Төркиәнең автомобиль сәнәғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төркиәнең автомобиль сәнәғәте
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә

Төркиәнең автомобиль сәнәғәте еңел һәм бәләкәй, коммерцияға тәғәйенләнгән автомобилдәр етештерә (шул иҫәптән пикап, фургон, микроавтобус, йөк автомобиле, махсус техника, уртаса һәм ҙур автобустар, шулай уҡ ҙур күләмдә уларҙы комплектлау өлөштәре сыға. Автопром Төркинең машина сәнәғәтендә алдынғы тармаҡтарҙан булып тора, әлеге ваҡытта был даирәлә 400 мең кеше мәшғүл.

Төркиә автотранспорт сараларын күпләп етештереүсе илдәр исемлегендә 15-се урында, Европала иһә - бишенселә. Был йәһәттән ул Германия, Испания, Франция, Бөйөк Британиянан ғына ҡалыша, әммә Чехияны, Рәсәйҙе, Италияны уҙа. 15 йыл эсендә (2002 - 2016 йылдарҙа) машина етештереү артҡан, 374 меңдән 1,5 млн. тиклем барып еткән. Шулай уҡ Төркиә — Европаға иң күп автомобиль компоненттары ебәреп тороусы[1].

Экспорттың 16 % автопром тәшкил итә, экспортҡа продукцияның өс сиреге тура килә (2013 йылда, мәҫәлән, 828 мең автомобиль экспортҡа ебәрелгән, 1 млн. 126 мең етештерелгән булған).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автомобиль секторы 50—60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә, Ford, Renault, Fiat лицензиялары буйынса автомобилдәр етештерелә башлай. Продукция 1990-сы йылдарҙың тәүге яртыһында беренсе тапҡыр сит илдәргә һатыуға оҙатыла.

1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһында ил халҡы етешерәк йәшәй башлай, эске баҙарҙа ла, экспортҡа ла машиналар күпләп һатыла, был төрөк автомобиль тармағын үҫтереүгә ҙур этәргес бирә[2][3].

1959 йылда әле башынан Ford Otosan милли компанияһы, 1963 йылдан — Otokar, 1964 йылда — BMC һәм Askam төрөк компаниялары, 1966 йылда — Karsan, MAN, Otoyol һәм Anadolu Isuzu (A.I.O.S.), 1968 йылда — Mercedes-Benz Türk, 1971 йылда — Oyak-Renault һәм TOFAŞ, 1987 йылда — Temsa, 1994 йылда — Toyota, 1997 йылда — Honda һәм Hyundai Motor автомобиль етештерә башлаған булалар.

2000 йылда тармаҡ 8,4 миллиард долларлыҡ продукция етештерә. 2002 йылда автомобиль йыйыу сәнәғәтендә 26 меңдән ашыу кеше мәшғүл булды, автокомплекттар етештереү һәм башҡа субподрядсыларҙы иҫәпкә алғанда - 150 мең тирәһе кеше эшләне. Шул уҡ йылда етештереү тармағы 6,1 миллиард долларлыҡ продукция сығарған һәм 3,7 миллиард долларлыҡ экспортҡа оҙатҡан. 2010 йылда тармаҡта 265 мең кеше мәшғүл булған . 2003 йылдан алып илдә ярты миллиондан ашыу автомашина, 2007 йылдан — йылына миллиондан ашыу етештерәләр.

Йылдар буйынса автомобиль етештереү (1990 аҙағында — 2000 йылдар башында иҡтисади көрсөк илдә етештерелгән автотранспорт сараларының һаны тирбәлеүен сағылдыра):

  • 1970 йыл — 25 мең дана
  • 1980 йыл — 51 мең дана
  • 1990 йыл — 209 мең дана
  • 1995 йыл — 282 мең дана
  • 1998 йыл — 345 мең дана
  • 1999 йыл — 298 мең дана
  • 2000 йыл — 431 мең дана
  • 2001 йыл — 271 мең дана
  • 2002 йыл — 347[4] мең дана
  • 2003 йыл — 534 мең дана
  • 2004 йыл — 823 мең дана
  • 2005 йыл — 879 мең дана
  • 2006 йыл — 988 мең дана[5] мең дана
  • 2003 год — 534 мең дана
  • 2004 год — 823 мең дана
  • 2005 год — 879 мең дана
  • 2006 год — 988 мең дана[6]
  • 2007 йыл — 1,099 млн. дана
  • 2008 йыл — 1,147 млн. дана
  • 2009 йыл — 0,870 млн. дана
  • 2010 йыл — 1,095 млн. дана
  • 2011 йыл — 1,189 млн. дана
  • 2012 йыл — 1,072 млн. дана
  • 2013 йыл — 1,126 млн. дана
  • 2014 йыл — 1,170 млн. дана
  • 2015 йыл — 1,359 млн. дана
  • 2016 йыл — 1,486 млн. дана
Devrim at Tülomsaş.jpg
Anadol A1 in red.jpg
1976 Tofaş Murat 124 (Koç).jpg
Renault 12 (1085077978).jpg
Anadol 4a.JPG
Karsan Peugeot J9 minibus.jpg
Devrim Anadol A1 Tofaş Murat 124 Oyak-Renault 12 Anadol STC-16 (Ford Otosan) Karsan Peugeot J9

Илдә 13 автозавод бар.

Төркиәнең автомобиль сәнәғәте (Төркиә)
Бурса (Oyak-Renault и Tofaş)
Адапазары (Toyota, Otokar и Otoyol)
Гёльджюк (Ford Otosan)
Измит (Hyundai)
Чайырова (Anadolu Isuzu)
Нилюфер (Karsan)
Инёню (Ford Otosan)
Аксарай (Mercedes-Benz)
Башакшехир (Mercedes-Benz)
Гебзе (Honda и Askam)
Измир (BMC)
Анкара (MAN)
Адана (Temsa)
Главные центры автомобильной промышленности Турции

Етештереүҙең яҡынса 95 %-ы еңел транспорт сараларына тура килә ( шул иҫәптән еңел автомобилдәр , микроавтобустар һәм пикаптар), ҡалғаны — автобустар һәм йөк машиналары. Еңел автомобилдәр секторында Oyak-Renault, Tofaş, Toyota, Honda һәм Hyundai , пикаптар секторында — Ford Otosan, Tofaş һәм Karsan, микроавтобустар секторында — Ford Otosan , Otokar һәм Karsan, еңел һәм уртаса йөк машиналары секторында — Мерседес-Benz, Ford Otosan, Temsa, BMC һәм Anadolu Isuzu алда килә. Төркиәлә урындағы автобус маркалары ла етештерелә[7]. Ҙур һәм урта дәүмәлле автобустар секторында Mercedes-Benz, Anadolu Isuzu, MAN, Temsa и Otokar алдынғы урынды тота.

Fiat Linea 1.4 TJet Dynamic 2010 (16452173783).jpg
Renault Fluence 2.0 Authentique 2013 (14634156231).jpg
Anadol Ford Taunus (23589645921).jpg
Etox Zafer in Eryaman Ankara.png
Anadol A8 1.JPG
Skoda 1202 with Pick up body built in Turkey by Celik Motor. (16324740590) - cropped.jpg
Tofaş (Fiat Linea) етештергән еңел атомобиль Oyak-Renault (Renault Fluence) етештергән еңел атомобиль Ford Otosan (Ford Taunus TC) етештергән еңел атомобиль Etox (Zafer Coupé) етештергән еңел атомобиль Anadol (A8) етештергән еңел атомобиль Celik (Skoda 1202) етештергән пикап
Mercedes-Benz MB800 (TR).jpg
Dodge AS250 (Askam).jpg
Assistant Secretary of State Victoria Nuland at a Ukrainian State Border Guard Service (SBGS) Base in Kyiv, Oct. 8, 2014 12.jpg
Man f 90 sst.jpg
KatmercilerIDEF2015 (2).JPG
Otokar Cobra in Kabul.jpg
Mercedes-Benz Türk етештергән йөк машинаһы Askam етештергән йөк машинаһы Ford Otosan Cargo Грузовики производства MAN Türkiye етештергән автокран Katmerciler етештергән полиция йөк машинаһы Otokar етештергән бронеавтомобиль
Otovec 1.JPG
BMC Probus FIAA 2008.JPG
Temsa Prestij Super Deluxe in Kraków.jpg
Mercedes-Benz O403A.jpg
MAN Postbus in Österreich.JPG
Zličín, autobus Isuzu.jpg
Otokar етештергән автобус BMC етештергән автобус Temsa етештергән автобус Mercedes-Benz Türk етештергән автобус MAN Türk етештергән автобус A.I.O.S. етештергән автобус .

Экспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиә автомобиль секторы башлыса Европаға экспортҡа ебәрә (Германия, Франция, Италия, Бөйөк Британия, Румыния, шулай уҡ АҠШ) :

2007 йылда — 818 мең
2008 йыл — 910 мең
2009 йыл — 629 мең
2013 йыл — 828 мең

2009 йылда яҡынса етештерелгән транспорт сараларының 76 % экспортҡа оҙатылған (2010 йылдың беренсе яртыһында — яҡынса 73 %).

Дүрт эре компания — Ford Otosan, Oyak-Renault, Tofaş-Fiat и Toyota - ил экспортёрҙарының тәүге тиҫтәһенә инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Чем Турция может ответить на санкции России Ҡалып:Webarchive // Собеседник.ру
  2. Automotive and Autoparts Industries in Turkey  (инг.). Export Promotion Center of Turkey (2007). 5 август 2013 тикшерелгән.
  3. Turkish Automotive Industry – An Overview  (инг.). Messe Frankfurt Istanbul. 5 август 2013 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  4. 2006 год — 374 мең дана по другим данным
  5. 2006 год — 374 тыс. штук по другим данным
  6. 2006 год — 987,5 тыс. шт.: в том числе легковых автомобилей — 545,7 тыс., пикапов — 369,8 тыс., грузовиков — 37 тыс., микроавтобусов — 20,7 тыс., больших и средних автобусов — 14,2 тыс.
  7. [1] // invest.gov.tr