Төньяҡ утрау (Яңы Зеландия)
Ошибка: блок «Халыҡ тығыҙлығы» отсутствует в шаблоне Геокар.
Төньяҡ утрау ингл. North Island | |
39°00′00″ ю. ш. 176°00′00″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Ил | ![]() |
Майҙаны | 113 729 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2797 м |
Халҡы (2011 йыл) | 3 366 100 кеше |
![]() |
Төньяҡ утрау (ингл. North Island, маори Te Ika-a-Māui) — Яңы Зеландияның ике төп утрауының береһе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны — 113 729 км²[1]. Ҙурлығы буйынса Яңы Зеландияла Көньяҡ утрауҙан һуң 2-се, ә донъяла — 14-се урында.
Көньяҡ утрау менән Кук боғаҙы аша айырыла.
Көньяҡ утрауменән сағыштырғанда Төньяҡ утрау тауҙар менән байтаҡҡа күберәк ҡапланған. Иң бейек нөктәһе — әүҙем вулкан Руапеху (2797 м). Утрауҙа юғары вулканик әүҙемлек күҙәтелә, ер тетрәүҙәр булып тора.
Утрауҙың үҙәгендә Яңы Зеландияның иң ҙур күле — Таупо урынлашҡан. Ошо күлдән илдең иң оҙон йылғаһы Уаикато башлана, уның оҙонлоғо 425 км тәшкил итә.
Уртаса йыллыҡ температура +19 °C тәшкил итә.
Төньяҡ утрауҙың көнбайышында Эгмонт милли паркы урынлашҡан.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Утрауҙа илдең төп ҡалалары, шул иҫәптән иң ҙурҙары — Окленд һәм Яңы Зеландияның баш ҡалаһы — Веллингтон урынлашҡан. 2011 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәренә ярашлы Төньяҡ утрауҙа 3366100 кеше йәшәй, был ил халҡының яҡынса 76 %-ын тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Quick Facts - Land and Environment : Geography - Physical Features. Statistics New Zealand (2000). Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 октябрь 2012. 13 август 2012 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Төньяҡ утрау (Яңы Зеландия) Викимилектә |
---|
- Атлас Новой Зеландии (инг.)