Тургенев тыҡрығы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тургенев тыҡрығы
Таганрог
Фотография
Тер-Арутюнов йорто, Фрунзе урамы һәм Тургенев тыҡрығы мөйөшө
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Элекке исемдәре

Депальдо тыҡрығы
Дүртенсе Арҡыры тыҡрыҡ

Оҙонлоғо

1685 метр

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


Тургенев тыҡрығы  — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тыҡрыҡ.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тургенев тыҡрығы Шевченко һәм Грек урамдары араһында урынлашҡан. Энгельс урамын, Карл Либкнехт урамын, Чехов урамын, Александр урамын, Фрунзе урамын, Петр урамын киҫеп үтә. Азов диңгеҙенә алып төшөүсе Таш баҫҡысҡа алып бара. Оҙонлоғо 1685 метр. Йорттарға номрҙар ҡуйыу Грек урамынан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыҡрыҡ башта Дүртенсе Арҡыры тыҡрыҡ тип атала. Унан һуң билдәле Таганрог меценаты һәм сауҙагәре Герасим Федорович Депальдо хөрмәтенә Депальдо тыҡрығы тип атала.1923 йылда яҙыусы И. С. Тургенев хөрмәтенә яңынан исеме үҙгәртелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яҙыусының Таганрог менән бер нисек тә бәйләнеше юҡ.

Тургенев тыҡрығында урынлашҡан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Скизерл йорто — Тургенев тыҡрығы, 3.
  • Лакиер йорто (Таганрог прокуратураһы) — Тургенев тыҡрығы,5.
  • Багдасаровтар йорто — Тургенев тыҡрығы, 7.
  • Рубанчик йорто (архитектура ҡомартҡыһы) — Тургенев тыҡрығы, 12.
  • Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институты — Тургенев тыҡрығы, 13.
  • Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институты — Тургенев тыҡрығы, 18.
  • «Фрекен Бок» кафеһы — Тургенев тыҡрығы, 24.
  • Педагогия институты — Тургенев тыҡрығы, 32.
  • Петруцци йорто — Тургенев тыҡрығы, 35.
  • М. В. Петляков исмендәге Таганрог авиация колледжы . — Тургенев тыҡрығы, 44.

Һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с. — ISBN 5-88040-017-4.