Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна
бел. Зінаіда Міхайлаўна Тусналобава-Марчанка
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Полоцкий уезд[d], Витебская губерния[d], РСФСР
Вафат булған көнө 20 май 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Полоцк[d], Витебская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Красное кладбище (Полоцк)[d]
Һөнәр төрө ғалим
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d]
Ғәскәр төрө военная медицина[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы Медаль имени Флоренс Найтингейл «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
 Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна Викимилектә

Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Морозова; 23 ноябрь 1920 йыл — 20 май 1980 йыл) — СССР-ҙың хәрби табибы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1957).

Фронтта 8 ай хеҙмәт итеү дәүерендә медицина хеҙмәте старшинаһы З. М. Туснолобова 123 яралыны һуғыш яланынан алып сыға. 1943 йылдың 2 февралендә, Курск өлкәһе Горшечное станцияһы өсөн барған алышта ҡаты яраланып, туңып, тәүлек буйына мәйеттәр араһында ята. Туңыу арҡаһында аяғын һәм ҡулын юғалта.

Зинаиданың эшселәргә мөрәжәғәтенән һуң, Беренсе Балтик фронты яугирҙарына асыҡ хаты баҫылып сыҡҡас, күп совет танкылары, орудиелары һәм самолёттары борттарында «Зина Туснолобова өсөн!» тигән лозунг барлыҡҡа килә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылдың 23 ноябрендә Витебск губернаһы Полоцк өйәҙе Шевцово утарында (хәҙерге Белоруссия Витебск өлкәһе Россонский районы) Морозовтарҙың крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ[1].

1930 йылдарҙа атаһы, репрессияларҙан ҡурҡҡанлыҡтан, Себергә күсеп китә һәм фамилияһын алмаштыра. Уның ағаһы, Морозов Семён Михайлович (1890—1937), беренсе донъя һуғышы инвалиды, Георгий кавалеры, Россонский районының «Икенсе биш йыллыҡ» колхозы рәйесе, репрессияға тарттырыла[2].

Тулы булмаған урта белемле. Кемерово өлкәһе Ленинск-Кузнецкийҙа «Ленинскуголь»[1] тресында лаборант-химик булып эшләй.

1942 йылдың апреленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай[1] .

1942 йылдың 6 ноябрендә полк командиры Воронеж фронты 60-сы армияһы 303-сө уҡсылар дивизияһы 849-сы уҡсылар полкы санитаркаһы, медицина хеҙмәте гвардия старшинаһы, З. М. Туснолобованы, 19 июлдән 23 июленә тиклемге осорҙа 26 һалдатты ҡотҡарғаны өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим итә, ләкин уға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[3] бирелә. Шул уҡ батырлығы өсөн, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

8 ай эсендә фронтта һуғыш яланынан барлығы 123 яралыны сығара[1].

1943 йылдың февралендә З. М. Туснолобова Курск өлкәһе Горшечное станцияһы өсөн барған һуғышта яраланған взвод командирына ярҙам күрһәтергә тырыша. Ул лейтенант янына шыуышып китеп барғанда, аяҡтары ҡаты яралана. Был ваҡытта немецтар контратакаға күсә. З. М. Туснолобова үлгәнгә һалышып маташа, әммә бер немец һалдаты күреп ҡала һәм аяҡтары менән типкеләп, приклад менән һуғып, санитарканы үлтерергә тырыша [4].

Төндә тере икәнлеге тойомланған санитарканы разведка төркөмө таба, совет ғәскәрҙәре урынлашҡан урынға килтерелә һәм өсөнсө көндә ялан госпиталенә күсерелә. Аяҡ-ҡулдары ныҡ туңғанлыҡтан, көслө гангрена үҫешкәне беленә. Бер нисә ай дауалана, һигеҙ операция үткәрә, һәм ғүмере ҡотҡарыла. Ләкин туңғанлыҡтан, аяҡ-ҡулдары киҫелә ампутация [4].

Тышҡы медиафайлдар

1-се Балтик буйы фронты (1944 й. майы) яугирҙәренә өндәмә-хат авторы. З. М. Туснолобова ошо хатына 3 меңдән ашыу яуап ала, һәм тиҙҙән «Зина Туснолобова өсөн!» тигән лозунг күп килеп кенә совет танктары, самолёттары һәм орудиелары борттарында яҙыла. Атап әйткәндә, Советтар Союзы Геройы Петр Андреевтың самолёты фюзеляжында — «Зина Туснолобова өсөн» тигән яҙыу була.

Һуғыштан һуң, беренсе төркөм Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды З. М. Туснолобова Полоцк ҡалаһында йәшәй, КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы була, йәмәғәт эштәрен алып бара[1].

1965 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты З. М. Туснолобова-Марченконы Флоренс Найтингейл миҙалы менән бүләкләй. Шулай итеп, ул ошо почётлы наградаға лайыҡ булыусы өсөнсө совет шәфҡәт туташы була[1].

1980 йылдың 20 майында Полоцк ҡалаһында вафат була[1].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һүрәттәр
Семья Иосифа Марченко и Зинаиды Туснолобовой.
Наградной лист на имя Иосифа Марченко - Орден Красной Звезды.

Ире — Иосиф Петрович Марченко, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, лейтенант. Һуғыштан һуң «Пищевик» артелендә цех начальнигы, баш инженер, ә һуңынан — директор булып эшләй. Уларҙың ике балаһы була[1]:

  • Улы Владимир (1951 йылғы) — слесарь-монтажсы, 1970—1972 йылдарҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң элекке эш урынына килә. 1980 йылда институтты тамамлай. Һыу саңғыһы буйынса спорт мастерына кандидат. Газ хужалығында 32 йыл эшләй. 2010 йылдан — горгаз директоры урынбаҫары. Ейәнсәре — Юля (1976 йылғы), инженер-төҙөүсе, Минск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
  • Нина ҡыҙы (1959 йылғы) — белеме буйынса тегенсе, хужабикә. Ике ул үҫтергән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полоцк ҡалаһының почётлы гражданы[1].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссия почта конверты
Тышҡы медиафайлдар
  • Ленинск-Кузнецк һәм Полоцк ҡалаларында Зинаида Михайловна Туснолобова-Марченко исеме менән аталған урамдар бар, шулай уҡ Полоцк медицина колледжында героиняның музей-фатиры асылған[1].
  • Ленинск-Кузнецкий районыныңНовопокасьма ауылында уҡыған мәктәбе уның исемен йөрөтә.
  • Яраланған Курск өлкәһе Горшечное ҡасабаһында эргәһендә үҙәк район дауаханаһы урынлашҡан урам аталған.
  • Белгород өлкәһенең Старый Оскол ҡалаһында 33-сө мәктәп уның исемен йөрөтә.
  • З. М. Туснолобова-Марченконың ҡаһарманлығына арналған стенд Мәскәү ҡалаһында Тверь урамы, 14-се йортта урынлашҡан Н. А. Островскийҙың «Преодоление» музей-фатирында ҡуйылған.
  • 1992 йылда Белоруссияла Туснолобоваға арналған почта конверты сығарылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Уфаркин Н. В. Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна. «Герои страны» сайты.
  2. Памяць. Гісторыка-дакументальная хроніка Расонскага раёна / Беларуская Энцыклапедыя; Гал. рэд. Беларускай Энцыклапедыі: Б. І. Сачанка (гал. рэд.) і інш.; Маст. А. М. Хількевіч. — Мн.: БелЭн, 1994. — 558 с.: іл. — С. 195.
  3. Наградной лист З. М. Туснолобовой с представлением к ордену Отечественной войны I степени. На сайте ОБД «Подвиг Народа».
  4. 4,0 4,1 Кузьмин, 1970

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Арсенин Н. Мужество // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Туснолобова-Марченко Зинаида Михайловна / Кузьмин М. К. Медики—Герои Советского Союза. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Медицина, 1970. — С. 192—195. — 233 с.
  • Грицан Н. И. Особый случай. — Минск, 1964.
  • Липский В. С. Крутые вёрсты. — Кемерово, 1982.
  • Сатрапинский Ф. В. Военные медики — Герои Советского Союза / Центральное военно-медицинское управление Министерства обороны СССР; отв. ред. Е. Ф. Селиванов. — Л.: Военно-медицинский музей МО СССР, 1975. — С. 27—29. — 103 с.
  • Фронтовики. — М.: Воениздат, 1984. — С. 30-40.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]