Эстәлеккә күсергә

Туғаш (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туғаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нижнетабынское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423977
Карта

Туғаш[2] (татар. Тугаш, рус. Тогашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға ирәкте ырыуы башҡорттары менән 1756 йылда керҙәшлек тураһында килешеү төҙөгән мишәрҙәр нигеҙ һала. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

1816 йылда ауылда 274 мишәр; 1912 йылда — 1175 керҙәш мишәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18591870189719061920192619381949195819701979198920022008
2745038569601063742814551461469392334295299
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 555. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.