Төркиә илдәре

Анатулы ярымутрауы менән Фракия ерҙәрендә урынлашҡан Төркиәнең 81 иле, яғни өлкәһе бар, улар Төркиәнең иң ҙур идари бүленештәре булып торалар. Ошо 81 өлкә 973 төбәккә бүленә. Был төбәктәр иһә тағы мәхәлләләр һәм ауылдар булараҡ иң бәләкәй идари берәмектәргә айырыла.
Төркиә статистика ҡоромо мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылында Төркиә халҡы 83 миллион кешегә еткән. Был һандың 77 миллионы өлкә һәм төбәк үҙәктәрендә йәшәгән кешеләр булған. Иң күп кеше һанлы өлкә Истанбул, иң әҙе иһә — Байборт. Алан ҡарашынаниң ҙуры Ҡуниә, иң бәләкәйе иһә Ялыуа. Үҙәге Иҙмет булған Ҡужаиле өлкәһенән, үҙәге Атабаҙары булған Саҡариә өлкәһенән һәм үҙәге Антакиә булған Хатай өлкәһенән башҡа, бөйөкшәһәр булмаған бөтә өлкәләрҙең үҙәк төбәктәренең атамаһы өлкә менән бер үк исемде ташый.
Өлкәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡала һәм бөйөкшәһәр | |
Бөйөкшәһәр |