Турчин Игорь Евдокимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Турчин Игорь Евдокимович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 16 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Одесса
Вафат булыу көнө 7 ноябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Румыния, Бухарест
Ерләнгән урыны Берковецкое кладбище[d]
Һөнәр төрө тренер, футбол тренеры
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены заслуженный тренер СССР
Уҡыу йорто Каменец-Подольский национальный университет[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Спорт төрө Гандбол
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 1976[d], Летние Олимпийские игры 1980[d] һәм Летние Олимпийские игры 1988[d]

Игорь Евдокимович Турчин (16 ноябрь 1936, Софиевка ауылы, Одесса өлкәһе — 7 ноябрь 1993, Бухарест) — совет һәм украин гандбол тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1971). Педагогия фәндәре кандидаты. Гандбол тарихында иң уңышлы тренер. Күренекле спорт ҡаҙаныштары өсөн Турчин һәм уның командаһы «Спартак» (Киев) Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1959 йылда йәш төркөм менән эшләй башлай, уларҙан «Спартак» (Киев) командаһын төҙөй, команда 20 тапҡыр СССР чемпионы (1969—1988), Европа чемпиондар Кубогының 13 тапҡыр еңеүсеһе (1970—1973, 1975, 1977, 1979, 1981, 1983, 1985—1988) була. 1976 йылда донъяның иң яҡшы тренерҙарының береһе булып таныла.

Игорь Турчин етәкләгән СССР ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Монреалдә һәм Мәскәүҙә (1980) Олимпия уйындарында 1-се урын яулай, Сеул Олимпия уйындарында бронза призеры була (1988), донъя чемпионатында ике тапҡыр еңеү яулай (1982, 1986), 1975 һәм 1978 йылдарҙа донъя беренселегендә көмөш призер, 1973 йылда бронза призеры була.

Карьера башында ул шулай уҡ уйынсыларға өҫтәл теннисы буйынса күнекмәләр бирә, ә бер уҡыусыһы УССР-ҙың чемпионы була[1].

1965 йылда Игорь Турчин үҙенең опекалағы кешеләренең береһе Зинаида Столитенкоға өйләнә. Уның хәтирәләре буйынса, Турчинға бөтә команда ғашиҡ була, һәм тренерҙың Зинаидаға тәҡдим яһағанын белгәс, Турчин үҙе туҡтатҡансы, Зинаидаға бойкот иғлан итәләр, ул Турчин үҙе туҡтатҡансы дауам итә[2]. 1971 йылда уларҙың ҡыҙҙары Наталия (профессиональ гандболист була), ә 1983 йылда улы Михаил тыуа.

Игорь Евдокимович өс инфаркт кисерә һәм уға Норвегияла коронар шунтирование яһайҙар. Операция өсөн 25 мең долларҙы «Спартак» базаһында йыйыуҙы үткәргән норвегия клубтарының береһе тәҡдим итә, уның өсөн Турчин уларҙа 8 ай тренер булып эшләй[3]

1993 йылдың 7 ноябрендә Бухареста урындағы «Рапид» командаһы менән ЕГФ Кубогына матч тәнәфесендә йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Турчина: «Мне нечего скрывать»
  2. «События и люди». — 2008. — № 34.
  3. «Сегодня» (Киев), № 243 (744), 21 декабря 2000 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]