Туймаҡаев Харис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харис Туймаҡаев
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Троицк ҡалаһы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

?

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Харис Туймаҡаев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Штабс-капитан (1918).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харис Туймаҡаев Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында тыуған. Зәки Вәлиди буйынса, ул сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районынан булырға тейеш[1].

Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби хеҙмәткә алына, хәрби мәктәптә белем ала[1].

1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа уҙғарылған I Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитетында иҡтисад бүлегенең мөдире булып эшләй. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән Башҡорт үҙәк шураһының 2-се һанлы Фарманын әҙерләүҙә ҡатнаша[1].

1918 йылдың майында Урал аръяғы башҡорттарынан Мосолман ирекле отряды ойошторола, уға поручик Харис Туймаҡаев етәкселек итә. Аҙаҡ был отряд нигеҙендә Башҡортостан автономияһының тәүге ғәскәри берәмеге — 1-се Башҡорт пехота полкы ойошторола, ә уның командиры итеп поручик Туймаҡаев тәғәйенләнә[1].

1918 йылдың июнь-июль айҙарында Туймаҡаев етәкселегендәге 1-се Башҡорт полкы ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1918 йылдың август башында 1-се полк Башҡорт хөкүмәте менән бергә Ырымбурға килеп урынлаша, бында поручик Харис Туймаҡаев һәм уның полкы Ырымбур хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы Дутовтан юғары баһа ала[1].

1918 йылдың авгусында Башҡорт хәрби шураһы комиссияһы составында Башҡорт армияһы униформаһын эшләүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылдың 30 авгусында Башҡорт хәрби шураһының Ирекле отрядтар бүлеге ҡарамағына күсерелә. Һуңынан Башҡорт хөкүмәтенең уполномоченныйы булараҡ Үҫәргән кантонына ебәрелә, бында кантон идараһы эшен яйға килтереү менән шөғөлләнә[1].

1918 йылдың ноябренән Башҡорт ғәскәри идараһында махсус йомош буйынса обер-офицер булып хеҙмәт итә башлай, штабс-капитан званиеһын ала[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 194—196. — 222 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 187, 302. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 2. Ч. 1. — Уфа, 2002. — С. 406.