Эстәлеккә күсергә

Төймә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төймә
Рәсем
3D-модель
 Төймә Викимилектә

Төймә — киң мәғәнәлә -  ҙур булмаған, берәй ҡаты йә тығыҙ материалдан эшләнгән, тишекле йәки ҡолаҡлы кейем, көнкүреш әйберҙәре ҡаптырғысы, һиҙәп (ваҡ төймә)[1][2]. Тарыраҡ мәғәнәлә — кейемдә йәки тегеүле башҡа әйберҙәрҙә ҡара-ҡаршы яғындағы өлөштәрҙе бер-береһенә элмәккә йә махсус уйымға кейҙереп беркетеү өсөн ҡулланылған предмет[3].

Йышыраҡ төймә уртаһында ике йәки дүрт тишекле, түңәрәк итеп эшләнелә. Әммә квадрат, өсмөйөш, цилиндр йәки тупсыҡ рәүешлеләре лә осрай.Уларҙың тишек һандары ла төрлөсә була.

Төймә коллекцияһы йыйыу филобутонистика тип атала.

Төймәнең тәғәйенләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ырымбур башҡорто. Бишмәт төймәләре. Улар тупсыҡ рәүешле һәм ҡолаҡлап беркетелгән 1870-се йй. Авторы К. Фишер
Өс тишекле төймәләр

Дүрт төп тәғәйенләнешен билдәләп була:

  • утилитар (ҡаптырғыс);
  • декоратив (биҙәү);
  • магик (бетеү);
  • Мәғлүмәти (танытыу билдәһе).

Төймәгә ҡулланылған материалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төймәләр төрлө материалдарҙан эшләнгән һәм эшләнә: металл, быяла, ағас, гәрәбә, мәрүәт (перламутр), күн, һөйәк, фарфор, эбонит һәм башҡалар.

1930-сы йылдарҙан пластмасса төймәләр ҡулланышҡа инә.

Башҡортса
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 381-се бит
Русса
Сит илдәге