Турхан солтан

Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Турхан-солтан битенән йүнәлтелде)
Турхан солтан
төр. Turhan Hatice Sultan
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Ғосман империяһы
Титул Солтан
Тыуған көнө 1627
Тыуған урыны Рутения[d]
Вафат булған көнө 4 август 1683({{padleft:1683|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны Константинополь[d]
Ерләнгән урыны Йени Эминёню Мечеть[d]
Сожитель Ибраһим I
Балалары Мәхмәт IV, Гевхерхан Султан[d], Атике-султан[d], Айше-султан[d] һәм Бейхан-султан[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, ҡол
Биләгән вазифаһы валиде-султан[d]
 Турхан солтан Викимилектә
Турхан Хатидже-султан
төр. Turhan Hatice Sultan
Турхан Хатидже-султан
Валиде-султан
18 августа 1648 — 5 июля 1683
Соправитель: Кёсем-султан (18 августа 1648 — 2 сентября 1651)
Монарх: Мехмед IV
Алдан килеүсе: Кёсем Султан
Дауамсы: Салиха Дилашуб-султан
 
Дине: христианствоислам суннитского толка
Тыуған: ок. 1627/1628
Рутения
Үлгән: 5 июль 1683({{padleft:1683|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Эдирне, Османская империя
Ерләнгән: Новая мечеть, Стамбул
Исеме: Надя
Ире: Ибрагим I
Балалары: сыновья:Мехмед IV
шехзаде Ахмед
дочери: Гевхерхан-султан
Атике-султан

Турхан Хәтижә солтан (төр. Turhan Hatice Sultan; яҡынса 1627/1628 — 5 июль, 1683) — ғосман солтаны Ибраһим Беренсенең ҡатыны, титулы — хәсикә, солтан Мәхмәт Дүртенсенең әсәһе, Вәлидә солтан һәм улы тәхеткә ултырғандың тәүге йылдарында Ғосман империяһының регенты; Ҡатын-ҡыҙ Солтанаты осороноң һуңғы вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турхан Хәтижә солтан 1627[1][2] йәки 1628 йылдар[3] тирәһендә тыуған, тыуғас та Надя тигән исем бирелә, сығышы менән урыҫ ғаиләһенән[1][4][5][6][7]. Баҫҡынсыларҙың бер һөжүме ваҡытында әсиргә эләгә һәм ҡоллоҡҡа һатыла. 12[8]—14[4] йәштәр тирәһендә Турхан Топҡапы һарайына солтан Ибраһим Беренсенең әсәһе Көсем солтанға[8][5] Ҡырым ханынан бүләк сифатында тапшырыла. Энтони Алдерсон Турхандың Йософ исемле ағаһы булыуын һәм уның 1689 йылда үлеүен билдәләй, әммә уның ҡасан һәм нисек Истанбулға килеп эләгеүе билдәһеҙ[2].

Хәсикә һәм солтандың тол ҡатыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көсем, һәрәмдә (гарем) был ҡыҙҙың киләсәге матур ғына булыр тип иҫәпләп, уны үҙенең кесе ҡыҙы Әтикә солтан һарайына тәрбиәгә тапшыра[9][10]. Әтикә һарайында ҡыҙсыҡ үҙенең статусына ярашлы белем ала һәм тиҙҙән Топҡапыға ҡайтарыла, һәм ул солтандың кәнизәгенә (һөйәркәһенә) әйләнә. Һылыулығы һәм аҡылы менән башҡаларҙан айырылып торған зәңгәр күҙле Турхан тиҙ арала Ибраһим Беренсене үҙенә ҡарата[4] һәм хәсикә статусын ала[3][1]. 1642 йылдың 2 ғинуарында Турхан Хәтижә үҙенең өлкән улын, буласаҡ солтан Мәхмәт Дүртенсене[11] таба. Турхан менән Ибраһимдың тағы ике ҡыҙы була — Гәүһәрхан солтан һәм Әтикә солтан[2]. Икенсе улы Әхмәтте (ул бәләкәй сағында вафат була) тапҡандан һуң Турхан үҙенең солтанға булған йоғонтоһон юғалта[4].

Ибраһимдың психик торошоноң насарайыуы һәм, эҙемтә булараҡ, Ғосман дәүләтендә килеп тыуған киҫкен хәл һөҙөмтәһендә 1648 йылда һарай даирәһендәге төркөмдәр һәм хатта солтандың әсәһе, Ибраһим Дүртенсене тиҙ арала ҡолатырға кәрәк, тигән һығымтаға килә[12]. 1648 йылдың 8 авгусында солтан ҡолатыла һәм бер нисә көндән һуң үлтерелә[13]. Ғәйәт ҙур илдең башлығы булып Турхандың алты йәшлек улы Мәхмәт ҡала. Мәхмәт тәхеткә ултырғас та Турхан вәлидә титулын алырға һәм уға ярашлы бөтә өҫтөнлөктәргә эйә булырға тейеш була. Ләкин Турхан йәше буйынса тап килмәй: ул 20 йәштән саҡ ҡына олораҡ булғанға һәм тәржрибәһе булмауына һылтанып, уны бәләкәй солтандың өләсәһе Көсем солтан властан ситләтә, был мәлгә Көсем солтан инде ике тапҡыр вәлидә-регент булып өлгөргән була[14][15].

Ҙур амбицияларға эйә булған Турхан бирешергә теләмәй. Көсем өс йыл власта булған осорҙа Турхан байтаҡ ҡына кешене, шул иҫәптән ҡара алашарҙар башлығы менән бөйөк вәзирҙе үҙ яғына ауҙара; әммә янычарҙар Көсем яҡлы була. Көсем вәлидә-регент вазифаһын яҡшы үтәүгә ҡарамаҫтан, янычарҙарҙың ил тарихына ҙур йоғонто яһауы сәбәпле, халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуа[16].

1651 йыл башында Турхан, Көсем солтан ризалығы менән яңысарҙар Мәхмәт Дүртенсене ағыулап, уның урынына Көсемдең икенсе ейәне шаһзада Сөләймәнде тәхеткә ултыртырға йыйыныуҙарын белеп ҡала (Сөләймәндең әсәһе Сәлиха Дилашуб солтан Көсем яҡлы була). Турханға был хәбәрҙе Көсемдең хеҙмәтсеһе Мәликә-хатын еткерә. 1651 йылдың 2 сентябренә ҡарай төндә Турхан яҡлылар Көсем солтанды йоҡлаған сағында быуып үлтерә. Әммә был «ҡара эш» Мәхмәт Дүртенсенең әсәһе Турхан солтан ҡушыуы буйынса эшләнеү-эшләнмәүе билдәһеҙ булып ҡала[17][18][15].

Вәлидә-регент[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай итеп, Турхан вәлидә титулын ала һәм регент итеп тәғәйенләнә, ә уның яҡлылар һарай даирәһендә төп вазифаларҙы биләй: Турхан солтандың өлкән ҡара алашары Сөлеймән аға тейешле вазифаһын ала. Турхан солтан иң тәүге сиратта, һарай алашарҙарына таянып, янысарҙар яҡлы булған бөтә вәзирҙәрҙе лә һарайҙан ҡыуа. Бөйөк вәзир Сиявуш паша[tr] Турхан яғына сыға[18][19], шәйхелислам вазифаһын солтан әсәһе яҡлы булған Әбүсәйет әфәнде биләй. Янычарҙар башлыҡтары, шул иҫәптән уларҙың етәксеһе солтан Мәхмәт Дүртенсегә һәм уның әсәһенә ҡаршы заговорҙы ойоштороусы Ҡара Чавуш Мостафа аға алыҫ провинцияларға губернаторҙар итеп тәғәйенләнә һәм солтан приказы буйынса тиҙҙән үлтерелә, ә уларҙың ғәйәт ҙур мөлкәттәре тартып алына. Оло йәштәге һәм үҙ һүҙе бөтөнләй булмаған Гүрджү Мәхмәт паша[tr][19] бөйөк вәзир итеп тәғәйенләнә.

Турхан бөтә власты үҙ ҡулында тотһа ла, улын илгә идара итеүҙән ситләтмәй: ул Мәхмәт менән бергә эшлекле идара итеү тандемы булдырыуға өлгәшә, шулай итеп, йәш солтан бәлиғ булғансы ил менән идара итеүҙә талап ителгән тәжрибәне туплауға өлгәшә. Әсәһенең власты шулай оҫта бүлә алғаны өсөн Мәхмәт ғүмере буйына әсәһен ярата һәм хөрмәт итә. Тәжрибәһеҙлеге арҡаһында Турхан хөкүмәттең башҡа ағзаларына, бигерәк тә сәйәси мәсьәләләр буйынса уның кәңәшсеһе булған бөйөк вәзиргә тулыһынса ышана[20].

Турхандың уңышлы идара итеүенә өс проблема ҡамасаулай: флоттың насар торошта булыуы, Крит утрауында венециандар менән һуғыш һәм шул һуғыш өсөн киткән сығымдар барлыҡҡа килтергән финанс көрсөгө. Көрсөктө еңеү өсөн Турхан бөйөк вәзир вазифаһына Тархунджа Әхмәт пашаны[tr] тәғәйенләй, ә ул илдә ҡаты һаҡлыҡҡа ҡоролған бер нисә реформа үткәрә[21][18]. Реформаларҙы халыҡ ҡабул итмәй, бер-бер артлы алмашынып торған бөйөк вәзирҙәр ғәйәт ҙур империяға идара итеүгә һәләтле булмай, һәм Турхан әкренләп власын юғалта бара. 1656 йылдың 1 мартында янычарҙарҙың яңы болаһы башлана, ике көндән һуң боласылар етәкселәрен солтан Мәхмәт ҡабул итә. Улар 31 сановникты язалауын талап итә, был исемлектә Турхан солтан да һәм баш ҡара евнух та була. Солтан әсәһен ярлыҡауҙарын һорай. Янычарҙар бының менән ризалаша, әммә башҡалары язалана. Бер нисә аҙна буйы Турхан солтан яҡлылар эҙәрлекләнә. Янычарҙар Сиявуш пашаны бөйөк вәзир вазифаһына ҡайтара, бер аҙҙан һуң Сиявуш паша баҡыйлыҡҡа күсә.[22]. Бола ике ай буйы дауам итә, шунан һуң солтан кәңәшселәре янычарҙар араһына талаш-тартыш индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән янычарҙар командующийы язаға тарттырыла, ә янычарҙар тыныслана[23]. 1656 йылдың 15 сентябрендә бөйөк вәзир итеп Күпрөлү Мәхмәт паша тәғәйенләнә, ул үҙенән алдағы вәзирҙәргә ҡарағанда киңерәк вәкәләттәр ала. Ошо тәғәйенләнештән һуң империяла ҡатындар идараһы бөтә һәм Күпрөлү династияһы дәүере башлана[24][15]. Тарихсы Мостафа Наима[en] раҫлауынса, Күпрөлү Мәхмәт пашаны был вазифаға тап Турхан вәлидә солтан һәм уның яҡлылар тәҡдим итә.[25].

Регентлыҡтың тамамланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлидә Сафия солтан төҙөй башлаған һәм вәлидә Турхан солтан тамамлаған яңы мәсет

Дәүләт эштәре менән бөйөк вәзир Күпрөлү Мәхмәт паша [15] шөғөлләнә башлай, шуға күрә Турхан әүҙем рәүештә төҙөлөшкә тотона. Вәлидә беренсе проектын 1658 йылда башлай: 1655 йылда венециандар Дарданелл боғаҙы аша башҡа илдәр караптарын үткәрмәй, һөҙөмтәлә Истанбулға ҡайһы бер тауарҙарҙы (шул иҫәптән аҙыҡ-түлекте) килтереү мөмкин булмай[18]. Турхан боғаҙға ике яҡтан да инеү урынында ике ҡәлғә төҙөүгә заказ бирә (был проектты элегерәк Көсем солтан тәҡдим иткән була). Ҡәлғәләрҙең береһе Европа яғында, икенсеһе — Азияла. Уларҙы төҙөү 1661 йылда тамамлана, улар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана[19]. Был проект Турхан Хәтижәне артабан шул уҡ районда ҡәлғәләр төҙөгән Мәхмәт Яулаусы һәм башҡа солтандар менән бер рәткә ҡуя[13].

Яңы мәсеттә Турхан солтан төрбәһе, Истанбул.

Истанбулда Яңы Вәлидә Мәсетен төҙөп, Турхан ҙур танылыуға өлгөшө. Был мәсеттең тарихы бик ҡыҙыҡ: хәҙерге Истанбулдың тарихи районы Әминәнүләге мәсеткә нигеҙ 1597 йылда солтан Мәхмәт Дүртенсенең бишенсе быуын өлөсөһе Сафия солтан һалған була[26][13]. Әммә 1603 йылда уның улы солтан Мәхмәт Өсөнсөнөң вафаты мәсет төҙөлөшөн туҡтатыуға килтерә. 1660 йылда төҙөлөп бөтмәгән мәсет янындағы территорияла янғын сыға[13]. Янғын Турхандың иғтибарын йәлеп итә, һәм мәсет төҙөлөшө уның бойороғо буйынса 1665 йылда төҙөлөп бөтә. Комплексҡа мәсеттән тыш монар павильоны, мәҙрәсә, фонтан, тәмләткестәр баҙары һәм Турхан солтандың ҙур кәшәнәһе инә[15][26]. Комплекс ҡатын-ҡыҙ төҙөгән беренсе империя мәсете данын яулай[15].

Турхан Ҡатын-ҡыҙ Солтанатының һуңғы вәкиле — бәләкәй улы эргәһендәге вәлидә-регент[27]. Ул мәрхәмәтлелек менән бик әүҙем шөғөлләнә һәм халыҡ араһында ярлыларҙы ҡурсылаусы булараҡ таныла. Турхан Хәтижә солтан 1682[2] йәки 1683[28] йылдың 5 июлендә[28] Әдирнәлә[1] вафат була һәм Яңы Вәлидә Мәсетендә үҙенең төрбәһендә ерләнә, аҙағыраҡ уның улы һәм артабанғы быуындары ла шунда уҡ ерләнә[29].

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турхан «Махпейкер» (2010) төрөк фильмының персонаждарының береһе; Турхан ролен Башаҡ Парлак[30] башҡара. Шулай уҡ «Күркәм быуат. Көсем империяһы» төрөк сериалының икенсе миҙгеле аҙағында ла персонаждарҙың береһе Турхан, уның ролен Ханде Догандемир башҡара.

Турхан — украин журналисы Александра Шутконың «Хатидже Турхан»[31] романының геройы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Sakaoğlu, 2008, p. 245
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Alderson, 1956
  3. 3,0 3,1 Adıvar, Hasan, 2009, p. 227
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Barzilai-Lumbroso, 2008, p. 206
  5. 5,0 5,1 Baer, 2011, p. 35
  6. Cooke, Göknar, Parker, 2008, p. 214
  7. Carsten, 1961, p. 505
  8. 8,0 8,1 Thys-Şenocak, 2006, p. 17
  9. Peirce, 1993, p. 236
  10. Thys-Şenocak, 2006, p. 18
  11. Thys-Şenocak, 2006, p. 25
  12. Кэролайн Финкель, 2012, с. 322
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Thys-Şenocak, 2006
  14. Кэролайн Финкель, 2012, с. 325
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 Peirce, 1993
  16. Peirce, 1993, p. 252
  17. Кэролайн Финкель, 2012, с. 333
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Carsten, 1961
  19. 19,0 19,1 19,2 Кэролайн Финкель, 2012
  20. Peirce, 1993, p. 253
  21. Кэролайн Финкель, 2012, с. 337—338
  22. Кэролайн Финкель, 2012, с. 343—344
  23. Кэролайн Финкель, 2012, с. 345
  24. Кэролайн Финкель, 2012, с. 347
  25. Кэролайн Финкель, 2012, с. 349
  26. 26,0 26,1 Кэролайн Финкель, 2012, с. 383
  27. Peirce, 1993, p. 258
  28. 28,0 28,1 Süreyya, 1 Cild, 1996
  29. Peirce, 1993, p. 207
  30. Mahpeyker - Kösem Sultan (2010) (инг.) Internet Movie Database сайтында
  31. Шутко Олександра Євгеніївна. Хатідже Турхан : Історичний роман : кн. 1 : Ковилі вітри не страшні. — Тернопіль: Богдан, 2017. — 416 с. — ISBN 978-966-10-4800-2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]