағыла.

Василий Андреевич Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Рәшит Ниғмәти әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә. Трубицындың шиғырҙары башҡорт теленә Х. Т. Бикҡолов, Х.Ғиләжев, С.Кулибай, Ғ.Әмири тарафынан тәржемә ителгән[3].

  1. 1 2 3 А. В. Исупов. Моя малая Родина: материалы VII всероссийской научнопрактической краеведческой конференции. — Киров: Образовательный портал «НИКА», 2024. — 104 с.
  2. 1 2 3 Рахимҡолов М. Ғ.. Трубицын Василий Андреевич, Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). 22 май 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 Трубицын Василий Андреевич, Литературная карта. 22 май 2025 тикшерелгән.