Төбәк (археологик ҡомартҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төбәк
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы

Төбәк — (рус. Тюбяк) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сурағол ауылынан йыраҡ түгел, уның көнбайыш ситендә Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан б.э.т. XVII—XV быуаттарға ҡараған, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк археологик ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сурағол ауылынан йыраҡ түгел, уның көнбайыш ситендә Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Мәләүез) — 16 км, ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ) — 12 км.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо торамалның ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән. 6 ҡаралты эҙе табылған, уларҙың иң ҙуры — ярым түңәрәк рәүешле нығытылған күп камералы торлаҡ.

Мәғдәнселек менән шөғөлләнеүҙәре дәлиле — усаҡ, мәғдән киҫәге, шлак, бронза эш ҡоралдары кеүек металл эшкәртеү эҙҙәре асыҡланған.

Башҡа ҡаралтылар тура мөйөшлө, каркас конструкциялы, усаҡтары, ҡоҙоҡтары бар. Һуңыраҡ барлыҡҡа килгән торама б.э.т. XV—XIV быуаттарға ҡарай. Усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары, ҡоҙоҡтары булған каркас‑бағана конструкциялы, тура мөйөшлө 3 ер өҫтө ҡаралтыһы ҡалдыҡтары өйрәнелгән.

Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар бер нисә мәҙәниәткә ҡарай: Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.

Бронза уҡ башағы, беҙ, муйынсаҡ бөртөгө, энә, бысаҡ; таш төйгөс, ҡайраҡ, һандал, ваҡлау плитаһы, ярғыс, һөйәк уҡ башағы, тишкес, гарпун, арҡыры балта, балсыҡ орсоҡбаш, тигель, шулай уҡ, фараз ителеүенсә, йылым батырғысы табылған.

Ҡомартҡы материалдары өлөшләтә Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]. Ҡалған өлөштәре Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты фондтарында һаҡлана.

Асыш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк археологик ҡомартҡыһы 1955 йылда тарих фәндәре кандидаты, Таш быуат археологияһы үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, доцент Викторова Валентина Дометьяновна тарафынан асыла.

1962 йылда ғалим-тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан өйрәнелә.

1982—83 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов тикшеренеү эштәре үткәрә.

1986— 91 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов һәм археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы һ.б. тикшерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В. С. Горбунов Төбәк//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тюбяк: поселение бронзового века на Южном Урале. Уфа, 2001.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.