Түбәнге Ильяс
| Ауыл | |
| Түбәнге Ильяс | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Түбәнге Ильяс (рус. Нижнеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Ильяс — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Түбәнге Ильяс һәм Үрге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[1].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1920[1] |
|---|
| 435 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[2] |
| 151 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (99 %) йәшәй[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177-178, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.