Тундра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тундра
Рәсем
Урынлашыу картаһы
 Тундра Викимилектә

Тундра (от фин. tunturi — урманһыҙ яҫы түбә[1]; рус диалекттарында сендуха[2]) — урман үҫемлектәренең төньяҡ сигенән ситтә ятҡан тәбиғи зоналар күренеше, диңгеҙ һәм йылға һыуҙары үҙәне булмаған туң тупраҡлы арауыҡ.

Тундра тайга зонаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Тундраның өҫкө йөҙө буйынса һаҙлыҡлы, торфлы, ташлы була. Тундраның көньяҡ сиген Арктика башы тип ҡабул итәләр. Тундраның төньяғы арктик сүллек зонаһы менән сикләнгән[4].[3] Ҡайһы берҙә «тундра» термины Антарктиданың оҡшаш тәбиғәт райондарына ҡарата ҡулланыла.

Тундраның төп һыҙаты — ҡырыҫ климат, сағыштырмаса юғары дымлылыҡ, көслө елдәр һәм күп йыллыҡ туңлыҡ шарттарында һаҙлыҡлы уйһыулыҡтар.

Терминдың этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Фасмер раҫлауынса, тундра атамаһы фин. tunturi. tunturi — урманһыҙ бейек тау йәки колтта-саам. tundar, tuoddar — тау, төньяҡ-саамдар. duoddâr — урманһыҙ киң тау тигәнде аңлата.[4] Оҙаҡ ваҡыт был һүҙ урыҫ телендә провинциализм була. Карамзин былай тип яҙа: "Тундраның себер һүҙе урыҫ лексиконында булырға тейеш; сөнки беҙ башҡаларға ла киң, тәпәш, урманһыҙ тигеҙлектәрҙе билдәләмәйбеҙ, улар тураһында шағир, географ, сәйәхәтсе һөйләй ала, Себерҙе һәм Боҙло диңгеҙ ярыларҙы һүрәтләй.[5]

Классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тундралар, ғәҙәттә, өс зонаға бүленә (бер төрлө зоналар ландшафты оҙонлоҡҡа ҡарап һиҙелерлек айырыла):[6]

  • Арктика тундраһы башлыса күрәнле мамыҡбаштан торған үләндәр, яҫтыҡ формаһындағы ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм дымлы уйымдарҙы биләгән мүк менән ҡапланған. Үҫемлектәр япмаһы тоташ түгел. Ҡыуаҡлыҡтар юҡ. Микроскопик ылымыҡтары ғына булған балсыҡлы яланғас урындар һәм туң ерҙәрҙән ғибәрәт ҡалҡыу урындар киң үҫешкән.
  • Уртаса йәки типик тундра — башлыса мүк менән ҡапланған. Күлдәр тирәләй бер аҙ төрлө үлән һәм ҡыяҡлы үҫемлектәр ҡатыш күрән һәм мамыҡбаштан торған үҫемлектәр үҫә. Мүк һәм лишайниктар аҫтында поляр талдар һәм кәрлә ҡайындар йәшеренгән.
  • Көньяҡ тундра ҡыуаҡлыҡтарҙан тора; географик оҙонлоҡҡа ҡарап көньяҡ тундра үҫемлектәре составы буйынса ҡырҡа айырыла. Майҙаны −325 мең км² (32,5 млн гектар).[7].

Тау тундраһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полонина Боржава йәй
Ай-Петринская яйлаһы

Бейеклегенә ҡарап (мәңгелек боҙ зонаһынан тыш) тау тундралары тауҙарҙарында бейеклек зонаһы бүлкәттәре балыҡҡа килгән. Ташлы һәм ҡырсынташлы тупраҡтарҙа, уйһыу тундралағы кеүек, һирәк урман бейеклеге ҡыуаҡлы бүлкәт менән алышына.

Юғарыраҡ ҡайһы бер үләндәре булған, яҫтыҡ формалағы ярым ҡыуаҡлыҡлы мүк һәм лишайниктарҙан торған бүлкәт китә.

Тау тундраларының өҫкө билбауы һирәк кенә осраған яҫтыҡ формаһындағы ҡыуаҡлыҡтары һәм таш һибелмәләре араһында мүктәре булған юшҡын лишайниктарҙан тора.

Антарктида тундраһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антарктика тундраһы ла бар. Ул Антарктик ярымутрауҙың бер өлөшөн һәм көньяҡ ярымшарҙың юғары киңлек утрауҙарын биләй (мәҫәлән, Көньяҡ Георгия, Көньяҡ Сандвич утрауҙары).

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аляска тундраһы июль айында

Тундра бик ҡырыҫ субарктик климат менән айырылып тора. Бында һыуыҡҡа һәм көслө елгә сыҙаған үҫемлектәр һәм хайуандар ғына йәшәй. Тундрала эре фауна[8] һирәк осрай.

Тундрала ҡыш бик оҙайлы: ҡыш 8-9 айға һуҙыла ала. Күп өлөшө Поляр түңәрәк артында урынлашҡанға күрә , тундрала ҡышын поляр төн хөкөмлөк итә. Бындағы ҡышҡы ҡырыҫлыҡ климаттың континенталь булыуына бәйле. Ҡышын уртаса температура −10-тан −30 °C-ҡа тиклем арауыҡта тирбәлә.

Тундрала йәй юҡ, йәки ул бик ҡыҫҡа ваҡытҡа килә: бөтә йылы осор ике айҙан артмай. Тундрала иң йылы айҙың уртаса температураһы (төньяҡ ярымшар өсөн июль йәки август) плюс 5 — 10 °C-ҡа тиклем арауыҡты тәшкил итә. Поляр көндәр башланып, йылылыҡ килеү менән (поляр көнө булмаған тундра райондарында аҡ көндәрҙә) барлыҡ үҫемлектәр донъяһы йәнләнә.

Көҙ һәм яҙ бик ҡыҫҡа. Май һәм сентябрь (төньяҡ ярымшарҙа) — тундраның яҙы һәм көҙө. Тап май айында ҡар ҡатламы асыла, ә сентябрь аҙағында, ғәҙәттә, яңынан ҡаплай.

Тупраҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тундра тупрағы өҫтөндәге ҡар ҡатламы йоҡа ғына — .5—50 см. Уныһы ла көслө елдәр арҡаһында осоп тора. Тупраҡтағы мәңгелек туңлыҡ уның уңдырышлылығына көслө йоғонто яһай. Тупрағы торфлы, окисланған.[9]

Тундра майҙанды ~11,56 млн км2 тәшкил итә.[6]

Яуым-төшөм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тундрала яуым-төшөм аҙ була (200—300 мм). Климат ни тиклем континенталь булһа, яуым-төшөм дә шул тиклем аҙыраҡ була. Әммә тундрала парға әйләнеү яуым-төшөмдән күпкә кәм. Һөҙөмтәлә тундра ныҡ һаҙлыҡлы. Дымланыу коэффициенты 1,5 тәшкил итә.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тундра үҫемлектәре, тәү сиратта, лишайниктарҙан һәм мүктәрҙән тора. Ябыҡ орлоҡло (сәскәле үҫемлектәр) үҫемлектәрҙән бары тәпәш үләндәр (бигерәк тә ҡыяҡлылар ғаиләһенән), күрәндәр, поляр мәктәр һәм башҡалар, ҡыуаҡлыҡтар һәм ваҡ ҡыуаҡтар (мәҫәлән, дриада, ҡайын һәм талдың кәрлә төрҙәре, еләк ҡыуаҡлыҡтары: бикә үләне емеше күк көртмәле, һаҙ еләге) осрай.

Рәсәй тундраһында төп фаунаһы: төньяҡ боландар, төлкөләр, аҡ төлкөләр, ҡар һарыҡтары, бүреләр, леммингтар һәм аҡ ҡуяндар. XX быуаттың 70-се йылдарында бында һарыҡ-үгеҙҙәр интродукцияланған булған. Ҡоштар аҙ: лапланд юл турғайы, аҡ сәпсәү, ҡыҙыл бөрләтәүле деүет  , тәтелдәүес аҡбаш турғай (пуночка), поляр өкө һәм аҡ ағуна тереклек итә.

Йылғалар һәм күлдәр балыҡтарға бай (нельма, чир, омуль, ряпушка-сабаҡ һәм башҡалар).

Тундраның һаҙлығы йәйге осорҙа күп һанлы ҡан һурыусы бөжәктәргә ныҡ әүҙемләшергә мөмкинлек бирә. Йәй һалҡын булғанға тундрала һөйрәлеүселәр юҡ тиерлек: түбән температура һалҡын ҡанлы хайуандарҙың йәшәү мөмкинлеген сикләй.

Урындағы халыҡтар фольклоры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саамдар араһында шулай уҡ Гофиттерак тип аталған тундраның күҙгә күренмәгән рухтары тураһында ышаныу йөрөгән: улар ҡайһы берҙә ҡыңғырауҙар сыңы менән үҙҙәрен танытҡан һәм күҙгә күренмәгән ҙур боландар көтөүенә эйә булған, тип иҫәпләнгән[10].

Эскимостар фольклорындағы героик әкиәттәрҙең нигеҙендә чукчалар һәм коряктар араһындағы реаль тарихи бәрелештәр тураһында риүәйәттәр ята. Был һуғыштарҙа күскенселәрҙең ғәҙәти союздаштары (чукчалар) булып диңгеҙ буйындағы чукча һәм эскимостар, ә коряктарҙың союздаштары булып юкагирҙар сығыш яһай. Был әкиәттәрҙә коряктарҙы йыш ҡына «танниттар» тип йөрөтөлә. Әкиәт геройҙары көрәштә дошмандарҙы уҡ йәки һөңгө ҡулланып еңә, ҡайһы берҙә үҙенең ҡарамағында тылсымлы предметтар — ағастан йәки морж ҡаҙығынан яһалған ҡош һындары була, улар хужаһына бейеккә һикерергә йәки хатта кәртә аша үтергә мөмкинлек бирә[11] Эскимос әкиәттәрендә ҡан үс алыу институты (мәҫәлән, «Кит, женщиной рождённый» әкиәтендә), ырыу берекмәләренең китҡа һунар итеү өсөн уңайлы урындар өсөн конкуренцияһы сағыла.[12]

Тундрала экологик һәләкәт булыуы ихтималлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше эшмәкәрлеге арҡаһында, тәү сиратта нефть сығарыу, нефть үткәргестәрен төҙөү һәм файҙаланыу арҡаһында, тундраның ҡайһы бер өлөштәрендә экологик һәләкәт ҡурҡынысы барлыҡҡа килгән. Нефть үткәргестәрҙән яғыулыҡтың ағып сығыуы арҡаһында тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы ихтимал.

Яңы нефть үткәргестәрен төҙөгәндә, ҡырағай боландар миграция ваҡытында ирекле хәрәкәт итә алһын өсөн, махсус үткәүелдәр эшләргә кәрәк. Был уларға тундраның төпкөл урындарына үтеп йәш ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, мүктәр һәм лишайниктар менән туҡланырға мөмкинлеген бирә.

Тундрала экологик көрсөгө булыуы тураһындағы дәғүәләр ғалимдар мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Һуңғы 35 йылда донъяла урман япмаһы майҙаны 7 процентҡа артҡан.

Был башлыса донъя тундраһының Рәсәйгә ҡараған өлөшөндә бореаль урмандарҙың үҫеүе менән бәйле. Тропик урман массивтары (джунгли) кәмей барған бер мәлдә, был күрһәткес байтаҡҡа барып баҫа[13]

Арктическая тундра на острове Врангеля
Арктическая тундра на острове Врангеля

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дала тундраһы
  • Урман тундраһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Словарь иностранных слов. — М.: «Русский язык», 1989. — 624 с. — ISBN 5-200-00408-8
  2. Чикачев, А. Г. Русские на Индигирке. — Новосибирск: Наука, 1990. — С. 128, 130.
  3. БЭС, статья «Арктика»
  4. Тундра. Этимологический словарь Фасмера. Дата обращения: 1 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  5. Виноградов В. В. История слов. — М. 1999. — С. 1032.
  6. 6,0 6,1 Тундра — природная зона, почвы, климат, животные и растения (билдәһеҙ) (23 февраль 2021). Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 22 август 2021 года.
  7. Ландшафтные зоны и провинции Западно-Сибирской равнины: Тундровая зона. Дата обращения: 23 октябрь 2021. Архивировано 23 октябрь 2021 года.
  8. Природная зона тундра — характеристика, птицы, животные, растительность, типы — Paikea.Ru. paikea.ru. Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 22 август 2021 года.
  9. Тундрово-глеевые почвы
  10. Токарев, 1976
  11. Меновщиков 1969: 234
  12. Меновщиков 1969: 17
  13. Surprise! Trees Are Gaining Ground Globally (ингл.). Inside Science (8 август 2018). Дата обращения: 23 ғинуар 2020. Архивировано 30 май 2019 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тундра // Большая российская энциклопедия. Том 32. — М., 2016. — С. 501.
  • Тундра // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Цинзерлинг Ю. Д. География растительного покрова Северо-Запада европейской части СССР. — Л., 1932.
  • Грибова С. А. Тундры. — Л., 1980.