Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ проспект (Ереван)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ проспект
әрм. Հյուսիսային պողոտա
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Оҙонлоҡ 450 метр
Киңлек 27 метр
Карта
 Төньяҡ проспект Викимилектә

Төньяҡ проспект (әрм. Հյուսիսային պողոտա, ингл. Northern avenue) — Ереванғы йәйәүлеләр урамы, ул Азатлыҡ майҙанын Республика майҙаны менән тоташтыра. Проспектта элиталы торлаҡ йорттар, офистар, кибеттәр, ресторандар урынлашҡан[1] . Оҙонлоғо 1,5 километрҙан ашыу.[2]

Төньяҡ проспектты төҙөү планын тәүҙә архитектор Александр Таманян 1900-сө йылдарҙа уҡ эшләй башлай. Совет власы урынлаштырылғандан һуң был проект кире ҡағыла, һәм уны үткән быуат аҙағында ғына хәтергә төшөрәләр. Тәүге һыҙмалар буйынса проспект туранан-тура Республика майҙанына барып тоташырға тейеш була, ләкин һуңыраҡ төҙөлгән Әрмәнстан Милли галереяһы бинаһы быға ҡамасаулай. Хәҙер проспект, майҙанға уҡ барып етмәйенсә, Абовян урамына тоташа, был урам үҙ сиратында Республика майҙанына барып сыға.

Төньяҡ проспекттағы төҙөлөш эштәре Ереванда 2001 йылдың көҙөндә башлана.[1] Дөйөм алғанда Төҙөлөш биләмәһе 320 мең квадрат метр майҙанды алып тора, биналар аҫтына 2 мең машина ҡуйырлыҡ автотуҡталыш та урынлаштырыла.

Хәҙерге Төньяҡ проспект урынында бер нисә йыл элек хөкүмәт тарафынан һатып алынған шәхси йорттар ултырған була. Ҡалған сығымдарҙы, йәғни проспектты төҙөүҙе, шәхси инвесторҙар үҙ өҫтәренә ала. Ҡала мэрының әйтеүенсә, элиталы проекспект төҙөлөшөнә 101 млрд драм ($310 млн) аҡса тотонола. Проспект төҙөлөшөн «Нор Айленд», «Бизнес Центр», «Прогресс Армения», «Локал Девелоперс», «Гарни Групп», Мәскәү инвестиция төҙөлөш компанияһы, «Хас Профит», «Согласие. Армения»[3] компаниялары финанслай. Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: баш ҡаланың үҙәк районында йәшәүселәр, фатирҙарынан үҙ теләктәре менән күсенергә теләмәй, Төньяҡ проспект төҙөлөшөн туҡтатыуҙы талап итеп, күп һанда акциялар үткәрә. Уларҙың күптәре яңы торлаҡ алыу өсөн бүленгән аҡсаның аҙ булыуына ла риза булмай. Мәҫәлән, Ереван үҙәгендә йәшәүсегә 55,7 кв. метрлы торлағы өсөн Әрмәнстан хөкүмәте 33 мең доллар тәҡдим итә, был, әлбиттә, хәҙерге хаҡтарға бөтөнләй тап килмәй, сөнки бындағы торлаҡтың бер кв. метры ғына ла 800 доллар тора. Күп кенә эксперттар проекттың 200 % табыш килтереүен билдәләй.

Төньяҡ проспект өс өлөшкә бүленгән. Беренсе өлөшө 2006 йылдың 29 майында, икенсе һәм өсөнсө өлөштәре 2007 йылдың 16 ноябрендә асыла.