Туҡтағол (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Туктағол битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Туҡтағол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°38′47″ с. ш. 54°03′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 805 007

ОКТМО коды

80 651 405 106

ГКГН номеры

0519890

Туҡтағол (Рәсәй)
Туҡтағол
Туҡтағол
Туҡтағол (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Туҡтағол

Туҡтағол (рус. Туктагулово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 620 кеше[1]. Бишҡурай ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452794, ОКАТО коды — 80251805007.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл исеме башҡорт Туктағол исеменән алынған[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡтағол ауылына башҡорт һәм типтәр керҙәштәр нигеҙ һалған. Тәүге тапҡыр 1752 йылда телгә алына. Үҙҙәренең ауылда булыуҙарын керҙәштәр Ҡаңлы улусы аҫабалары менән 1755 йылда рәсмиләштергәндәр. Ете йылдан һуң VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 40 типтәр иҫәпләнә. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу хаталы рәүештә бөтә халыҡты башҡорттар исемлегенә индерә, әммә улар ауыл халҡының яртыһын тәшкил итә. Улар башҡорттарҙы һәм типтәрҙәрҙе айырып күрһәтергә тейеш булғандар.

Ауылдың артабанғы үҫеше һәм унда йәшәүселәрҙең этник составы түбәндәге һандарҙа күренә: 1795 йылда 122 башҡорт һәм 103 типтәр, 1834 йылда 297 башҡорт һәм 663 типтәр, 1859 йылда 309 башҡорт һәм 678 типтәр, 1905 йылда дөйөм 1470 кеше һәм 1920 йылда 1834 башҡорт күрһәтелә. 1870 йылда ике мәсет, «училище» барлығы күрһәтелә.

1843 йылда 297 башҡорт 312 бот ужым һәм 1528 бот ярауай иген сәсә. Улар 48 бот картуф ултыртҡан[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (86 %) йәшәй[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бишҡурай): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Ҡандра): 12 км/

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[6]:

  • Шоссе урамы (рус. улица Шоссейная )
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)


Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ихсанов Рамаҙан Миңлехан улы (1930—1983) — БАССР-ҙың халыҡ (1979) артисы.
  • Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы (16 декабрь 1926 йыл) — микробиология һәм эпидемиология өлкәһендә СССР хәрби медигы һәм ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәтенең генерал-майоры. СССР Министр оборонаһының микробиология ғилми-тикшеренеү институты начальнигы (1984—1991). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1982).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 264. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. * Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Туҡтағол (Туймазы районы) ауылы