Түбәнге Табын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Түбәнге Табын
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Нижнетабынское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Нижнетабынское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423977

Түбән Табын[2] (Ҙур Табын; татар. Түбән Табын, рус. Нижний Табын) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Табын йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Ирәкте улусының Абдубин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[4].

1848 йылда мәсет, 1870 йылда мәктәп теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1816 йылда ауылда 25 керҙәш башҡорт (Ҫарайлы-Мең улусының Юғары Табын ауылынан); 1859 йылда — 156 ир затлы керҙәш башҡорт, типтәр һәм дәүләт крәҫтиәне; 1912 йылда — 557 дәүләт крәҫтиәне (башҡорттарҙан) һәм 322 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
187018971913192019261938194919581970197919892002
340632879814550594671344316262244224

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — Б. 395. — 544 б. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 549-550. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.