Төп педагогия институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төп педагогия институты
Нигеҙләү датаһы 1816
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урынлашҡан урамы 6—7-я линии Васильевского острова[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1859
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Главного педагогического института[d]
Карта

Төп педагогия институты (рус. Главный педагогический институт) — ябыҡ типтағы учреждение, XIX быуатта Рәсәй империяһы өсөн урта һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләгән юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1786 йылда Петербургта төп халыҡ училищеларына уҡытыусылар әҙерләү өсөн уҡытыусылар семинарияһы ойошторола, 1803 йылда ул уҡытыусылар гимназияһы тип үҙгәртелә. Г. Х. Паульсен йортонда урынлаша (Васильевский утрауының 6-сы линияһы, 15). 1804 йылда уҡытыусылар гимназияһы Педагогия институтына үҙгәртелә, 1837 йылдан Ун ике коллегия бинаһында урынлаша. 1808—1811 йылдарҙа уның директоры И. Буле була[1].

1816 йылдың 23 декабрендә Педагогия институты Төп педагогия институты атамаһын ала һәм яңы, алты йыллыҡ белем биреү мөҙҙәтен билдәләгән уставҡа эйә була[2]. Директоры итеп А. Д. Кавелин тәғәйенләнә. 1817 йылда Затлы пансион (1830 йылдан — 1-се Петербург гимназияһы) асыла; уның ҡарамағында граждан ведомстволарының төрлө рангтағы чиновниктары өсөн квалификация күтәреү курсы эшләй. Педагогия институтына дини семинариянан ҡаҙна иҫәбенә трәбиәләнеүселәр алына[3].

1819 йылдың февралендә Төп педагогия институты бер генә сығарылыш та сығармаҫтан, Санкт-Петербург университеты тип үҙгәртелә. Шул уҡ ваҡытта 1824 йылдың 4 (16) ғинуарына — Мәскәү университеты уставы индерелгәнгә — тиклем Төп педагогия институты уставы менән эшләүен дауам итә.

Уҡытыусылар институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1817 йылдың 25 октябрендә «Икенсе разряддлы Төп педагогия институты» бүлеге ойошторола, унда 30 башлыса ярлы уҡыусы белем ала; уҡыусылар 12-14 йәштән ҡаҙна тәьминәтенә ҡабул ителә; 4 йыл дауам иткән белем алыу курсында 5 предмет уҡытыла: Хоҙай ҡануны, рус теле, математика менән физика, тарих менән география, рәсем төшөрөү менән матур яҙыу; училище тамамлаусылар халыҡ училищелары уҡытыусыларына ярҙамсы итеп ебәрелә, ә иң яҡшылары Төп педагогия институтына йәки икенсе юғары уҡыу йортона «юғары разрядҡа» йүнәлтелә.

«Икенсе разряд» бүлеге 1819 йылдың 19 сентябрендә «Уҡытыусылар институты» тип үҙгәртелә. Ул 1823 йылға тиклем эшләй; уны Ф. И. Миддендорф етәкләй, ланкастер системаһы менән танышыу маҡсатында сит илгә өс йылылҡ сәфәрҙән ҡайтҡан уҡытыусылар, Төп педагогия институтын тамамлаусылар : К. Ф. Свенске (рус теле), Ф. И. Бусса (математика), М. М. Тимаев (тарих), А. Г. Ободовский (география) уҡыта. Хоҙайҙың ҡанунынан белем биреүгә — Г. И. Мансветов, матур яҙыуға — К Ф. Энгельбах, рәсем төшөрөүгә Ф. К. Редер саҡырыла.

Уҡыу йорто Рәсәйҙәгет рим-католик сиркәүе митрополиты Станислав Богуш-Сестренцевич йортонда: Мещан н урамы (хәҙер — Ҡазан урамы), 63 адресы буйынса урынлаша[4].

Йүнәлтмә буйынса ебәрелгән сығарылыш уҡыусылары мәғариф ведомствоһында алты йылдан да кәм түгел булмаған ваҡыт эшләргә тейеш. Әммә бер сығарылыш та сыҡмай ҡала, сөнки 1823 йылда барлыҡ уҡыусылар һәм уҡытыусылар тәүҙә «Ҡаҙна гимназистары пансионына», ә аҙаҡ — Санкт-Петербург губерна гимназияһына (1838 йылдан — Өсөнсө Санкт-Петербург гимназияһы) эләгә. Тәүге уҡыусылар араһында Василий Лапшин, Степан һәм Михаил Куторга була.

Төп педагогия институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп педагогия институты тиҫтә йыл тирәһендә 1828 йылдың 30 сентябрендә (12 октябрь) булдырылған устав буйынса тергеҙелә. Ул 1829 йылдың 30 авгусында асыла. Беренсе директоры Ф. И. Миддендорф була, 1846 йылдың 23 октябрендә отставкаға сыҡҡанда уға тайный советник чины бирелә.

Устав буйынса Төп педагогия институтының өс бүлеге була: тарих-филология, юридик (1847 йылға тиклем эшләй) һәм физика-математика. Уҡыу ваҡыты алты йыл тәшкил итә.

1847 йылдың 7 ғинуарынан институт директор итеп И. И. Давыдов тәғәйенләнә. Уның ваҡытында юридик бүлек бөтөрөлә (1847 йылдан) һәм 1849 йылдан уҡыу ваҡыты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡартыла.

Бер үк ваҡытта Төп педагогия институтында 100 студент белем ала. Буласаҡ уҡытыусыларҙың күпселеге белем алыуға дәүләт ҡаҙнаһынан субсидия ала.

1838—1847 йылдарҙа институт ҡарамағында ҡабаттан «икенсе разряд» эшләй башлай, унда мәхәллә һәм өйәҙ училищеларына педагогтар әҙерләнә.

1858 йылдың 31 октябрендә (12 ноябрь)[5] ("Ҙур совет энциклопедияһы"на ярашлы — 15 ноябрь) институтты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1858—1859 уҡыу йылы Институт уставына ярашлы алып барыла, һуңынан, ул ябылғас, уҡытыусылар һәм студенттар СПбДУ-ға йәки башҡа уҡыу йорттарына күсерелә; һуңғы тантаналы сығарылыш 1859 йылдың 12 июнендә үтә, институт тамамлаусы 20 кеше гимназиялар уҡытыусылары сафын тулыландыра.

11 сығарылыш осоронда Төп педагогия институты барлығы 682 уҡытыусы әҙерләп сығара, уларҙың 43-ө профессор һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булып китә, 377 уҡытыусы — урта мәктәп, 262-һе — башланғыс мәктәп уҡытыусыһы була[6].

Билдәле уҡытыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулы курсты тамамламаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1832
  • Виноградов Гавриил Киприанович
1835
  • Гренков Николай Михайлович
1837
  • Соколов Виктор Иванович (педагог)
1839
  • Гамбурцов Николай Павлович
1843
  • Желтов Иван Мокиевич
1845
  • Михельсон Мориц Ильич

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Волков В. А., Куликова М. В., Логинов В. С. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Гуманитарные и общественные науки. — М.: Янус-К, 2006. — С. 39. — 300 с. — 2000 экз. — ISBN 5—8037—0318—4.
  2. Главный педагогический институт в БСЭ
  3. Аничков Н. М. Историческая записка пятидесятилетия Третьей Санктпетербургской гимназии… — СПб., 1873. — С. 19.
  4. Аничков Н. М. Историческая записка пятидесятилетия Третьей Санктпетербургской гимназии. — СПб., 1873. — С. 11.
  5. Моллер Е. Общественная жизнь в Петербурге // Русское слово. — 1859. — № 8. — С. 95.
  6. Главный педагогический институт.
  7. Первый после восстановления педагогического института выпуск состоялся Ҡалып:СС3 года.
  8. Аким Герасимович Андриевский по окончании Педагогического института был направлен преподавать математику в Ларинской гимназии; в 1853—1857 гг. был директором Могилёвской гимназии. Его сын Д. И. Андриевский стал в 1895 году директором Департамента шоссейных и водяных сообщений Министерства путей сообщения.
  9. Красноумов, Степан Иванович — был направлен в Белорусский учебный округ старшим учителем математики. Известно, что в 1859 году он был директором Витебской гимназии.
  10. Владимир Андреевич фон Миддендорф (1826—1868) после окончания Главного педагогического института был назначен императорской Академией наук начальником магнитной обсерватории на Ситхе. Во время проживания в Ново-Архангельске (до отъезда в 1856 году) он собрал немало материалов о местных индейцах-тлинкитах и живших южнее хайда-кайгани, которые затем были использованы академиком Львом Фёдоровичем Радловым (1818—1865) в его лингвистических изысканиях. На основе данных Миддендорфа и других исследователей Радлов написал несколько статей, став тем самым одним из пионеров изучения языков коренного населения Аляски.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]