Түбәнге Әбсәләм
Ауыл | |
Түбәнге Әбсәләм башҡ. Түбәнге Әбсәләм | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Әбдесәләм |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452539 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Түбәнге Әбсәләм (рус. Нижнее Абсалямово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 13 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 9 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арый): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 84 км
Түбәнге Әбсәләм ауыл Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 9 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 84 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Әбсәләм — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. Тәүге нигеҙ һалыусы кеше — Әбделсәләм Әбүталипов. Ул 1756 йылда тыуған. Уның улдары: Фәтҡулла (уның улдары: Хәбибулла, Ғәйнулла, Вәлиулла), Мөхәмәтйәр, Зәйнулла, Әбделхәким, Хөснулла). Әхмәт ауылына нигеҙ һалыусы ла Әбсәләм ауылыныҡы була. Уның улы Зөлҡәрнәй Әхмәтов 1750—1826 йылдарҙа йәшәгән. Уның 1776 йылда тыуған улы Исай була. Исайҙың улы — 1799 йылғы Сәйетборхан.[4]
1795 йылда Әбсәләмдәге 13 йортта 51 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы улусы | Себер даруғаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -сы йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Дыуан улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан улус Советы (1918 й.), Арый ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Арый ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арый ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Арый ауыл советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Түбәнге Әбсәләм ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Әхмәт (Әбсәләм) ауылында 6 йортта 30 кеше йәшәгән. Бергә алғанда, Әбсәләм ауылындағы 34 йортта 197 кеше, 1834 йылда — 56 йортта 299 кеше йәшәгән.
1842 йылда Әбсәләм ауылында 313 кешегә 92 сирек ужым һәм 388 сирек яҙғы иген, шулай уҡ 8 сирек картуф сәселгән. Шул уҡ осорҙа Әбсәләм ауылы янындағы Әхмәт ауылында 36 кешегә 17 сирек ужым, 66 сирек яҙғы ашлыҡ һәм 2 сирек картуф сәселгән. Әбсәләм һәм Әхмәт ауылдары халҡы бөтә ерҙәргә лә уртаҡ хужа булған[6][7].
1859 йылда Әбсәләмдә — 54 йортта 390 кеше, 1870 йылда — 73 йортта 432 кеше йәшәгән[4]. 1859 йылда Әхмәт тип аталған ауылда 6 йортта 20 кеше, 1870 йылда 3 хужалыҡта 11 кеше донъя көткән[8].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттан башлап Үрге Әбсәләм һәм Түбәнге Әбсәләм тип айырып йөрөтөлгән. Икеһе лә Дыуан-Мәсетле ауылынан 8 саҡрымда урынлашҡан.
1920 йылда ике ауылда (Үрге һәм Түбәнге Әбсәләм) — 76 йортта 419 кеше йәшәгән. Әхмәт ауылы, рәсми рәүештә Әбсәләм тип аталғанлыҡтан, 1920 йылда иҫәпкә алынмаған. Әхмәт ауылы — Үрге йә Түбәнге Әбсәләм тип йөрөтөлгәнме, уныһы билдәһеҙ. [9]
Әлеге ваҡытта Түбәнге Әбсәләм бөткән ауыл тип әйтерлек хәлдә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 13 | 7 | 6 | 53,8 | 46,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Арҙаҡлы шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер Йосопов — (31 май 1938 йыл, Дыуан районы, Түбәнге Әбсәләм ауылы — 16 март 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре: Арый ауылы эргәһендәге Сейәле тау
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4. 497 б.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Түбәнге Әбсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 Абсалямово | Генеалогия и архивы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4. 497 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ МИБ. Т. 3. С. 223. Ч. 1. С. 374, 392; Т. 3. С. 120, 223; Т. 5. С. 35, 120; Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 323, 326. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 374-а. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4873. Л. 160. См. это дело и по другим деревням
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 497. — ISBN 978-5-295-04683-4. 497 б.
- ↑ Карта д. Нижнее Абсалямово. Улица
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |