Турахан кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архитектура ҡомартҡыһы
Турахан кәшәнәһе
Турахан кәшәнәһе
Турахан кәшәнәһе
Турахан кәшәнәһе
Ил Рәсәй
Урыны Башҡортостандың Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылы
Конфессия ислам
Беренсе тапҡыр 1341—1342
Статус 14-се быуаттың тарихи-архитектура ҡомартҡыһы

Турахан кәшәнәһе — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, XIVXV быуаттарҙа төҙөлгән ҡоролма. Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан. Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә. Ҡоролманы тәүләп 1772 йылда П. И. Рычков һүрәтләгән. XIX быуатта уны В. С. Юматов, Н. Шаленков тикшергән. Кәшәнә шулай уҡ Р. Г. Игнатьев, П. Юдин, 1956—57 йылдарҙа А. П. Смирнов, Б. Ғ. Кәлимуллин тарафынан тасуир ителгән.

Кәшәнәнең төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турахан кәшәнәһе юнғыслап эшкәртелгән киҫәкле аҡ таштан һалынған. Таштар бер-береһенә юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы — 1 метрҙан ашыу. Көмбәҙенең осона тиклемге бейеклеге — 7 метрҙан ашыу. Эске планы тура дүртмөйөш рәүешендә (яҡтарының оҙонлоғо 6,6 х 6 м), стенаһы ер иҙәндән алып 1,8 м бейеклектә эстән — ярым түңәрәк, тыштан һигеҙ ҡырлы пирамидаға күсеп, көмбәҙ менән ослана. Тура дүртмөйөшлө төкәтмә рәүешендә ҡоролған ишек уйымы көнсығышҡа ҡарай. Көнбайыш һәм көньяҡ стеналарында өҫкө яғынан ярым түңәрәк итеп эшләнгән тәҙрә уйымдары бар. В. С. Юматов һүрәтләүенә ҡарағанда (1845), ишек уйымына беркетелмәгән имән ишеге булған.

Был ҡоролма «хөкөм урыны» булғандыр, тигән фекер йәшәй. Эргәһендә таш мәсет торған. Мәсет менән Турахан кәшәнәһе, моғайын, бер бөтөн йола башҡарыу ҡоролмаһын хасил иткәндер. 1988 йылда Г. Н. Гарустович етәкселегендә үткәрелгән ҡаҙып эҙләнеүҙәр ваҡытында кәшәнә тирәләй XIV—XV быуаттарға ҡараған мосолман ҡәберҙәре табылған. Ләкин совет осоронда ҡәбер таштары юғалып бөткән.

Бинаның тышҡы яҡ стенаһы буйында ергә һеңеп бөтә яҙған яҫы таш һаҡланған. Унда боронғо күфә стилендәге ғәрәп хәрефтәре менән уйып яҙылған һүҙҙәр бар. Яҙманан аңлашылыуынса, был ергә хандың ҡатыны Сәхибъямал ерләнгән.

Турахан тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был тарихи шәхес хаҡында бер нисә төрлө фекер йәшәй. Береһе буйынса Турахан Сыңғыҙхан тоҡомонан булған. Себер ханы Күсем хакимлығы аҫтында Тубыл яҡтарында күсмәселектә көн иткән. Ләкин бер заман туған-тыумасаһы менән аралары боҙолған, һәм Турахан, 8000 тирмәле урҙаһын алып, Көнбайыш Себерҙән Башҡортостанға, Ҡариҙел йылғаһы яғына, йүнәлгән. Ул замандарҙа башҡорт ерҙәре әлегенән күпкә киңерәк булған һәм башҡорттар Тубыл тирәһендә лә йәшәгән. Ҡазан ханлығы хакимиәтенә буйһонғанын белдереп, бер аҙҙан Ыҫлаҡ йылғаһы буйына барып төплөнгән.

Икенсе фекергә ярашлы, Турахан үҙе кеүек көслө һәм ҡеүәтле Басман тигән нуғай ханының бер туғаны булған. Басман хакимлығына 17 мең тирмәлек халыҡ ҡараған. Уның биләмәләре Урал тауының ике яҡ итәгендә лә йәйрәп ятҡан. Турахан хәҙерге Түбәнге Тирмә ауылы тирәһендә бер-береһенә дошман Бей Түрә һәм Алтаҡар тигән нуғай хандары араһында тоҡанған яуҙа үлтерелгән.

Хәҙерге тарих дәреслектәрендә Турахандың XVI быуатта Башҡорт иленә идара иткәнлеге тураһындағы мәғлүмәт тә осрай. Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян башҡорттары шәжәрәләре шаһитлыҡ итеүенсә, Ағиҙел йылғаһы буйында Тортауҙа Турахандың ставкаһы урынлашҡан, ул үҙе сикләнмәгән хакимлыҡҡа эйә булған. Күсем хан уның улы булған. Бураҡ тигән нуғай ханы менән ер-һыу арҡаһында талаш-тартыш сыҡҡан. Шул сәбәпле Турахан ағаһы Басман менән бергә нуғай Алтаҡар тарафынан үлтерелгән.

Тағы бер риүәйәт бар. Тарихсы П. И. Рычков яҙыуынса, урыҫтар килеп, Өфөнө төҙөгәнгә тиклем, уның урынында ҙур ғына ҡала торған. Был ҡала ҡалдыҡтары әлеге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә табылған һәм Шайтан ҡаласығы тип йөрөтөлә. Турахан үҙенең халҡы менән шул ҡалала йәшәгән, ләкин Ҡариҙел буйында төйәкләнгән кеше ашай торған аждаһа уларға тынғы бирмәгән. Шуға Турахан урҙаһы менән бергә Ыҫлаҡ буйына күсергә мәжбүр булған. Аждаһа менән ни булғаны билдәле түгел, йылғала һыу күтәрелеп, ул һыу аҫтында ҡалған, имеш, тип тә һөйләйҙәр.

Кәшәнә хәҙерге көндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турахан кәшәнәһе тимер рәшәткә менән уратып бикләнгән, кәшәнәнең үҙенә лә йоҙаҡлы рәшәткә ишек ҡуйылған. Кәшәнәгә барыу ҡатмарлы түгел. Өфөнән Шишмә ҡасабаһына тиклем — 50 километр. Шишмәнән Түбәнге Тирмә ауылына — 10 километр самаһы. Ауылға етеп килгәндә 100 метрҙай юлдан ситтә ҡалҡыулыҡта кәшәнә алыҫтан күренеп ултыра. Эргә-тирәһендә урман-фәлән юҡ, асыҡлыҡта урынлашҡан. Шишмә ҡасабаһы эргәһендә тағы бер тарихи ҡомартҡы — Хөсәйенбәк кәшәнәһе бар.

Төҙөлөш материал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турахан кәшәнәһен төҙөүҙә бетон файҙаланыла; уның стеналары ярым бут һалыу системаһы менән ҡоролған, йәғни ике параллель стена араһындағы ҡыуышлыҡ бутобетон (эзбизташ иҙелмәһендәге ваҡ таш) менән тултырылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]