Төркиәнең ауыл хужалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төркиәнең ауыл хужалығы
Commons-logo.svg Төркиәнең ауыл хужалығы Викимилектә

Төркиәнең ауыл хужалығы — Төркиә иҡтисадының бер тармағы. Ул 62,7 $ миллиард килем килтерә һәм 6,1 млн кешене эш менән тәьмин итә(2011)[1]. Ауыл хужалығы менән, нигеҙҙә, Төркиәнең көньяҡ өлкәләрендә — Анталья, Мерсина, Хатайя, Мугла, Газиантепта шөғөлләнәләр.

Төркиәнең ирригация хужалығы

Төркиәнең яр буйы райондарында халыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Измир ҡалаһы, Бурса, Ҡайсери райондарында умартасылыҡ киң таралған. Беренсе донъя һуғышына тиклем Төркиә донъя баҙарына һатырға ебәк туҡыма сығарыусы төп ил була.

Ауыл хужалығы продукцияһын Европа илдәре, Рәсәй, Украина, Ираҡҡа, ғәрәп илдәренә сығара. 2015 йылда, төрөк ғәскәрҙәре Рәсәй хәрби самолетын атып төшөргәндән һуң Рәсәй Федерацияһында Төркиәнән ауыл хужалығы продукцияһын, шул иҫәптән: баклажан, гранат, әфлисун, мандарин, тауыҡ ите һәм күркә, башлы һуған һәм шалот, төҫлө кәбеҫтә, брокколи, корнишон һәм ҡыяр, виноград, алма, груша, өрөк, персик һәм башҡа еләк-емеш индереү тыйыла[2].

Климат шарттары һәм рельеф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәлә 26,3 млн гектарға яҡын биләмә ауыл хужалығы өсөн ҡулланыла. Рельефы диңгеҙ кимәленән юғары, Төркиә территорияһының 55,9 проценты 1000 метр бейеклектә урынлашҡан, Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк иткәнгә күрә, йылылыҡ яратыусы үҫемлектәре: цитрус, зәйтүн ағастары, сәтләүек, сәй, тәмәке, кукуруз һәм мамыҡ үҫә.

Төркиәнең тупрағы таулы, уңдырышлылығы түбән, шуға күрә бындай ерҙәр башлыса көтөүлектәр итеп файҙаланыла. Яр буйындағы уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәрендә генә аллювиаль һәм уңдырышлы ер осрай.

Төрөк дөгө баҫыуы

Үҫемлекселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәлә, нигеҙҙә, үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр (яҡынса 58 %). Малсылыҡ продукцияһы өлөшө 30 процент тирәһе, етен продукцияһын етештереү 6 процент һәм балыҡсылыҡ 1 % тәшкил итә. Ауыл хужалығы продукцияһының яҡынса 85 проценты иген күльтураларына тура килә. Бойҙай баҫыуы яҡынса 9 млн гектар ерҙе биләй. Илдең көнбайышында һуғарылған майҙандар ята. Үҫемлектәрҙең 10 процентын емеш-еләк, 7,6 процентын майлы культуралар, 2,5 процентын мамыҡ баҫыуҙары биләй.

Илдә бойҙайҙың яҡынса 90 проценты икмәк, 1 проценты — бойҙай бутҡаһы(«бульгур») һәм 2 проценты макарон изделиелары булараҡ файҙаланыла.

Төркиәлә өс баҫыулы һәм ике баҫыулы сәсеү әйләнештәре ҡулланыла. Көтөүлектәр өсөн пар ерҙәре файҙаланыла[3].

Малсылыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1994 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәлә 36 миллион баш һарыҡ, 12 миллионға яҡын һыйыр малы, 10 миллион баш кәзә аҫырала. Һыйыр малын һөт, ит һәм тире, һарыҡты келәм туҡыуҙа ҡулланылған йөн һәм ит, кәзәне һөт һәм йөн етештереү өсөн аҫырайҙар.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002-2011 йылдарҙа ауыл хужалығы өсөн төркиә мәғлүмәт[4]
Төп мәғлүмәт Төркиә



(2002)
Ауыл хужалығы



(2002)
Ауыл хужалығы өлөшө (%) (2002) Төркиә



(2011)
Ауыл хужалығы



(2011)
Ауыл хужалығы өлөшө (%) (2011)
Халҡы (млн кеше) 69,3 23,7 34,2 74,7 17,3 23,2
Мәшғүллек (миллион кеше.) 21,3 7,4 34,9 24,1 6,1 25,5
Милли килем (млрд. доллар АҠШ) 230,5 23,7 10,3 772,3 62,7 8,1
Йән башына алынған килем ($) 3492 1064 28,6 10444 3653 35,0
Экспорт (млрд доллар АҠШ) 36,0 4,0 11,2 134,9 15,3 11,3
Импорт (млрд доллар АҠШ) 51,5 3,9 7,7 240,8 17,6 7,3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Gıda Tarım ve Hayvancılık Bakanlığı. 2014 Faaliyet Raporu. 2015, tarim.gov.tr ингл. тәржемәһе  —«{{{1}}}»
  2. ВЗГЛЯД / Опубликован список запрещенных турецких товаров
  3. Сельское хозяйство турок
  4. TÜRKİYE TARIM SEKTÖRÜ RAPORU, 2013, tobb.org.tr ингл. тәржемәһе  —«{{{1}}}»