Төньяҡ һәм Көньяҡ (геосәйәсәт)

Төньяҡ менән көньяҡтың ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы — донъяның бай төньяҡ һәм фәҡир көньяҡ илдәргә бүленеше, алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙең бер-береһенә глобаль ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы[1].

Донъяның иң бай 20 илендәге йән башына уртаса килем иң фәҡир 20 илдәгенән 37 тапҡырға артығыраҡ, һуңғы 40 йыл эсендә был айырма ике тапҡырға артҡан. БМО-ның Үҫеш программаһы аналитиктары баһаһына ҡарағанда, XXI быуат башына планетаның иң бай 225 кешеһенең байлығы, бөтәһен ҡушып һанағанда, 1 трлн долларҙан артып киткән, был сумма донъя халҡының 47%-ын тәшкил иткән 2,5 млрд фәҡирҙең йыллыҡ килеменә тиң. «Forbes» журналы исемлегендәге иң бай 500 кешенең килемдәре донъялағы иң фәҡир 416 млн кешенең дөйөм килеменән күберәк.
БМО-ның Үҫеш программаһы баһалауынса, иң бай илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө — 86 %, уртасаларҙың өлөшө — 13 %, ә иң фәҡирҙәрҙең өлөшө 1 % тәшкил итә. Иҡтисади үҫеш тиҙлегенең төрлөлөгө бай һәм ярлы илдәр араһындағы айырманы ҙурайта бара.
Глобаль тиңһеҙлек эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Глобаль Төньяҡ» менән «глобаль Көньяҡ» үҫешендәге тигеҙһеҙлек эшсе көстәрҙең Көньяҡтан Төньяҡҡа ағылыуына сәбәпсе.
Тикшеренеүселәрҙең күбеһе антиамериканизм һәм тотош көнбайыш цивилизацияһына нәфрәт үҫеүе, ислам фундаментализмының һәм исламсыл терроризмдың таралыуы сәбәбе тип ошо тигеҙһеҙлекте һанай.[2]
Политолог Ф. И. Гобозов фекеренсә, бай һәм ярлы илдәр араһында упҡындың тәрәнәйә барыуы милләтселек үҫешенә килтерә, ярлы милләттәр, үҙенең милли иҡтисадын күтәреүгә һәм ысын бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өмөтләнеп, үҙ дәүләтселеген төҙөргә тырыша, милли айырымланыуға ынтыла[3].
Ҡайһы бер илдәр эсендәге төньяҡ һәм көньяҡ айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ һәм көньяҡ айырмаһы айырым илдәр эсендә лә күҙәтелә. Типик миҫалдар:
- Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан.
- Көньяҡ Ҡырғыҙстан (Ош) һәм Төньяҡ Ҡырғыҙстан ([ Бешкәк]).
- Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайышы, Урал һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң ҡалған төбәктәре.
- Көньяҡ Италия һәм Падания.
- Фландрия һәм Валлония.
- Каталония, Басктар иле һәм ҡалған Испания.
- Яңы Англия һәм АҠШ-тың көньяҡ-көнсығыш штаттары.
Шулай уҡ Мексикала, Францияла, Ираҡтаһ.б. илдәрҙә лә төньяҡ һәм көньяҡ төбәктәр араһында айырма күренә. Көньяҡ ярымшарҙа иһә бындай айырма КАР, Аргентина, Австралия һ.б. эсендә бар.
Көнбайыш — Көнсығыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ менән көньяҡ араһындағы контрастарҙан тыш, иҡтисадсылар көнбайыш-көнсығыш йүнәлешендә лә айырмалар барлығын билдәләй (Көнбайыш һәм Көнсығыш Германия, Көнбайыш һәм Көнсығыш Венгрия, Көнбайыш Белоруссия, Рәсәйҙең Европа өлөшө, СССР һәм БДБ — уларҙың һәр береһендә сағыштырыу көнсығыш файҙаһына түгел. Ә Ҡытай, Парагвай, Бразилия, Австралия һәм Канадала, киреһенсә, илдең көнсығышында халыҡ тығыҙыраҡ ултырған һәм иҡтисад нығыраҡ үҫкән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хипплер Й.
- ↑ М. 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Хостинг-Центр 2014 йыл 7 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В.Штепа. Пост-Запад и прото-Север
- В.Штепа. Сoincidentia oppositorum как философия Глобального Севера
- Элисеос Вагенас. (недоступная ссылка)«Нищенский юг» против «роскошного севера»?(недоступная ссылка)
- Некоторые аспекты эволюции национальной экономики государства в системе международного экономического порядка