Туй (пьеса)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туй
Жанр

пьеса

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1890 йылдың 24-31 октябрендә, үҙгәртелеп - 1902 йылда

«Туй» — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың 1896 йылда яҙылған бер шаршаулы пьесаһы.

Тәүге тапҡыр литографиялы баҫмала: «Туй» исеме аҫтында сыҡҡан. А. Чеховтың бер шаршаулы пьесаһы. Рус драма яҙыусылар йәмғиәтенең комиссионеры С. Ф. Рассохин тарафынан Мәскәүҙә: (цензура рөхсәте — 1890 йылдың 25 апрелендә) 1890 йылдың 24-31 октябрендә 110 дана итеп баҫып сығарыла. Әҙ генә үҙгәрештәр индерелеп, А. Ф. Маркс тарафынан нәшер ителгән (1902 йыл, VII том, 259—276-сы биттәр)

Шундай уҡ сюжет һәм был пьесалағы ҡайһы бер персонаждар «Генераллы туй» хикәйәһендә лә бар. Бынан тыш, был пьесала автор үҙенең элегерәк яҙылған «Иҫәп буйынса никах» хикәйәһенең айырым элементтарын да ҡулланған.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Евдоким Захарович Жигалов , отставкалағы коллежский регистратор.
  • Настасья Тимофеевна , уның ҡатыны.
  • Дашенька ,уларҙың ҡыҙы.
  • Эпаминонд Максимович Апломбов , уның кейәү егете.
  • Фёдор Яковлевич Ревунов-Караулов , отставкалағы 2-се ранг капитаны.
  • Андрей Андреевич Нюнин , страховка йәмғиәте агенты.
  • Анна Мартыновна Змеюкина , 30 йәштәге акушерка, сағыу ҡыҙыл күлдәкле.
  • Иван Михайлович Ять , телеграфист.
  • Харлампий Спиридонович Дымба , грек-кондитер.
  • Дмитрий Степанович Мозговой , Ирекле флот матросы.
  • Кейәү егеттәре, кавалерҙар, ялсылар һ.б.

Спектаклдең ҡуйылыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1996 — Петр Фоменконың РАТИ-ҙағы курсы. Режиссёр П. Н. Фоменко; Павел Сборщиков (Жигалов), Елена Невежина и Галина Кашковская (Настасья Тимофеевна), Ольга Левитина (Дашенька), Карэн Бадалов (Апломбов), Михаил Крылов и Валюс Тертелис (Ревунов-Караулов), Томас Моцкус (Нюнин), Наталья Благих и Марина Глуховская (Змеюкина), Прийт Руттас (Ять), Вениамин Скальник (Дымба)[1]

Файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пьесаны экранлаштырыуҙан Дымба әйткән тапҡыр һүҙ: «Грецияла барыһы ла бар»[2] килеп сыҡҡан.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туй (фильм, 1944)

Опера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Водевилдең сюжетына «Туй» исемле опера яҙылған, композиторы: В.Эренберг; опера тәүге тапҡыр Зимин опера театрында, 1916 йылда, Мәскәүҙә ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]