Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1674
Тыуған урыны Ҡасим[d], Ҡасим ханлығы
Вафат булған көнө 1766
Һөнәр төрө дипломат

Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы Тәвкилев (Алексей Иванович Тевкелев; татар. Təfkilev Qotlımөxəmmət Mameş uğlı; 16741766) — татар Тевкелев мырҙалары ырыуынан, рәсәй дипломаты, Силәбегә нигеҙ һалыусы, генерал-майор (1755), 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотломөхәммәт, шулай уҡ уның улы һәм ейәндәре, төп исеме менән бер рәттән рус мөхите өсөн рус исеме ҡулланған. Ҡайһы бер «сығанаҡтар» күрһәтеүенсә, ул православие динен ҡабул иткән, әммә быға дәлил юҡ[3][4].

Пётр I осоронда хеҙмәтен башлаған. 1711 йылғы Прут походында һәм 1722—1723 йылдарҙағы Фарсы походтарында тәржемәсе булған. 1716 йылда кенәз А. Бекович-Черкасскийҙың Урта Азия экспедицияһында ҡатнашҡан. 1730 йылдан Ырымбур крайында хәрби-административ хеҙмәттә, Ырымбур экспедицияһы (1734) башлығы И. К. Кириловтың ярҙамсыһы.

Көнбайыш Ҡаҙағстанды (Кесе Жузды) Рәсәйгә ҡушыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан. 1731 йылдың октябрендә Тәвкилевкә, Кесе Жузға Абулхаир ханға батша грамотаһын тапшырыу һәм солтандар һәм старшиналарҙы антҡа килтереү маҡсатында, махсус миссия менән етәкселек итеү йөкмәтелә. Ҡаҙаҡ феодалдары Абулхаир хандың улар менән кәңәшләшмәй тороп, урыҫ батшаһына тоғролоҡҡа ант итергә йөрөүенә ҡырҡа ҡаршы сыға. Абулхаир ханға ҡаҙаҡ старшиналарына барыһын уртаға һалып һөйләргә тура килә- уның ысын хакимлыҡ итеүсе хан булғыһы килә. Тевкелевкә ошо сетерекле хәлдән сығырға һәм үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәргә ҡаҙаҡтарҙы яҡшы белгән, улар менән аралашып йәшәгән, уны оҙатып йөрөүсе башҡорт старшиналары Алдар Иҫәнгилдин, Таймаҫ Шаимов һәм башҡалар ярҙам итә.

П. И. Рычков «История Оренбургская» хеҙмәтендә был хаҡта әйткәндә, өҫтәп, Тәвкилевтең һүҙҙәренең ышаныслылығы һәм көсө ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙы уны «иҫ киткес кеше», тип хөрмәт итергә мәжбүр иткән[5]. [6] тигән.

Хәйер, был сәйәси фактты милләт-ара мөнәсәбәттәргә хәҙерге заман ҡараш менән бәйләһәк, ҡаҙаҡ ғалимдарының Тәфтиләү эшмәкәрлегенә баһалауы үҙгәреүе мөмкин: «Тәвкилев, хандың яҡындарының рәхмәтенә өлгәшеп, төпкөл дала киңлектәренә яңы мәғлүмәттәр бик күпкә һуңлап барып еткән был осорҙа, күскенселәрҙең күпселегенең нәфрәтенә лайыҡ булып, үҙенә йөкмәтелгән бурысын үтәне»

Императрица Анна Иоанновнаның шәхсән указы менән 1734 йылдың 8 майында полковник дәрәжәһенә үрләтелгән. 1750-се йылдар башында ул башҡа диндәр эштәре буйынса комиссия етәксеһе, һуңынан И. И. Неплюевтың ярҙамсыһы булған. 1755 йылдың 4 сентябрендә Ырымбур губернаторы И. И. Неплюевтың рәсми тәҡдиме нигеҙендә, Хөкүмәт идараһын алып барыусы сенат указы менән, генерал-майор дәрәжәһенә үрләтелгән.

Тәвкилев яҡынса 20 ҡәлғәгә нигеҙ һалдырған, шулар араһында Ырымбур крайындағы Силәбе, Орск һ. б. Ҡаҙаҡ жуздары һәм башҡа Урта Азия дәүләттәре хакимдары менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға етәкселек иткән.

Тәвкилев Пугачёв болаһы тоҡаныуҙан бер ни тиклем алдараҡ вафат булған. Уның улы, секунд-майор Йосоп Ҡотломөхәмәт улы Тәвкилев (рус. Осип Алексеевич), 1773 йылда Пугачёв баш күтәреүселәре отряды тарафынан үлтерелгән[7].

Башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалын баҫтырыу барышында Тәфтиләү тыныс халыҡҡа ҡарата айырата рәхимһеҙлек менән билдәлелек алған.

1735 йылда Өфөгә указдар менән танышырға ебәрелгән Ҡаҙан һәм Нуғай юлы башҡорттары вәкилдәрен язаға тарттырған. 1736 йылдың 19ғинуарында Тәвкилев үҙенең 2000 һалдаттан һәм хеҙмәттә торған кешеләр командаһы менән Себер даруғаһы Балыҡсы улусына ҡараған легендар Һөйәнтүҙ ауылын ер йөҙөнән юҡ иткән. П. И. Рычков мәғлүмәте буйынса:

«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән бергә, атып, драгун штыктары менән ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар(?) тарафынан һөңгө менән үлтерелде. Бынан тыш 105 кеше, аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды»[8]:

1736 йылдың ғинуарында Алексей Иванович етәкселегендәге батша отрядтары Себер даруғаһы территорияһындағы 50-гә яҡын башҡорт ауылын яндырған, 2 меңгә яҡын кеше үлтерелгән. 1736 йылдың март—апрелендә Тәвкилев етәкселегендәге карателдәр тарафынан 503 ауыл яндырылған, 3042-ләп кеше үлтерелгән, ә 1736 йыл эсендә А. И. Румянцев баһаһы буйынса — 10 меңдән дә кәм үлтерелмәгән.

В. Н. Татищевтың башҡорттарға хөкүмәт мөнәсәбәтен бер аҙ йомшарта биреү тәҡдименә А. И. Тәвкилев бына нисек яуап яҙған:

Ә башҡорттарға урыҫтар йәшәгән ауылдарҙан элеккесә икмәк һатып алырға рөхсәт итеүҙе файҙаһыҙ һәм хәүефле тип табам, сөнки әлеге дәүерҙә уларҙы аслыҡ йыуашландыра, һәм иң мөһиме - уларҙы хәлһеҙләндерә. Ә ҡайһы берҙәре, аслыҡтан миктәп, мал урлағандан ғына дәүләт кимәлендәге зыян килтерә алмаҫ ... ә икмәккә туйһалар, ирекле һәм тотоп тыйырлыҡ булмаған, мәңгегә ҡурҡыу белмәгән был халыҡты, әгәр мәсьәләне шулай еңел хәл итһәк, һуңынан буйһондороуы бик ҡыйын буласаҡ ... тағы бола башланасаҡ; ... баҫтырып та булыр, әммә, уларҙы ас һәм көсһөҙ сағындағы буйһондороуға ҡарағанда, туҡ көйө баҫыуы күпкә ауыр буласаҡ.

В. Н. Татищев индергән тәҡдимгә А. И. Тевкелевтең фекере. 1730 йылдың 8 ноябре[9]

А чтоб хлеба башкирцам в руских жилищах попрежнему позволить повелено покупать, признавается неполезно и небезопасно, ибо ныне кажется в большую покорность приводит их голод, и тем бы ноивящще их привесть в ослабление. А хотя от голоду некоторые из них скот красть и будут, токмо тем государственного вреда не учинят, а когда они собою з довольством хлеба накупят, и, яко вольной и необузданной народ, никогда над собою страха не видали, опасно что паки по своему ветреному лехкомыслию к неспокойству не обратились, хотя их усмирить в том время будет и можно, только с ними поступать будет тяжеле, нежели как они были голодны и безсильны.

Мнение А. И. Тевкелева на предложение В. Н. Татищева. 8 ноября 1730 года[9]

Тәвкилев баш күтәреүселәрҙең хәрби көстәре менән һуғышыуҙан баш тартҡан. Һөйәнтүҙ ауылында ойошторолған үлтереш буйынса Тәвкилев белдермәһенән:

«был бурҙар йыйналышына күрһәтелгән хәлдәр буйынса түгел, исемләнгән Балыҡсы улусына бурҙарҙы, эҙләп табып, тамырынан ҡороторға, тип барҙыҡ»

«к оному воровскому многолюдному собранию за показанными обстоятельствами не пошли, а пошли для искоренения и выискивания воров в реченную Балакчинскую волость»[10].

Тәвкилев язалауҙың тактикаһын былай тип нигеҙләгән:

«Үҙҙәренең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын һаҡларға мәжбүр булған боласылар ҡурҡыуға төшәсәк һәм, берҙәмлеген юғалтып, тарҡалыш кисерәсәк»

«Бунтующие согласники могут приттить в страх и разделение, ибо принуждены будут своих жен и детей охранять»[10].

1736 йылдың яҙында ғына Тәвкилев, полковник Мартаков командаһы менән берләшеп, 50-ләп башҡорт ауылын көлгә әйләндергән, 2000-дән ашыу кешене юҡ иткән. Ҡулға алынғандарының өлкәндәрен язалағандар, ә ҡатындарын һәм балаларын ҡоллоҡҡа таратҡандар[8][11][12][13].

Витевский Владимир Николаевич үҙенең Ырымбур крайы тураһындағы тарихи монографияһында былай тип яҙған[14]:

«Тәвкилев 50-гә яҡын башҡорт ауылын бөлгөнлөккә төшөрҙө, уларҙы, йөҙәре менән буш амбарға ябып, яндырҙы, башҡорт ҡатындарын һәм балаларын һалдаттарға таратып бирҙе, ә ир-атты һәм атайҙарҙы әҙәм ышанмаҫлыҡ аяуһыҙ ғазап-язаларға дусар итте».

«Тевкелев разорил до тла около 50-ти башкирских деревень, сотнями загонял башкир в пустые амбары и сжигал их, жен и детей башкирских отдавал солдатам, а мужей и отцов подвергал самым жестоким пыткам и казням».

А. И. Румянцевтың Тәвкилев менән хатлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

       Тәфтиләү.
 Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
 Полковник Тәфтиләү яу урыны.
 Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
 Алтынланды уның яурыны.
                                                                                                                                                                            
 Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
 Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
 Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
 Үҙе белмәһә лә, ил белә.
                                                                                                                                                
 Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
 Йыр йырламай күңел асылмаҫ.
 Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
 Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.

 Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
 Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
 Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
 Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

 Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
 Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
 Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
 Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.[15]

«Тәфтиләү», башҡорт халыҡ йыры


Крутые скалы на брегах Идели,
Здесь Тевкелев отдал приказ на бойню.
Огонь, что сжег башкирские деревни,
Позолотил полковника погоны.
Трет жесткое седло бока гнедого,
Седлу не больно, а коню терпеть.
Полковник Тевкелев карал башкир жестоко,
Зачем ему чужой народ жалеть?
Лишь ветерком развеются туманы,
Лишь песнею утешится душа;
Полковник Тевкелев оставил путь кровавый,
И память обо всем еще жива.
Бурлит, кипит вода реки Идели,
Нет, Тевкелевым не найти здесь брода.
И сколько б Тевкелевы ни пытались,
Не задушить им чаянья народа!
Чернеют сосны на отвесных скалах,
Закатные ветра им ветви гнут…
Проклятие я высеку на камне,
Когда-нибудь потомки пусть прочтут…

«Тафтиляу», башкирская народная песня


Мәсьәләләрҙе ҡорал ҡулланмай хәл итеү яҡлы булған генерал-лейтенант А. И. Румянцев, башҡорттарҙан ишетеп белеүенсә, Тәвкилевтең айырыуса ҡанһыҙлығы арҡаһында ихтилал ҡыҙғанын белгәнлектән, Тәвкилевтең хәрәкәтен хупламаған[16].

Тәвкилев Румянцевҡа былай тип яҙған:

«Был ауыл халҡының ысынбарлыҡтағы фетнәһен күреп, … башҡа бурҙарҙы ҡурҡытып тотоу маҡсатында һәм шулай ҡаты тотҡанда ғына зыяндан ҡотолоу өсөн, команда килерен алдан белеп, тау-урмандарға ҡасып өлгөргәндәрен иҫәпләмәгәндә, ҡалғандары, ҡатындары һәм балалары менән, штыктар менән сәнсеп үлтерелделәр һәм ауыл, ере көйгәнсе, көлөн күккә осоролоп, яндырылды».

«Видя тех деревенских жителей явное возмущение показанной деревни жителей… на страх другим бунтующим ворам и чтоб от них, ежели их далее удерживать, большаго вреду не воспоследовано, з женами и з детьми, окроме тех, которые заранее в леса разбежались от команды, переколоты и деревню их велено выжечь до подошвы»[17].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш күтәреүселәргә ҡанһыҙ мөнәсәбәте арҡаһында Тәфтиләү исеме менән башҡорт йыр фольклорына ингән был әҙәм аҡтығы[18][19][20][21].

Силәбе өлкәһе энциклопедияһындағы мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маметев Кутлу-Мухамет тәржемәсе, хәрби офицер, полковник (1734 йылдан), дәүләт хеҙмәткәре, алпауыт, завод хужаһы. Суҡындырылған татарҙар ырыуынан.

Пётр I заманында «йәшерен эштәр буйынса тәржемәсе» булып эшләгән, 1722—1723 йылдарҙағы Фарсы походында ҡатнашҡан. 1730 йылда илселек менән Ҡырғыҙ-Ҡайсаҡ Урҙаһындағы Кесе Жузға барып, уны Рәсәй империяһына ҡушыуға ҙур тырышлыҡ һалған, һәм шуның өсөн полковник исемен алған.

1734 йылдан Ырымбур экспедицияһында И. К. Кириловтың ярҙамсыһы булған. Ырымбурға нигеҙ һалыуҙа (1735), 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. Ҡырғын командаларына етәкселек иткәндә, сикһеҙ ҡанһыҙлығы менән айырылып торған.

1736 йылдың 2 (13) сентябрендә Силәбе ҡәлғәһенә нигеҙ һалған.

1739 йылдан Башҡа диндәр һәм сик эштәре Комиссияһы начальнигы. Нескә һәм үтә һиҙгер аҡылға эйә булған, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙың һәм башҡорттарҙың йолаларын белгән был кеше Ырымбур крайы өсөн алыштырғыһыҙ чиновник булған. Яңы ерҙәрҙе үҙләштергәндә Тәвкилевтың ҡаҙаныштарын билдәләп, батшабикә Анна Иоанновна уға 1000 йән татар менән бергә Иҫке Балтас ауылында имение бүләк итә. Тәвкилев шулай уҡ татарҙар йәшәгән башҡа имениелар ҙа алған.

Уның улы Осипҡа (Йосоп) атаһынан Өфө наместниклығында 897 йән, Вятскийҙа — 1130, Рязанскийҙа — 83 крәҫтиән алған.

1742 йылда, башҡорт ихтилалдарын баҫтырғаны өсөн, Тәвкилев бригадир чинын алған, 1755 йылда генерал-майор булып киткән.

Көнсығыш мәсьәләләрен яҡшы белеүсе тип иҫәпләнгән. Көнсығыш мәсьәләлре буйынса хатта Екатерина II Тәвкилевҡа мөрәжәғәт иткәне билдәле. Отставкаға китер алдынан Тәвкилев Варзиан-Алексеевский баҡыр иретеүсе заводын төҙөгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тәвкилевтәр һарайы
  • Килем
  • Тирсә
  • Һөйәнтүҙ
  • Тәфтиләү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Статья «Тевкелевы» // Энциклопедия Башкирии
  2. Тевкелев палач и предатель. Геноцид башкир, нападение на казахов
  3. Тевкелев в «Оренбургской Пушкинской энциклопедии»
  4. Тевкелев Алексей Иванович в онлайн энциклопедии Челябинска
  5. Тулепбаев Байдабек Ахмедович. Добровольное присоединение Казахстана к России и его историческое значение
  6. Левшин А. И. Описание Киргиз-казачьих или киргиз-кайсацких орд и степей
  7. Тевкелев Осип Алексеевич
  8. 8,0 8,1 Рычков П. И. История Оренбургская: 1730—1750. Ырымбур, 1896.
  9. 9,0 9,1 Материалы по истории Башкортостана. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30-х годов XVIII в. Т.VI. — Уфа: Китап, 2002. — С. 311.
  10. 10,0 10,1 Материалы по истории Башкортостана, 2002. — С. 121
  11. Новый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона Т. 5: Балюстрада — Беранже. — 1911. — 8 с, 960 стб., 2 с, 11 л. ил., портр., карт. с. 486—487
  12. «Тевкелев разорил до тла около 50ти башкирских деревень, сотнями загонял башкир в пустые амбары и сжигал их, жен и детей башкирских отдавал солдатам, а мужей и отцов подвергал самым жестоким пыткам и казням.» Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года». — Т. 1. — Казань, 1889 стр. 143
  13. Статья «Сеянтус» в краткой энциклопедии Башкортостана 2013 йыл 2 апрель архивланған.
  14. Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года». Т.1. Казань, 1889 стр. 143
  15. http://song5.ru
  16. Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года». — Т. 1. — Казань, 1889. — С. 144.
  17. Акманов И. Г. Башкирское восстание 1735—1736 гг. — Уфа, 1977. — С. 61
  18. «Тафтиляу»(недоступная ссылка) (башҡ. «Тәфтиләү»)
  19. Башкирские народные песни, песни-предания / Авт.-сост. Надршина Ф. А. (на башк., русск. и англ. яз.) — Уфа: Китап, 1997. с.104-106
  20. слова песни Тевкелев(Тәфтиләү) на башкирском и русском языке 2012 йыл 3 февраль архивланған.
  21. Запись песни Тевкелев(Тәфтиләү) в исполнении Х. Ф. Ахметова, песня усвоена в детстве в Баймакском районе. Записана в 1943—1945 гг 2013 йыл 16 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Азаматова Г. Б. Интеграция национального дворянства в российское общество: на примере рода Тевкелевых. — Уфа, 2008.
  • Азнабаев Б. А. Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). Монография. — Уфа, 2005.
  • Акманов И. Г. Башкирские восстания в XVIII веке. — Уфа, 1987.
  • Акманов И. Г. За правдивое освещение истории народов. — Уфа, 1995.
  • Бердин А. Т. Салават: бой после смерти. Монография. — Уфа, 2010.
  • Буканова Р. Г. Города и крепости Юго-Востока России в XVIII веке. — Уфа, 1998.
  • Витевский Н. В. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года. — Т. 1. — Казань, 1889.
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. 1552—1740. — Уфа, 1995.
  • Материалы по истории Башкортостана. Т. VI. — Уфа, 2002.
  • Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне. — Уфа, 1993.
  • Пушкин А. С. История Пугачёва. Собр. соч. в 6 томах. — Т. 6. — М., 1950.
  • Рапорт генерал-лейтенанта А. И. Румянцева от 20 июля 1736 г. // РГАДА. Ф. 248. Кн. 11131. Л. 737—738.
  • Рычков П. И. История Оренбургская. — Уфа, 2001.
  • Соловьев С. М. Чтения и рассказы по истории России. — М., 1989.
  • Таймасов С. Алдар-Кусюмовское восстание и политическое положение Башкортостана в первой трети XVIII века // Ватандаш. 2008. Август. — С. 52—65.
  • Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758. Т. 1. Казань, 1897.
  • Дегтярев И. В. «В бору Селябском…» // Рифей: Лит.-краевед. сб. Ч., 1985.
  • Гудков Г. Ф. Аксаков С. Т.: семья и окружение / Г. Ф. Гудков, З. И. Гудкова. Уфа, 1990; Попов Л. По следам основателя Челябинска // Врата Рифея: Сб… М., 1996.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]