Эстәлеккә күсергә

Тыуғанъяҡ күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тыуғанъяҡ күле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Тыуғанъяҡ (рус. Шугуня́к - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.

Ҡоншаҡ районының көньяҡ өлөшөндә, Силәбе өлкәһенең Сосновка районы (Силәбе өлкәһе)сигендә, Тинес йылғаһы эргәһендә урынлашҡан.

Күлгә яҡын ғына тораҡ пункттар: Ҡоншаҡ ауылы һәм Мөслим ҡасабаһы [2].

Силәбенән – 62 км, Екатеринбургтан – 160 км алыҫлыҡта ята.

Координаттар: 55°37′58″N 61°33′15″E

Күлдең һыу көҙгөһө майҙаны — 11,9 км². Уртаса тәрәнлеге: 2-3 м, максималь тәрәнлеге: 5м.

Күл төньяҡтан көньяҡҡа — 6 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа 4 километрға һуҙылған [3]. Диңгеҙ кимәленән 171 метр бейеклектә[4].

Асыҡ ерҙә урынлашҡан, төбө ләмле, ярҙары батҡыл, ләпәк-серәкәй күп.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр буйҙары һаҙлыҡлы, ҡамыш баҫҡан. Көнбайышта һирәк ағаслы урмандар. , гнус күп. Түләүле балыҡ тотоу, кәмәлә менән генә мөмкин булды.

Балыҡлы күл. Спорт балыҡсылығы үҫешкән - карп үрсетелә. Һыу ятҡылығына файҙаланыусы йыл һайын карп, һаҙан, аҡ сабаҡ, аҡ амур селбәрәләрен ебәрә.

Иҫке карталарҙа ауыл атамаһы Тугуняк тип яҙылған[5][6].

Йылғаның атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай аңлата:

Тугуняк, озеро.От распространенного в прошлом у башкир древнего тюркского мужского имени Туганяк, Тугуняк, Туганды, с основой туган — «родственник», -як - имяобразующий аффикс.

Йәғни, атаманың был аңлатмаһы һәм иҫке карталарҙағы яҙылыш башҡорт телендәге "тыуған яҡ" төшөнсәһенә иң яҡыны [7][8].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  3. «Шугуняк (Тугуняк) 2018 йыл 3 октябрь архивланған.» — информация об объекте в Государственном водном реестре.
  4. Лист карты N-41-16 Лазурный. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
  5. Карта Стрельбицкого издания 1919—1921. Восток.
  6. Челябинская область. Главное управление геодезии и картографии МВД СССР, Москва. Масштаб: в 1 см. 5 км. Административные границы даны на 1.05.56. Карта составлена Новосибирской картографической фабрикой в 1953 году и исправлена в 1956 году. Редакторы: Ляпидус Л. Б. и Кучина Н. Ф.
  7. Шувалов Н.И. Тугуняк// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  8. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. Тугуняк // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7