Тымытыҡ районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тумутукский район
Тымытык районы
Ил

СССР СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

Татарстан АССР

Административ үҙәк

Тымытыҡ

Барлыҡҡа килеүе

10.08.1930

Тарҡалыуы

16.07.1958

Рәсми тел

рус теле, татар теле

Халҡы (1939)

22 168

Майҙаны

821 км²

Тымытыҡ районы (татар. Тымытык районы, рус. Тумутукский район) — Татарстан АССР-ы составындағы административ-территориаль берәмек. 1930—1931 һәм 1935—1958 йылдарҙа ғәмәлдә булған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тапҡыр Тымытыҡ районы Бөгөлмә кантонын бөтөрөү ваҡытында 1930 йылдың 10 авгусында барлыҡҡа килгән. 1931 йылдың 20 октябрендә район үҙәге Аҙнаҡайға күсерелә, район исеме Аҙнаҡай районы итеп үҙгәртелә.

Икенсе тапҡыр Тымытыҡ районы 1935 йылдың 10 февралендә Аҙнаҡай районынан айырылып сығыу юлы менән барлыҡҡа килгән. 1958 йылдың 16 июлендә ул юҡҡа сыға, ә территорияһы Аҙнаҡай һәм Ютаҙы райондары составына индерелгән..[1]

1920 йылға тиклем Рәсәй империяһы һәм РСФСР Бөгөлмә өйәҙе Тымытыҡ улусы территорияһы өлөшө.

1920 йылдың 25 июне - 1930 йылдар Татар АССР-ы Бөгөлмә кантоны Тымытыҡ улусы территорияһы өлөшө. 1930-31 йылдар - Автономиялы Татар АССР-ы административ-территориаль берәмеге өлөшө.

1931-35 йылдар Татарстан АССР-ы Аҙнаҡай районы Тымытыҡ ауыл советы территорияһы өлөшө.

1935-58 йылдар - Татарстан, административ-территориаль берәмеге өлөшө.

1952-53 йылдар - Татар АССР-ының Чистай өлкәһе административ-территориаль берәмеге өлөшө.

1953 йылдың 21 феврале - 1958 йыл - Татар АССР-ы Бөгөлмә өлкәһе административ-территориаль берәмеге өлөшө.

1958 йылдың 16 июленән Татар АССР-ының Ютаҙы районы Тымытыҡ ауыл советы биләмәһе.

Административ бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда Тымытыҡ районы 14 ауыл советына бүленгән.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татарстан административ-территориаль бүленеше

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Краткая справка по административно-территориальному делению Республики Татарстан 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Татарская АССР: Административно-территориальное деление на 1 января 1948 года/ Сост.: Г. С. Губайдуллин. — Казань: Татгосиздат, 1948. — 220 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Татарский энциклопедический словарь» Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999.