Тымыҡ Дон (балет)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тымыҡ Дон
Тымыҡ Дон
Композиторы

Леонид Павлович Клиничев

Күренеш

2

Барлыҡҡа килеү йылы

1987

Беренсе постановка

26 декабрь 1987

Беренсе постановка урыны

Ленинград, СССР

Тымыҡ Дон — М. А. Шолоховтың шул исемдәге романы буйынса балет. Композиторы — Клиничев Леонид Павлович. 1987 йылдың 26 декабрендә Ленинградтың Кесе опера театрында балет тәүге тапҡыр ҡуйыла.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Композитор Леонид Павлович Клиничев 20 йыл тирәһе балетҡа музыка яҙа. Клиничев балет өсөн музыкаль материалдарҙы туплау өсөн ХХ быуаттың 60-70-се йылдарында фольклор экспедицияларында ҡатнаша. Балет музыкаһына Донға экспедициялар яһау арҡаһында ваҡыт-ваҡыт композитор тарафынан үҙгәртеүҙәр индерелә. Балеттың беренсе картинаһында «Һандуғасҡай, һайра һин баҡсала» туй йырының башланғыс көйҙәре файҙаланыла.

«Һин Егорушка, Егор» туй йырының интонацияларынан балеттың икенсе картинаһы булған "Туйҙың " төп темаһы тыуа. «Польшала казактар» бейеү таҡмағы балеттың «Австриялылар менән алыш» исемендәге дүртенсе картинаһында файҙаланыла. Казактарҙы сафта йөрөргә әҙерләү күренешендә «Хоҙай, батшаны һаҡла» гимнының мелодияһы ҡулланыла.

Балет партитураһының ике редакцияһы билдәле — авторҙың ике актлы һәм Н. Боярчиковтың Ленинградта ҡуйыу өсөн яҙған өс актлы партитуралары.

Сәхнәгә ҡуйыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тымыҡ Дон» балеты Леонид Павлович Клиничев музыкаһына ҡуйылған.

1987 йылдың 26 декабрендә Ленинград ҡалаһының Кесе опера театрында балет сәхнәгә ҡуйыла. Балетмейстеры — Николай Боярчик. Дирижеры — Вадим Петрович Афанасьев. Рәссамы — Р. Иванов.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уринсон Е. Г. Фольклорный балет «Тихий Дон» Л. Клиничева: Принципы музыкальной характеристики и вопросы тематизма. Музыкальная культура Юга России. Южно-Российский музыкальный альманах. Изд. Ростовская консерватория. 2013.
  • Чернова Н. Прорастание смысла (о постановке балета «Тихий Дон» Л. Клиничева в Ленинградском Малом театре оперы и балета) // Советский балет. — 1989. — № 1. -С.16-18.
  • Большой театр СССР. К 85-летию со дня рождения Михаила Александровича Шолохова. Л. П. Клиничев. «Тихий Дон». Балет в 2-х частях. — М. : Тип. ГАБТ. — 1990 — 23 мая.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]