Төпһөҙ һаҙлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төпһөҙ һаҙлыҡ
урыҫ : комплексный памятник природы Болото Бездонный ключ
Төп мәғлүмәт
Майҙаны8,10 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 сентябрь 2018 йыл 
Урынлашыуы
53°44′00″ с. ш. 53°53′42″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Төпһөҙ һаҙлыҡ
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Төпһөҙ һаҙлыҡ

Төпһөҙ һаҙлыҡ (рус. Болото Бездонный ключ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы биләмәһендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҙлыҡ майҙаны — 5,86 гектар, һаҡ зонаһының майҙаны — 8,10 гектар[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Мораҙым ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 600 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарары менән Төпһөҙ һаҙлыҡ комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы урман баҫҡан минералотроф урман һаҙлығы. Һаҙлыҡтың үҙәк өлөшөндә ҡеүәтле һыу дебиты булған сығанаҡ урынлашҡан. «Төпһөҙ» сығанағы диаметры яҡынса 8-10 метр, тәрәнлеге 2,5-3 метр булған ҙур булмаған күлгә оҡшаш. Сығанаҡтан ағып сыҡҡан шишмә 150 метрҙан һуң Ыҡ йылғаһына ҡоя. Шишмә һыуы көкөртлө водород еҫе сыҡҡан юғары минераллы. Урыны менән үҙәнендә эзбизле туф һәм саф көкөрт ултырмалары бар. Һаҙлыҡта Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) ингән, һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж үҫемлек төрҙәре — ысын кәкүк ситеге, серүлән осрай. Был төрҙәр Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ғәҙәттән тыш һирәк, Башҡортостан Республикаһының көнбайыш өлөшөндә серүлән тик Төпһөҙ һаҙлыҡта ғына осрай. Кәкүк ситеге шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына (2008) индерелгән[1].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҙлыҡ был район өсөн ҙур һыу һаҡлау әһәмиәтенә, шулай уҡ үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, ул юғары минераллы һыуҙар сыҡҡан районда торф тупланыу һәм эзбизле туфтар ултырыу процестарын өйрәнеү өсөн мөһим фәнни әһәмиәткә эйә[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]