Туҡай урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҡай урамы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы һәм Өфө
Оҙонлоҡ 1250 ± 1 метр
 Туҡай урамы Викимилектә

Туҡай урамы — урам, Өфө ҡалаһының Киров районында Зәйнула Рәсулев һәм Гоголь урамдары араһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдың элекке исеме — Воскресенский. Урам Воскресенск кафедраль соборы исеме менән йөрөтөлгән, ул залының төп туре менән урам яғына сығып торған. Телеграф урамы яғынан Троицкий сиркәүе яғына ҡарай урам саты өлөшө Фролов урамы тип атала, унда Фролов сиркәүе төҙөлгән (Изге Фрол һәм Лавр хөрмәтенә), был ҡаланың иң боронғо сиркәүҙәренең береһе.

1920 йыл аҙағында шағир Ғабдулла Туҡай (Туҡаев Ғәбдулла Мухәмәтғариф улы, 1886—1913) хөрмәтенә урам Туҡай урамы тип атала.

Биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика йорто
  • Туҡай урамы, 23 — архитектура ҡомартҡыһы, XIX быуат урталарындағы урыҫ классицизмы өлгөһө. Бина 1832—1838 йылдарҙа архитектор А. Д. Пахаров проекты буйынса төҙөлгән. Бинала һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынлашҡан.
  • Туҡай урамы, 25 — Өфө губернаһы округы суды бинаһы. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Юғары суды, адвокаттар коллегияһы, Башҡортостан Республика адвокаттар коллегияһы Президиумы, Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы урынлашҡан. Бында граждандар һуғышы геройы Әхмәтов Яҡуп тыуған һәм 1919 йылға тиклем йәшәгән.
  • Туҡай урамы, 33 — М. Т. Солтанованың кирбес ҡапҡалы йорто. Архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
  • Туҡай урамы, 39 — революцияға тиклем бинала мәҙрәсә урынлашҡан, бында муллалар һәм мәктәп уҡытыусылары әҙерләгәндәр. Хәҙер был 14-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
  • Туҡай урамы, 46 — Республика Йорто.
  • Туҡай урамы, 48 — элекке православие динендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың дини училищеһы һәм малайҙар өсөн приют бинаһы, әлеге ваҡытта бында һуғыш ветерандарының ҡала хәстәханаһы урынлашҡан.
  • Туҡай урамы, 48 — Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете.
  • Туҡай урамы, 52 — Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты.
  • Ленин исемендәге парк.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]