Төлгөҙбаш ауылы күлдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төлгөҙбаш ауылы күлдәре

Төлгөҙбаш (рус. Тульгузбаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 265 кеше[1]. Почта индексы — 452884, ОКАТО коды — 80204804004.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асҡын): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 79 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төлгөҙбаш ауылы, уның ҽр-һыу атамаларының барлыҡҡа килҽү тарихы матҽриалдары Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин ҽтәксҽлҽгҽндә «Тыуған яҡты өйрәнҽү» түңәрәгҽ ағзалары тарафынан йыйылып, 1994 йылда ҡағыҙға тҽркәлгән. Төлгөҙбаш ауылы ХХ быуат башында барлыҡка килгән. 1903-1904 йылдарза Татарстандан Ғатаулла ҡарт, Ҡаҙансы яҡтарынан Басир Насиров, Шафиҡ Вәхитов, Хәлиҡ, Шәислам Әбдрәзаҡов килеп ултырғандар. Был тирәләге ерҙәрҙең хужаһы баяр Жуковскииҙан ер һатып алғандар. Улар урмандарҙы төпләп йорт һалған, ер эшкәрткән. Беренсе һалынған йорттар бик кескенә йәки ҡабыҡ менән ябылған булған. Ауылда ике мунса булып, ауыл халҡы шунан файҙаланған. Нурғаян Фәтхуллин бабайҙарҙың баҡса артында шишмә булған, ләкин тирә-яҡтағы ағастарҙы кисеү менән ул ҡороған. Төлгөҙбаш ауылы шул исемдәге йылға башынан 3 километр йыраҡтараҡ урынлашҡан. Беренсе кешеләрҙең уйлап еткермәүҙәре һөҙөмтәһендә ауыл халҡы бары тик ҡоҙок һыуынан ғына файзалана, мал һуғарыу өсөн быуа һыуын файҙаланалар. Хәҙер Төлгөҙбаш — ҙур ауыл. Унда 88 хужалыҡ, тулы булмаған урта мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, медпункт, өс кибет, почта бүлеге бар. Ауылдың тәбиғәте бик матур. Тиҫтәләрсә йылдар буйы хужалыҡ итеү һөҙөмтәһендә күп нәмәләр үҙгәрһә лә, тәбиғәттен матур өлгөләре кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп тора.

Ауылдың ер — һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡбуртау Ауылдан 6 километр көнсығыштараҡ Аҡбуртау урынлашҡан. Бейек булмаған был тауҙан кешеләр элек-электән өй, мейес аҡларга аҡбур алғандар. Элек ул ҡара урман эсендә булған, аҫта зур булмаған шишмә аҡҡан. Ҡарттарҙың һөйләүенә ҡарағанда, һуғыш йылдарында Римино ауылы (хәзер был урыҫ ауылы юк инде) кешеләре был тауҙан ашар өсөн тоҙ ҙа алған.
Упҡын күле
Ғалим-географтар әйтеүе буйынса, боронғо ваҡытта был ерҙәрҙә океанан төбө булған. Алып тауы яһалыу процессы ваҡытында ер өҫтө күтәрелә, океан ҡорой һәм ваҡ-ваҡ күлдәр тороп ҡала. Беҙҙең тирәлә Упҡын, Арсалы күл, Соҡор күл, Шүкәле, Кәрәс, Ширәй, Вәсим, Асҡынбаш күлдәре бар. Бер нисә йөҙ йыл элек Упҡын күле бик ҙур һәм иҫ киткес матур булған. Был күл табан балығына бай, һыуы тәрән һәм таҙа булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта ҙурлығын һәм матурлығын юғалта бара. Уны урман уратып алған, мүк үҫкән. Бер нисә тиҫтә йылдар буйына һыу һайығайған, ярҙары һаҙлыҡҡа әйләнгән. Элек-электән Яңы Мутабаш, Олокүл, Төлгөҙбаш ауылдары халҡы йүкә ҡабығын төшөрөп, был күлгә илтеп һалған булған. Бының һөҙөмтәһендә, күлдең һыуы насарланған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, табан балыҡтары йәшәүҙәрен дауам итә. Был күлдең тәрән, мул һыулы һәм башҡа күлдәр менән үҙ-ара тоташ булыуы менән аңлатыла (Асҡынбаш, Олокүл, Артылыкүл, Соҡоркүл һәм башҡа). Хәҙерге ваҡытта күл буйына барыуы бик ҡыйын, сөнки яр буйҙары мүкле һәм һелкенеп тора. Шулай булһа ла, кешеләр унда мүк еләге йыя. Ярҙарында ҡара ҡарағат, балан һәм ҡура еләге үҫә. Күлдән йыраҡ түгел ерҙә бөрлөгән һәм ҡара еләк табырға була[1].
Асҡынбашкүл
Асҡынбашкүл Төлгөҙбаш ауылынан 3-4 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Асҡынбаш күленән ауыл янынан ағыусы Асҡын йылғаһы башланып китә. Уның башланған урыны бик тар. Асҡынбаш күле тәрән, ләкин майҙаны йылдан-йыл кәмей. Сөнки уның өҫтөн ҡуйы мүк ҡаплай. Ул инде мүклеккә әйләнеп килә. Мүклектә мүк еләге күп[1].
Шүкәлекүл
Хәҙер таралып бөткән Ҡарыш ауылы янында урынлашҡан был күлдән, урмандар киҫелмәгән ваҡытта, кескенә йылға ағып сыҡҡан. Был йылғаны Шакир йылғаһы тип атағандар. Сөнки йылға буйында Шакир исемле кеше ағас яндырып күмер һатыу менән шөғөлләнгән. Асҡын йылғаһынан күлгә шүкә (суртан) ыуылдырыҡ сәсергә инә торған булған. Шуға күлде Шүкәлекүл тип атағандар. Йәй көнө тәрән булһа ла, ҡыш көнө был күлдең һыуы бөтә яҙа[1].
Ваганов күле
Ҡарыш ауылынан йыраҡ түгел Ваганов күле һәм мүклеге урынлашҡан. Батша заманында бында урман ҡарауылсыһы булып Ваганов тигән кеше йәшәгән. Уның исеме менән баҫыу, урман, күл һәм мүклек атала. Был мүклектә лә мүк еләге күп була. Башҡа мүклектәргә ҡарағанда уның еләге күпкә эрерәк[1].
Олокүл
Тирә-яҡтарҙың күлдәре иң матуры — Олокүл. Ағастар менән уратып алынған был күл тирәһендә шул исемдәге ауыл урынлашҡан. Күлдең һыуы таҙа, балыҡҡа бай. Тәрәнлеген үлсәгәндә 12 ат дилбегәһе төшөрөп ҡарағандар, ләкин ул етмәгән. Был 120 метр тигән һүҙ. Күл барометр ролен үтәй. Көн болотлап торғанда, ямғыр килер алдынан күл өҫтө һыу үҫемлектәре менән ҡаплана, төрлө ағас киҫәктәре йөҙөп сыға, ә аяҙ ваҡытта күл өҫтө тап-таҙа була[1].
Арғылыкүл
Күлдең иң ҙурыһы — Төлгөҙбаш һәм Олокүл ауылдары араһындағы Арғылыкүл. Уның майҙаны 5-6 гектар самаһы, һыу ҡарасҡыл. Һыуы Суртан һәм табан балыҡтарына бай. Күлдә ҡыр өйрәктәре оя ҡороп бала сығара[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ауылым Төлгөҙбаш(недоступная ссылка)


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Йәнтөйәк"гәзите № 42 , 2 июнь 2004 йыл.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]