Туймазы татар дәүләт драма театры
Уҡыу көйләүҙәре
Туймазы татар дәүләт драма театры | |
Эшләй башлаған |
1990 |
---|---|
Урынлашҡан | |
| |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе |
Гәрәев И. С. |
Ссылки | |
Туймазы татар дәүләт драма театры —Туймазы ҡалаһында эшләгән драма театры. Театр асыу тураһында 1990 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ы министрҙар советының 78 һанлы ҡарары сыға. Ошо ҡарар нигеҙендә ҡала башҡарма комитеты Суворов урамындағы мәҙәниәт һарайын драма театры ҡарамағына бирә.
1991 йылдың майында «Родина» мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектакле күрһәтелә. Беренсе театр миҙгеле 1991 йылдың 1 декабрендә башлана. Был көн театрҙы рәсми асыу көнө тип иҫәләнә.
1992 йылда театр ҡарамағына «Геофизаппаратура» заводының клубы бирелә.
Театр Республика һәм Рәсәй кимәлендәге фестивальдәрҙә уңышлы ҡатнаша.
Театр тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Тиле йәшлек" уйға һалды 2016 йыл 9 март архивланған.