Төркиәнең атом энергетикаһы
Төркиәнең атом энергетикаһы | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Төркиәнең атом энергетикаһы Викимилектә |
Төркиәнең атом энергетикаһы әлегә юҡ, әммә уны үҫтереү пландары бар.
Төркиә Республикаһында атом тармағының үҫеш йылъяҙмаһы[1]:
- 1955 — Атомды тыныс маҡсаттарҙа файҙаланыу тураһында АҠШ менән килешеүгә ҡул ҡуйыу.
- 1956 — Атом энергетикаһы буйынса комиссияның эш башлауы.
- 1965 — АЭС төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса тикшеренеүҙәрҙе башлау.
- 1972 — Атом энергетикаһы департаменты булдырыу.
- 1974–1975 — Беренсе АЭС-ты урынлаштырыу өсөн майҙан һайлау буйынса тикшеренеүҙәр.
- 1976 — Урта диңгеҙ буйында «Аккую» майҙансығына лицензия алыу.
- 1981 — МАГАТЭ менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу.
- 1977–2009 — Төркиә Республикаһында дүрт энергоблокты төҙөүгә конкурстар үткәреү.
Проектланыусы АЭС-тар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдә беренсе «Аккую» АЭС-ы Урта диңгеҙ буйында, Төркиәнең Мәрсин провинцияһында төҙөләсәк. Уның менән «Росатом»дың бүлендеге «Атомстройэкспорт» предприятиеһы шөғөлләнәсәк. Проект Рәсәй проекты буйынса тормошҡа ашырыласаҡ һәм 1,2-шәр гигаватлы дүрт энергоблоктан торасаҡ. Төҙөлөш тураһында килешеүгә 2010 йылда ҡул ҡуйыла. 2011 йылда Анкараның Юғары суды ерле халыҡтың һәм Кипр утрауында йәшәүселәрҙең АЭС төҙөлөшөнә ҡаршы сығыуы арҡаһында төҙөлөштө ваҡытлыса туҡтатып тора. 2015 йылдың аҙағында, Рәсәй менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр боҙолғас, эш туҡтатыла. 2016 йылдың авгусында Рәсәй һәм Төркиә президенттары АЭС проектына яңынан тотонорға килешә. 2017 йылдың майында төҙөлөш башланасағы тураһында хәбәр ителә. 2017 йылдың июнендә Европа берлеге Төркиәнең АЭС төҙөлөшөнән баш тартыуын талап итә. Мәрсиндәге АЭС-тың беренсе энергоблогы 2019 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Икенсе АЭС-ты Төркиәнең төньяғында Ҡара диңгеҙ буйында Синоп ҡалаһы эргәһендә төҙөү планлаштырыла. Синоп провинцияһындағы АЭС төҙөлөшөн Францияның Areva һәм Японияның Mitsubishi Heavy Industries компанияһының берлектәге предприятиеһы Atmea проектлай (Ҡытайҙан да альтернатив проект тәҡдим ителә). Проект 22-25 млрд доллар самаһы тора, йәмғеһе 4800 МВт-лы 4 блок төҙөү ҡарала. Проект Төркиә һәм Япония премьер-министрҙары кимәлендә 2013 йылдың 3 майында хуплана.
2016 йылдың сентябрендә Төркиә менән ҠХР атом энергетикаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөшә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (23 октября 2017)">источник не указан 518 дней</span>] — ҡытайҙар, моғайын, Westinghouse технологияһын ҡулланып, өсөнсө АЭС-ты төҙөр.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История атомной энергетики Турции на сайте AKKUYU NGS A.Ş., 18 сен 2013 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атомная энергетика Турции(недоступная ссылка) в pronedra.ru
- Атомная энергетика Турции. Подготовка к началу строительства АЭС «Аккую» 2017 йыл 22 октябрь архивланған. // energokaskad.com
- Турция: строительство АЭС любой ценой? // DW, 19 апр 2015
- [1] // propertyturkey.ru
- Турция пытается вытеснить Россию с собственного энергорынка // Газета.Ру, 27 апр 2016
- [2] // НГ, сен 2016