Турай
| Ауыл | |
| Турай татар. Турай | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1664 йыл |
| Халҡы | |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Конфессиональ составы |
мосолмандар |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 +7 85549 |
| Почта индексы |
423650 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Турай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Турай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысынан 1,5 км алыҫлыҡта, Менделеевск ҡалаһынан көнсығыштараҡ 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турай — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1664 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Байлар улусының Турай түбәһенә, 1805 йылдан Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет һәм мәктәп теркәлгән. 1913 йылдан земство мәктәбе эшләй[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан —Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Бөндөж районы, 1931 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда ауылда ир енесле 161 йән башҡорт; 1834 йылда — 246 йән башҡорт; 1850 йылда — 346 йән башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 843 | 1227 | 1445 | 1655 | 1576 | 1186 | 757 | 743 | 675 | 607 | 550 | 518 | 474 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; кирбес заводы эшләй. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].