Тәйәммүм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Children of Iran Of qom کودکان ایرانی، کودکان قمی 30.jpg

Тәйәммүм (ғәр. تيمم‎‎) — Исламда айырым осраҡтарҙа тәһәрәт урынына ҡом йәки махсус таш менән таҙарыныу-һөртөнөү. Тәйәммүм өсөн ҡоро тупраҡ, саң, эзбиз, гипс, цемент, балсыҡ һәм башҡа ҡоро матдәләр ҡулланыла ала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һижрәнең 5-се йылында (миләди 627 йыл) Бәнү Мусталиҡ ырыуы менән яу тотҡанда, мосолмандар тәһәрәт өсөн һыу таба алмай. Шул мәлдә Мөхәммәт пәйғәмбәргә тәһәрәт һәм тәйәммүм тураһында аят иңә.

«

Әй иман килтереүселәр! Намаҙ уҡырға торһағыҙ, йәғни намаҙ уҡырға теләп, үҙегеҙ тәһәрәтһеҙ булһағыҙ, йөҙҙәрегеҙҙе маңлай сәстәренән эйәк аҫтына, бер ҡолаҡтан икенсе ҡолаҡҡа ҡәҙәр, унан ҡулдарығыҙҙы терһәктәргә тиклем йыуығыҙ. Йәнә башығыҙға мәсех ҡылығыҙ. Йәнә аяҡтарығыҙҙы шайтан ашыҡҡа тиклем, уның үҙен дә, йыуығыҙ. Нәжескә ҡағылған булһағыҙ, тулы ғөсөл ҡойоноғоҙ.Әгәр һеҙ сирле булып, һыу тейҙереү зыян килтерерлек булһа, йәки сәфәрҙә булһағыҙ, тәһәрәтегеҙ боҙолған йә ҡатындарға ҡағылған осраҡта һыу таба алмаһағыҙ, таҙа тупраҡ, һәм ҡом шикелле ер енесенән булған нәмгә тәйәммүм һуғығыҙ. Йөҙҙәрегеҙгә һәм ҡулдарығыҙға шуның менән мәсех ҡылығыҙ, йәғни бер мәртәбә һуғып, йөҙөгөҙгә мәсех ҡылығыҙ, икенсе мәртәбә һуғып, ҡулдарығыҙға мәсех ҡылығыҙ. Аллаһы тәғәлә һеҙгә диндә тарлыҡ ҡылырға теләмәҫ, ләкин Ул һеҙҙе тәһәрәтһеҙлектән йәки гонаһтан пак ҡылыуҙы теләр. Сөнки тәһәрәт гонаһтарға кәфәрәттер. Тәйәммүмгә рөхсәт биреп Үҙенең ниғмәтен тамамлауҙы теләр, шәйәт, һеҙ Аллаһы тәғәләнең ниғмәттәренә шөкөр итерһегеҙ.

»

Тәйәммүм сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡом менән таҙарыныу шундай осраҡтарҙа рөхсәт ителә:

  1. Әгәр 2-3 километр радиуста тәһәрәт алырлыҡ һыу табылмаһа
  2. Әгәр һыу тейгән осраҡта яраның боҙолоу хәүефе, һыуыҡ тейеү ихтималы булһа һәм башҡалар
  3. Әгәр дошман, юлбаҫарҙар һәм башҡалар яғынан хәүеф булһа
  4. Һыу әҙ булып, эсерлек кенә ҡалған булһа

Тәйәммүм ҡылыу тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәйәммүм совершается следующим образом:

  1. Тәйәммүм алырға ниәт ҡылына.
  2. Устарҙы асып ер енесенән булған нәмәгә (ҡом, тупраҡ йәки саң) һуғырға. Ҡулға йоғоп ҡалғанын устарҙы һуғып төшөрөргә.
  3. Асыҡ ус менән битте һөртөргә
  4. Икенсе тапҡыр ергә һуғып алғас, уң ҡулды бармаҡ осонан терһәккә тиклем һөртөп сығырға.
  5. Өсөнсө тапҡыр һуғып алғас, һул ҡулды бармаҡ осонан терһәккә тиклем һөртөп сығырға.

Боҙолоу шарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәһәрәтте ни боҙа, тәйәммүмде лә шул боҙа. Тәйәммүм ҡылыр шарттар юҡҡа сыҡҡанда (мәҫәлән, һыу табылһа йә яра төҙәлһә) тәһәрәтте һыу менән яңыртыу фарыз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]