Түнел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түнел
Истанбул метрополитены
Тәүге участка асылыу датаһы:

1875 йылдың 17 ғинуары

Оҙонлоғо:

0,573 км

Станциялар һаны:

2

Юл ваҡыты:

5 мин

Поезд составындағы максималь вагондар һаны:

2

Поезд составынд вагондар һаны:

2

Тәүлек эсендә уртаса пассажирҙар һаны, мең. кеше./тәүлек:

15 000

Ер өҫтөндәге участкалар:

юҡ

Түнел (төрөк. Tünel) — ике генә станциялы иҫке бәләкәй метро линияһы, Истанбулдың Европа өлөшөндә урынлашҡан. 1875 йылда асылған.

Түнел донъяла иң бәләкәй һәм иң ҡыҫҡа метро линияларының береһе булып тора.

Түнел: станциялағы поезд
Түнел: тоннель күренеше

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түнелде француз инженеры Эжен Анри Гаван проектлай һәм ул инглиздәр ҡатнашлығында 1871—1875 йылдарҙа төҙөлә. Түнелде рәсми асыу тантанаһы 1875 йылдың 17 ғинуарында була. Башта халыҡ ер аҫтынан һалынған юлдан йөрөргә хәүефләнә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн мал-тыуар тейәлгән өҫтәмә вагон тағыла. Һөҙөмтәлә был сара транспорттың хәүефһеҙ икәнлеген күрһәтә.

1910 йылда Түнел электрлаштырыла, уға тиклем вагондарҙы аттар һөйрәп йөрөтә.

1939 йылда Түнел национализациялана һәм ҡаланың IETT тиҙлекле транспорт системаһының (İstanbul Elektrik Tramvay ve Tünel) бер өлөшө ителә[1].

1971 йылда Түнел ремонтлана һәм модернизациялана, иҫке ағас вагондары яңыларға алмаштырыла[2].

Әлеге ваҡытта Түнель 2000 йылда асылған төп метрополитендан (ҡара: Истанбул метрополитены) һәм 1989 йылда барлыҡҡа килгән еңел метронан бойондороҡһоҙ үҙенә башҡа эшләп тора.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Линияның оҙонлоғо — 573 метр[3], линияла ике вагон йөрөй. Ҡоролошо буйынса был транспорт ер аҫты фуникулёры булып тора. Вагондарҙың йөрөү интервалы — 3−5 минут. Түнел көн һайын 15 000 кешене ташый, йыл эсендә вагондар 37 066 километр юл үтә.

Йөрөү хаҡы — 4 төрөк лираһы, ә Истанбулдың транспорт картаһы буйынса — 2,15 төрөк лираһы.

Трамвайҙан Түнелгә күсеп ултырғас, тағы түләргә тура килгәнлектән Түнел ерле халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланмай.

Ҡазалы ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1943 йылдың 6 июлендә электр кабеле сафтан сыҡҡанлыҡтан 1 кеше һәләк була һәм 6 кеше яралана.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. The remaking of Istanbul: portrait of an Ottoman city in the nineteenth century, pp. 96-98. Çelik, Zeynep.
  2. The first funicular – The Tünel. Funimag, issue 26 (27 сентябрь 2005). Дата обращения: 19 июль 2009.
  3. Tunnel. IETT. Дата обращения: 25 апрель 2014. 2018 йыл 24 июль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]