Тэрияки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тэрияки соусы менән бешерелгән тауыҡ ите

Тэрияки (япон. 照り焼き, テリヤキ) — япон кухняһында киң ҡулланыла торған татлы соус һалып ҡурыу ысулы. Тэрияки һүҙе тэри (япон. 照り) тигән исем һүҙҙән алынған, ул «ялтырау» тип тәржемә ителә, һәм яки (япон. 焼き) — «ҡурылған» тип тәржемәләнә. Әҙерләү ысулы продуктты соуста шәкәре ҡатҡанға тиклем бешереүҙән ғибәрәт, шул арҡала ризыҡ ялтырауыҡ менән ҡаплана.

Тэрияки өсөн соусты соя соусына шәкәр, сакэ һәм/йәки мирин өҫтәп эшләйҙәр. Балыҡ һәм ит ризыҡтары менән бирелә.

Япониянан ситтә бары тик татлы соус һибелгән ризыҡтарҙы ла тэрияки тип йөрөтәләр[1]. Йыш ҡына был соусҡа хатта һарымһаҡ, тәмләткестәр һәм башҡа «көнбайышҡа хас» өҫтәмәләр һалалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]