Эстәлеккә күсергә

Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова битенән йүнәлтелде)
Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Королёв, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
 Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы Викимилектә

Даянова Тәскирә (Тәзкирә)[1] Байрам ҡыҙы (10 ғинуар 1948 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, 2008 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989), Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе (2014).

Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова Башҡорт АССР-ының Асҡын районының Королев ауылында тыуған. Ата-әсәһе үҙҙәренең тыуған яҡтарына — Мәсетле районы Һөләймән ауылына күсеп ҡайтҡанлыҡтан, Тәскирә башта Һөләймән башланғыс, артабан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә белем ала. 1966 йылда Өфөнөң 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай (1973).

1971 йылдан алып 2003 йылға тиклем Мәсетле районының Йонос урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй.

Мәктәптә эшләгән йылдарында бәләкәйҙәр өсөн тәрбиәүи темаларға арналған ваҡ күләмле әҫәрҙәргә ҡытлыҡ тоя һәм үҙе ижад итә башлай. 1994 йылда «Аҡһаҡ ҡарға бүләге» тигән тәүге әкиәт китабы баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта драма түңәрәге өсөн пьесалар яҙа. Йонос урта мәктәбенең драма түңәрәге ул йылдарҙа район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа призлы урындар яулай. Уларҙың был уңыштарын «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһы зәңгәр экрандан күрһәтә.

Пьесалар балаларҙа илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй, геройҙары юғары әхләки принциплы, батыр һәм изге күңелле. Был пьесалар «Ҡанбаба» (2002) тигән китабында донъя күрә.

2002 йылда Мәҙәниәт министрлығы менән Милли йәштәр театры бергәләп ойошторған мәктәп йәшендәге балалар өсөн ябыҡ пьесалар конкурсында призлы урын яулай һәм 2003 йылда «Артыҡбикә» пьесаһы Милли йәштәр театрында сәхнәгә ҡуйыла.

Тәскирә Даянова республика балалар баҫмалары «Аманат» һәм «Аҡбуҙат», йәштәрҙең «Шоңҡар» һәм әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси баҫма «Ағиҙел» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 1989 йылда әкиәттәре өсөн «Аманат», ә 2006 йылда — «Һуңғы шырпы» повесы «Ағиҙел» журналдарының лауреаты була.

2008 йылда Республика балалар өсөн пьесалар конкурсында «Айҙар+Дилә» пьесаһы 2-се урын яулай.

Мәсетле районы администрацияһы ойошторған Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты.

2010 йылда «Изгелек уҡтыусыһы» тигән Өфө ҡала конкурсында «Балалар яҙыусыһы — үҫеп килгән быуынды рухи-әхләки яҡтан тәрбиәләүсе» номинацияһына лайыҡ була.

«Ышан, урман!» (2007) китабында повестар, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған. Уларҙа балалар тормошонда наркомания, социаль тигеҙһеҙлек, йәмғиәттә үҙ урыныңда табыу кеүек киҫкен мәсьәләр күтәрелә. Был әҫәрҙәр йәш уҡыусылар өсөн генә түгел, хатта ололар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм актуаль.

2009 йылда Тәскирә Даянованың ололар өсөн «Һуңғы шырпы» тигән китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары бәйән ителә. Хәҙерге буталсыҡ һәм ауыр заманда кешеләр тормошта үҙ урынын эҙләгәндә әҫәр геройҙары бәҫтәрен төшөрмәй, насар юлға баҫмай үҙ юлдарын табырға тырыша. Күңелдәрендәге изгелек, мәрхәмәт тойғолары уларҙы алға әйҙәүсе маяҡ булып тора.

2018 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Ағинәй юлы» исемле яны китабы нәшер ителдее. Китапҡа хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр һәм үҫмерҙәр өсөн повестар ингән[2].

Тормош иптәше Рим Әхмәҙулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  • Зөлфиә Даянова — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Тамыр» телеканалының өлкән мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре;
  • Азамат Даянов — Рәсәй дәүләт телерадиоканалының Башҡортостан телеоператоры;
  • Айсыуаҡ Даянов — Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре, Сорғот ҡалаһы.
Әҫәр исемеӘҫәр статусыНәшер ителеү мәғлүмәте
Ышан, урманповесть1) Ышан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
Һуңғы шырпыповесть1) Һуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
Ҡуш өйәңкеповесть1) Һуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
ТекстТекст
ТекстТекст
ТекстТекст
АртыҡбикәпьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
Васыятҡа – хыянатпьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
Замана балаларыпьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
ЗифапьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
ҠанбабапьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
Үгәй ҡыҙпьесаҠанбаба: пьесалар. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2002. – 104 бит.
Рухтар аманатыхикәйәЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
Заманымда ҡаламхикәйәЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
ТекстТекст
ҺомайРомантик новеллаЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
ТекстТекст
БәпембәхикәйәЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
Упҡын күҙле ҡыҙхикәйәЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
ДжокондахикәйәЫшан, урман! Повесть, хикәйәләр, пьесалар. – Өфө: Китап, 2007. – 152 бит.
Кил һин… Кил…хикәйәҺуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
Өмөтөңдән яҙмахикәйәҺуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
Зәңгәр һаҡалхикәйәҺуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
Мөғжизәгә ышанамхикәйәҺуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
Яуап тотоухикәйәҺуңғы шырпы: повестар, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 188 бит.
ТекстТекст
Ағинәй юлыхикәйәтАғинәй юлы: хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. – Өфө: Китап, 2018. – 124 бит.
ТекстТекст
Азат мажараларыәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Азат менән Ел бабайәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Аҡсәскәәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Аҡҡош йырыәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Аҡһаҡ ҡарға бүләгеәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
2) Ағинәй юлы: хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. – Өфө: Китап, 2018. – 124 бит.
Аҡ болотәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
2 )
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Арыҫлан егет йөрәгеәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Батыргәрәйәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
2) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Ҡыңғырау сәскәәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Маҡтансыҡ Роза менән баҫалҡы Гөлйемешәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Һунарсы Мәргән табышыәкиәт1) Аҡһаҡ ҡарға бүләге : Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 48 бит.
2) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0
Текстәкиәт1) Ағинәй юлы : хикәйәт, әкиәттәр, хикәйәләр, повестар. — Өфө : Китап, 2018. — 124 бит. — ISBN 978-5-295-06939-0

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989 йыл);
  • «Аманат» журналы лауреаты (1989 йыл) — әкиәттәр өсөн;
  • «Ағиҙел» журналы лауреаты (2006 йыл) — «Һуңғы шырпы» повесы өсөн;
  • Республика балалар өсөн пьесалар конкурсында лауреаты (2008 йыл, 2-се урын) — «Айҙар+Дилә» пьесаһы өсөн;
  • Өфө ҡалаһының «Изгелек уҡтыусыһы» исемле премияның «Балалар яҙыусыһы — үҫеп килгән быуынды рухи-әхләки яҡтан тәрбиәләүсе» номинацияһы лауреаты (2010 йыл);
  • Төрксой, Евразия яҙыусылар берлеге, «Ағиҙел» журналы үткәргән Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара төрки телле хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы лауреаты (2014, 1-се урын) — «Фәрештәм минең» исемле хикәйәһе өсөн;
  • «Аманат» журналының Мифтахетдин Аҡмулла примияһы (2017) — 2017 йылдың 2-3-сө һанында сыҡҡан «Һин барҙа юғалмам» повесы өсөн.
  1. паспорты буйынса Тәзкирә, әҫәрҙәре Тәскирә исеме менән нәшер ителә.
  2. «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Тәскирә Даянова ижады» төркөмөндәге иғлан
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
әҫәрҙәренең баҫма яҙмалары
әҫәрҙәренең аудиояҙмалары
13-15.09.16 «Әҙәби уҡыуҙар» тапшырыуы. Алһыу Бәхтиева уҡый: Хикәйәнең башы.(недоступная ссылка), дауамы(недоступная ссылка), аҙағы.(недоступная ссылка)
әкиәттәр
25.10.13 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Ел бабай» әкиәте.(недоступная ссылка) Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
14.03.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Таштимер һәм Етеҙ болан» әкиәте. 1-се тапшырыу.(недоступная ссылка) Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
15.03.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Таштимер һәм Етеҙ болан» әкиәте. 2-се тапшырыу.(недоступная ссылка) Фирҙәт Ғәлиев уҡый.
28.04.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Ҡыҙыҡһыныусан себеш» әкиәте.(недоступная ссылка) кем уҡый?
18.05.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Маҡтансыҡ рауза менән гөлйемеш» әкиәте.(недоступная ссылка) Ләйсән Солтанғолова уҡый.
03.06.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Аҡ болот» әкиәте.(недоступная ссылка) кем уҡый?
14.09.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Йылан мөгөҙө» әкиәте.(недоступная ссылка) кем уҡый?
03.10.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Япраҡтар ни өсөн һарғая?» әкиәте.(недоступная ссылка) кем уҡый?
27.10.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Кишер ниңә ҡаты?».(недоступная ссылка) Зилә Сәйешева уҡый.
30.11.16 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Йомортҡа тын аламы?» әкиәте.(недоступная ссылка) Зилә Сәйешева уҡый.
14.02.17 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Аҡһаҡ ҡарға балаһы» әкиәте.(недоступная ссылка) кем уҡый?
31.05.17 «Юлдаш» радиоһы. «Иләү» тапшырыуы. Тәскирә Даянова. «Аҡсәскә» әкиәте.(недоступная ссылка) Ләйсән Солтанғолова уҡый.
әҫәрҙәренең видеояҙмалары