Эстәлеккә күсергә

Турклуб Манивци

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Турклуб Манивци (Турклуб Манівці)
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

2003

Нигеҙләүселәр

Тарас Билошицкий

Урыны

Львов, Украина

Эшмәкәрлек өлкәһе

туризм һәм актив ял итеү өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ

Веб-сайт

manivci.org

Турклуб Манивци (укр. Туристсько-спортивний клуб «Манівці») — Львов ҡалаһында урынлашҡан һәм социаль эшҡыуарлыҡ принциптары буйынса эшләгән туристик клуб. Күсмә корпоративтар һәм тимбилдингтар, дзюдо, акробатика, һыу спорт төрҙәре, ҡаяға менеү, паркур, бейеүҙәр, альпинизм һәм йылға буйлап ағыу элементтары менән булған аква-квестар буйынса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн түләүһеҙ дәрестәр үткәрә[1][2][3].

Буласаҡ туристик клубының командаһы 1990-сы йылдарҙың аҙағында Львов физик мәҙәниәте институтында Карпат тауҙарына атлау турҙарын һәм Оптимистическая исемле мәмерйәгә экспедиция үткәреү маҡсаты менән йыйыла. 2003 йылдың декабрендә турклуб «Манівці» йәмәғәт ойошмаһы кеүек рәсми рәүештә теркәлә, унда күбеһенсә Львов физик мәҙәниәте институтының студенттары. 2005 йылдан башлап турклуб ҙур күсмә корпоратив саралар үткәрә башлай (бөгөн клуб йыл һайын бер мең тирәһе кешенең ялын ойоштора). 2008—2009 йылдарҙа клуб ағзалары ташланған һыу ятҡылығын таҙарталар һәм уның нигеҙендә һыу туризмы буйынса өйрәнеү үҙәген ойоштора (дәрестәр йылдың йылы ваҡытында көн һайын үткәрелә)[4].

Һау-сәләмәт һәм актив тормошто популярлаштырыуға тотоноп, турклуб 2010 йылда «Манівці» исемле экстремаль туризм һәм ял итеү тәүге фествален үткәрә (бөгөн ул йыл һайын төрлө дисципланаларҙа — академик ишеүҙән һәм альпинизмдан башлап велоспортҡа һәм тариёи реконструкцияларға тиклем — 800 тирәһе ҡатнашыусы һәм ике меңдән артыҡ тамашасыларҙы йыя). 2011 йылда турклуб Украиналағы тәүге түләүһеҙ каяк-паркының идея эшләп сығара, һәм шул идея Nescafé проектар конкурсында еңә. Төп бүләктең аҡсаларына турклуб пластик каяктар һатып ала, шуларҙа хәҙер бөтә теләүселәр өйрәнә ала. Төп бизнестан (тауҙарҙа, йылғаларҙа, мәмерйәләрҙә турҙар, төрлө ярыштар, фестивалдәр, һәм өйрәнеү йыйылыштарын ойоштороу) килгән табыш, тәү сиратта, балаларҙың актив туризмына һәм спортҡа йүнәлгән социаль проектарға китә[5][6][7][8].

2012 йылда турклуб президент грантын ала һәм «Һыуҙа каникулдар» исемле насар, ярлы һәм күп балалы ғаиләләрҙән булған балаларҙы реабилитациялау һәм дауалау проектын тормошҡа ашырыуын башлай (Днестр йылғаһында тәләүһеҙ турҙар һәм балалар өсөн йәйге лагерҙәр). Шул уҡ 2012 йылда «Команчеро» спорт магазиндары селтәре ярҙамында турклуб Украиналағы иң ҙур скалодромдарҙың береһен төҙөй, шунда балалар өсөн йылдың йылы ваҡыттарында ҡаяға менеү буйынса түләүһеҙ дәрестәр үткәрелә. 2013—2014 йылдарҙа турклуб Львов ҡалаһында балалар өсөн мультиспорт залын төҙөй[9][10][11][12]. Шулай уҡ турклуб изгелек күрһәтеү акцияларына һәм аҡса йыйыуҙа ярҙам итер өсөн төрлө саралар һәм шоу үткәрә[13][14].

  1. Соціальне підприємство "Турклуб "Манівці", м. Львів (билдәһеҙ). Соціальне підприємництво в Україні. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  2. Екстремалів запрошують на сплав по Дністрі і штурм Хотина (билдәһеҙ). Твоє Місто. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  3. У Львові відбудеться фестиваль активного туризму «Манівці» — захід, що виховує командний дух і гартує молодь (билдәһеҙ). Новини Львову. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. «Ти можеш»: у Львові хлопці врятували озеро та відновили водний туризм (билдәһеҙ). VLASKOR.NET. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  5. Львів’ян запрошують позмагатись у аматорських велоперегонах (билдәһеҙ). Твоє Місто. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  6. Підтримайте турклуб “Манівці” у півфіналі конкурсу “ІдеяХ від Nescafe” (билдәһеҙ). Gorgany.com. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 1 июнь архивланған.
  7. Тернополян запрошують підтримати ідею створення соціального підприємства для прокату байдарок (билдәһеҙ). Тернопільська Липа. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Відомі спортсмени залучатимуть львів’ян до здорового способу життя (билдәһеҙ). Портал громадських організацій Львова – NGO. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. У Львові відкрили перший в Україні соціальний мультиспортивний зал (билдәһеҙ). Громадська регіональна інформаційна мережа. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  10. У Львові відкрили спортивне містечко: скелелазіння, мотузкова переправа, каякінг (билдәһеҙ). Твоє Місто. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  11. Во Львове открылся самый высокий скалодром в стране. Голос.ЮА. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  12. У Львові з'явився соціальний мультиспортивний зал (билдәһеҙ). Ваші новини. Дата обращения: 1 июнь 2015.
  13. У центрі Львова виросте 12-метрова скеля (билдәһеҙ). ІнфоЛьвів. Дата обращения: 1 июнь 2015. 2015 йыл 19 июнь архивланған.
  14. У центрі Львова встановлять надувний скеледром (билдәһеҙ). Щоденний Львів. Дата обращения: 1 июнь 2015.