Тәҡүмбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Тәҡүмбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы (8 февраль 1916 йыл — 25 май 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1974). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәҡүмбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы 1916 йылдың 8 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Күҙәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1936 йылда Ташкент ҡалаһындағы Урта Азия план институтын тамамлай. 1936-1937 йылдарҙа Төрөкмән ССР-ы Дәүләт планының иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. 1939-1941 йылдарҙа Приморье крайпланында сектор мөдире була. 1946-1949 йылдарҙа СССР Дәүләт планының Грозный өлкәһе буйынса уполномочийының урынбаҫары. 1949-1953 йылдарҙа Бохара өлкәһендә Статистика идаралығында һәм КПСС өлкә комитетында, 1956-1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлексәһендә сектор мөдире (1963), бүлек мөдире (1971-1985) булып эшләй. Уның фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — ауыл хужалығында хужалыҡ иҫәбе алып барыу һәм материаль стимулдар ҡулланыу, етештереүсәнлекте киңәйтеү, иҡтисад мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу юлдары. 1957-1959 йылдарҙа Тәҡүмбәтов колхоздарҙа гарантиялы хеҙмәт хаҡы түләү юлдарын табыу методикаһын уйлап сығара һәм эксперименттар үткәрә, 1958-1965 йылдарҙа хужалыҡ эске иҫәбен индереү, 1963 -1965 йылдарҙа хеҙмәт хаҡын йыл һөҙөмтәһе буйынса түләү, 1966-1968 йылдарҙа ер һөрөү һәм бесән әҙерләү сифатын иҫәпләп хеҙмәт хаҡын түләү ысулдарын иҡтисадҡа индерә. Тәҡүмбәтовтың колхоз милкен дәүләт тарафынан страховкалау һәм йподоходный налог системаһын яҡшыртыу тәҡдимдәре СССР Финанс министрлығы тарафынан хуплана һәм тормошҡа ашырыла. Тәҡүмбәтов Марат улы 1989 йылдың 25 майында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратынла ерләнә.

Яҙған хеҙмәттәре: Соч.: Хозяйственный расчет и денежная оплата труда в колхозах. Уфа, 1959. Вопросы планирования себестоимости колхозной продукции. Уфа, 1960. Воспроизводство валового продукта в сельском хозяйстве. М., 1974 (соавт.)

Наградалары Ике «Почет Билдәһе» ордены (1966, 1975).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Такумбетов М. И. Хозяйственный расчет и денежная оплата труда в колхозах. Уфа, 1959.

Такумбетов М. И. Вопросы планирования себестоимости колхозной продукции. Уфа, 1960.

Воспроизводство валового продукта в сельском хозяйстве. М., 1974 (соавт.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Такумбетов М. И. Хозяйственный расчет и денежная оплата труда в колхозах. Уфа, 1959.

Такумбетов М. И. Вопросы планирования себестоимости колхозной продукции. Уфа, 1960.

Воспроизводство валового продукта в сельском хозяйстве. М., 1974 (соавт.)

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]