Эстәлеккә күсергә

Тула баҫыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тула баҫыу
Рәсем
Продукция сукно[d] һәм буҫтау
Бәйләнеше булыу кейем һәм аяҡ-кейем[d]

Тула баҫыу — тула һәм йөн әйберҙәр эшләү. Башҡорттарҙың боронғо шөғөлө[1].

Буҫтауҙар төрлө ҡалынлыҡта баҫылған: йоҡаһы — соға һәм ҡалыны мәллә тип аталған.

Һунарсы ҡатаһы. Ҡунысы туланан тегелгән. Белорет районы Йөйәк ауылы музейынан

Тула баҫыу барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарыҡ йөнөнән (ҡайһы берҙә дөйә йөнөнән) иләнгән тәбиғи төҫтәге ептәр ҡулланылған, улар бик һирәк буялған. Һарыҡ йөнөн ҡырҡҡандар, тарап алыу ҙа булған, бының өсөн тимер йәки ағас тараҡ тотонғандар. Тетеп, иләнгән йөндө йомғаҡҡа урап, ике еп ҡатып, сиратҡандар.

Буҫтауҙы тар шөйтөлө станокта (урынағас, киндер урыны) беше, тар итеп (26—32 см) туҡығандар. Ҡалын булһын өсөн буҫтауҙы бергә ҡушып ҡатлағандар, септә өҫтөнә йәйеп һалып, ҡайнар һыу менән бешекләгәс, септәһе менән урап бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр. Йөнтәҫ килеп сыҡһын өсөн өҫтөнә йоҡа итеп йөн мамығы түшәгәндәр. Ураманы тәгәрәтеү кейеҙ баҫҡандағы кеүек булған.

Туланы яңғыҙ-ярым баҫып булмай, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар өмәгә саҡырыла. Шулай уҡ ҡулалмаш та баҫҡандар. Эш ырамлы булhын өсөн, тула баҫҡан ыңғайға йырлашып ала торған булғандар:

Йырлай-йырлай өмәләрҙә

Гөрләп тула баҫабыҙ.

Йырлап, гөрләп, тула баҫып,

Аҙаҡ күңел асабыҙ.

Тула кейем тегер өсөн ҡыш буйы йөн иләгәндәр ҙә, өмә яhап, уны баҫыр булғандар. Бер кистә егерме биш аршин тула баҫҡандар[2].

Соғанан, йәғни йоҡа буҫтауҙан күберәк кешелеккә тигән кейемдәр (баш кейеме, елән, ҡашмау, ҡалпаҡ һ.б.), мәлләнән (ҡалын буҫтау) көндәлек баш һәм өҫ кейеме (тула ойоҡ, бейәләй, салбар, сәкмән, елән һ.б.[3]), көнкүреш ҡаралдыһы теккәндәр. Йылҡысылыҡ өсөн кәрәк-яраҡ, мәҫәлән, сергетыш етештергәндәр. Буҫтауҙы биҙәк һалып, нағышлап сигеп матурлағандар.

Тула баҫыу Башҡортостандың һарыҡсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән көньяҡ һәм көнсығыш райондарында таралған. Урал аръяғы башҡорттары, Ырымбур башҡорттарында был кәсеп йыш осраған. Үҙәк һәм Урта Азия (ҡалмыҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр һ.б.), Ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер, Төньяҡ Кавказда ла тула, буҫтау етештереү менән шөғөлләнгәндәр[4].

  1. С. Н. Шитова. Тула баҫыу
  2. Тула баҫыу
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 407-се бит
  4. Шитова С. Н. Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 237,[2] с. : ил.; 27 см; ISBN 5-295-01204-2
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 237,[2] с. : ил.; 27 см; ISBN 5-295-01204-2
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 407-се бит