Төркиә кинематографы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркиә кинематографы
Логотип
Дәүләт  Төркиә
Урын Төркиә
Пиктограмма
 Төркиә кинематографы Викимилектә

Төркиә кинематографы төрөк мәҙәниәтенең мөһим тармағы булып тора. «Ешилчам» Yeşilçam («Йәшел Ҡарағай») студияһы — төрөк киноиндустрияһының нигеҙе.

Ғосман империяһында кинематограф барлыҡҡа килеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһында 1896 йылда Истанбулда «Pathé Fréres» тигән француз компанияһының вәкиле булған[1] поляк йәһүде Зигмунд Вайнберг Йылдыз Абдул-Хәмит II солтандың һарайында тәүге фильмды күрһәтә. XX быуат башында Истанбулда һәм Измирҙә беренсе кинотеатрҙар асыла, уларҙа сит ил фильмдары күрһәтелә[2].

Ғосман империяһында кинематограф тарихы 1897 йылда ағалы-энеле Люмьерҙарҙың ярҙамсыһы кинооператор Промио Истанбулда һәм Измирҙә төшөргән бер нисә ҡыҫҡа хрониканан башлана («Төрөк пехотаһының парады», «Төрөк артиллерияһы», «Алтын Мөгөҙ панорамаһы» һәм «Босфор панорамаһы»)[3][4].

1914 йылдың ноябрендә, Төркиә Германия яғында һуғышҡа ҡушылғандан һуң, режиссёр һәм офицер Фуат Узкынай беренсе төрөк фильмын — Сан-Стефанола рус яугирҙәренә төҙөлгән ҡомартҡы ғибәҙәтхананың юҡ ителеүе тураһындағы «Сан-Стефанолағы рус ҡомартҡыһын емереү» (төр. Ayastefanos'daki Rus Abidesinin Yıkılışı) тигән документаль кадрҙарҙы төшөрә[5][6]. Германия моделенә ярашлы, 1915 йылда Кинематография үҙәк хәрби идаралығы (төр. Merkez Ordu Sinema Daires) ойошторола, хәрби офицер Зигмунд Вайнберг директоры ителә[4], ә Фуат Узкынай  уның ассистенты була. Уларға хәрби операцияларҙы, манёврҙарҙы, фабрикаларҙы төшөрөү бурысы йөкмәтелә[1]. 1916—1918 йылдарҙа Фуат Узкынай һәм Зигмунд Вайнберг төшөргән «Һиммәт Ағаның өйләнеүе» тигән беренсе нәфис фильм сығарыла.

1919—1950[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя һуғышынан һуң Ғосман империяһында кино хосуси компаниялар, шулай уҡ Үҙәк Кинодирекция һәм Һуғыш инвалидтарына һәм ветерандарына ярҙам йәмғиәте тарафынан төшөрөлә. 1922 йылда эшләнгән «Бойондороҡһоҙлоҡ, Измирҙең Еңеүе» (төр. Kurtuluş, İzmir Zaferi) тигән документаль таҫма уларҙың беренсе әһәмиәтле эше була, фильм 1922 йылдың сентябрендә кәмалсылар ғәскәренең Измирҙе алыуы хаҡында һөйләй.

Кино баҙарына фильмдар сығарған башҡа режиссёрҙарҙың иң билдәлеләре — Седат Симави, 1917 йылда «Ус» (төр. Pençe) һәм «Шымсы» (төр. Casus)[7] фильмдарын төшөргән; Әхмәт Феким, «Гувернантка» (1919, төр. Mürebbiye; Хөсәйен Рәхми Гүлпынар романы буйынса), «Бинназ» (төр. Binnaz; шағир Юсуф Зыя Ортач поэмаһы буйынса) фильмдарын төшөргән. Режиссёр Шади Карагөзоғлу (төр. Şadi Fikret Karagözoğlu) төрөк кинематографына беренсе комик персонажды индерә, ул 1921 йылда өс сериялы "Биржан әфәнде" (төр. Bican Efendi) тигән фильм тәҡдим итә[8]. 1919 йылда бер туған К. Седен менән Ш. Седен Истанбулда фильмдар күрһәтеү фирмаһын аса, 1922 йылда фирма «Кәмал-фильм» киностудияһы итеп үҙгәртелә[8].

1923 йылда Төркиә Республикаһы иғлан ителгәндән һуң, төрөк кинопроизводствоһы 1941 йылға тиклем бер туған Ипекчиҙар монополияһы аҫтында ҡала, 1939 йылға тиклем бөтә Төркиәлә Мөхсин Әртуғрул берҙән-бер режиссёр була һәм популяр пьесалар, оперетталар һәм романдар буйынса 30 фильм төшөрә. Уның эштәре араһында айырыуса әһәмиәтлеләре: Халидә Адывар әҫәре буйынса эшләнгән «Утлы күлдәк» (1923) — милли азатлыҡ көрәше тураһында фильм, унда Төркиәнең тәүге ҡатын-ҡыҙ актёрҙары Бедиа Муваххит һәм Нәййире Нәйир төшә; «Милләт уяна» (төр. Bir Millet Uyanıyor) — бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тураһындағы фильм; «Һаҙлыҡтағы дамба ҡыҙы Айсәл» (төр. Bataklı Damın Kızı Aysel), яҙыусы Александр Грин хикәйәләре буйынса[9] төшөрөлгән был фильмда актёр Жаһиҙә Сонку (төр. Cahide Sonku) йондоҙо ҡабына.

1920-се йылдарҙа төрөк киноһының производство базаһы ярым кустар хәлдә була. Ҡорамалдар бик ябай, кино төшөргәндә яһалма яҡтылыҡ ҡулланылмай тиерлек. Бер йыл эсендә ике-өс документаль таҫма, бер ярым-ике йылға бер уйынлы фильм төшөрөлә. Әммә киноның популярлығы артҡас, эшҡыуарҙар күпләп кинотеатрҙар төҙөй башлай. Башлыса, Истанбулда, Измирҙә, Анкарала, Бурсала, Зонгулдакта төҙөлөш дәррәү бара. Айырыуса Истанбулда кинотеатрҙар һаны арта — 20-се йылдар аҙағына 20 кинотеатр эшләй.

Кинотеатрҙар һаны артыу һөҙөмтәһендә Мәжлес 1930 йылда тармаҡҡа ҡағылышлы закондар сығара: береһе муниципалитеттарға киноҡоролмалар селтәрен киңәйтеү бурысын йөкмәтә; икенсеһе балаларға көндөҙгө киносеанстарға йөрөүҙе рөхсәт итә. Әммә ауылдарға кино барып етә алмай әле[4].

Тәүге тауышлы фильм 1931 йылда сыға, ул «Истанбул урамдарында» (төр. Istanbul Sokaklarinda) тип атала[10]. 1934 йылда совет режиссёрҙары Төркиәлә документаль фильмдар төшөрә: «Анкара — Төркиәнең йөрәге», режиссёры — С.И.;Юткевич, «Төркиә күтәрелеш кисерә», режиссёры — Э.И.Шуб; был фильмдар өҫтөндә эшләгәндә төрөк кино эшмәкәрҙәре ҡатнаша[8][9].

Ҡырҡынсы йылдарҙа режиссёр һәм продюсер Турғут Демирағ Көньяҡ Калифорния Университетының кино факультетын тамамлап ҡайта һәм «And Film» кинокомпанияһын, бер йылдан, Америкалағы кеүек, Кино етештереүселәр гильдияһын (төр. Yerli Film Yapanlar Cemiyeti) ойоштора. Студиялар һәм производстволар күбәйеү һөҙөмтәһендә 1948 йылда дәүләт төрөк фильмдарын эшләүгә һалымды 25 процентҡа тиклем кәметә (сит ил фильмдарына һалым 70 процент көйө ҡала)[10].

1953 йылда Турғут Демирағ «Дракула Истанбулда» (төр. Drakula Istanbul’da) тигән беренсе ҡурҡытҡыс кино төшөрә. Брэм Стокер романы темалары буйынса эшләнгән бындай ҡурҡытҡыс кинолар эксплуатацияланыусы киноға ҡарай һәм әле булһа кинохит һанала[10].

Илленсе йылдарҙа төрөк кино индустрияһы сәскә атыу кисерә, 1952 йылда 47 фильм сығарыла — был элгәрге йылдарҙа төшөрөлгәндәрҙең бөтәһен бергә ҡушҡандан да күберәк[2]

«Ешилчам» дәүере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ешилчам», йәғни Yeşilçam (Йәшел Ҡарағай), атамаһы Истамбулдың Бейоғлу районындағы Ешилчам урамының атамаһынан алына. Был урамда күп актёрҙар, рәссамдар, режиссёрҙар йәшәй, ә Yeşilçam маркаһы бер аҙҙан шул осорҙоң «төрөк Голливуды» итеп ҡарала башлай.

1965—1975 йылдар төрөк киноһының алтын быуаты тип һанала. 1971 йылда Төркиә фильмдар һаны буйынса донъяла өсөнсө урынды биләй (301 фильм)[3][11]. Был дәүерҙең башланыуы режиссёр Өмәр Лүтфи Акад исеменә һәм уның «Фәхишәнең үлеме» (1949), «Закон хаҡына» (1952) кеүек фильмдарына бәйле, ул режиссурала, стилистиканы еткереүҙә һәм ҡороуҙа яңы офоҡтар яулай. Метин Эрксан, Атыф Йылмаз һәм Осман Седен уның өлгөһөнә эйәрә. Мәмдүх Унды типик режиссёр тип билдәләргә була, ул арзан мелодрамаларҙан башлай, әммә «Өс дуҫ» (1958) тигән фильмында кинематографияла яңы кимәлгә күтәрелә. Осман Седен төрөк киноһына эротизм һәм көс ҡулланыу алып килә. Уның билдәле фильмдары — «Дошман юлдарҙы киҫә» (1959) һәм «Намыҫ хаҡына» (1960)[12].

Бәләкәй бюджетлы мелодрамалар һәм боевиктарҙы популяр жанрҙарға индереп була. Мелодрама-арабескаларҙа Мөслүм Гүрсес, Ибраһим Татлысес һәм Орхан Гәнжәбай кеүек йырсылар башҡарыуында халыҡ музыкаһы яңғырай.

«Ешилчам»ға бәйле танылған төрөк актёрҙары — Айхан Ышик, Белгин Дорук, Ҡадир Инаныр, Түркан Шорай, Кәмал Сунал, Шенер Шен һәм Филиз Аҡын. Ул дәүерҙең иң билдәле фильмдары — «Йөрөмтәл» («Sürtük», 1965), «Ҡара күҙем» («Karagözlum», 1967), «Һөйөү алиһәһе» («Aşk Mabudesi», 1969) һәм «Ҡалалағы ят кеше» («Şehirdeki Yabancı», 1962)[2].

60-сы йылдарҙа төрөк йәмғиәте 1960 йылғы хәрби түңкәрелешкә бәйле тамырҙан үҙгәреш кисерә. Төрөк кинематографы яңы үҫеш юлдары һайлай, уға яңы француз тулҡыны, итальян неореализмы һәм социалистик реализм йоғонто яһай[10][12]. Ул замандың иң билдәле режиссёры — Йылмаз Гүней, ул «Өмөт» (Umut, 1970) тигән шедеврҙы ҡуя. Режиссёр Метин Эрксандың «Ҡоролоҡло йәй» (1964, Susuz Yaz) тигән сәйәси киноһы һәм «Төндәрҙән һуң» (1960, Gecelerin Otesi) тигән неореалистик драмаһы 60-сы йылдар кинематографының идея нигеҙен тәшкил итә.

1964 йылда Анталияла "Алтын әфлисун" тигән беренсе милли кинофестиваль (төр. Antalya Altin Portakal Film Festival) асыла.

Хәҙерге кино[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видео һәм телевидение үҫеше, шулай уҡ Төркиәнең 1974 йылда Кипрға баҫып ингәне өсөн Американың төрөк баҙарына бойкот иғлан итеүе «Ешилчам» осороноң тамамланыуына,[3] хатта илдәге кинотеатрҙарҙың яртыһының ябылыуы килтерә[12]. Нигеҙҙә социаль йүнәлешле, «арабеска» һәм сексуаль комедиялар төшөрөлә[11].

1980 йылғы хәрби түңкәрелештән һәм иҡтисадта хаос башланғандан һуң цензура индерелә, фильмдар сығарыу кәмеп, йылына 20-нән артмай. Йылмаз Гүней төрмәлә ята һәм «Көтөү» фильмының сценарийын яҙа. Дүрт йылдан уның «Юл» тигән фильмы Канн кинофестивалендә «Алтын пальма ботағы» призын яулай[13].

Гүнейҙең эйәрсәне режиссёр Зәки Октен уның сценарийы буйынса кино төшөрөп кенә ҡалмай («Көтөү» (1979), «Дошман» (1980)), төрөк кинематографына психологизм, эпик хикәйәләү, деталдәр тәрәнлеген һәм ирония ла индерә. Автор киноһын йәнә режиссёр Эрдин Керәл дә байыта, ул «Хаккариҙа бер миҙгел» (Hakkâri’de Bir Mevsim, 1983)[14] тигән киноһы менән Берлин халыҡ-ара кинофестивалендә икенсе призды яулай.

1982 йылда Истанбулда халыҡ-ара кинофестиваль асыла.

80-се йылдар «ҡатын-ҡыҙ киноһы осоро» тип һүрәтләнә. Был йылдарҙа йәмғиәттең сигенә еткән һәм төрөк йәмғиәте тарафынан ҡабул ителмәгән героиняларға (фәхишәләр) иғтибар арта[15].

1996 йылда киноға ысын популярлыҡ килә, ҡараған тамашасылар һаны буйынса «Eşkiya» (2,5 миллион) рекорд ҡуя. Кино етештереү яңы мең йыллыҡта ла йылдам үҫә, «Kahpe Bizans» (2000) комедияһы 2 миллион тамашасы йыя. Ә «Vizontele» (2001) фильмын 3 миллион һәм «Recep İvedik» (2008) картинаһын 4,3 миллион тамашасы ҡарай.

Яңы төрөк автор киноһының иң яҡшы режиссёрҙары тип Нури Билге Жәйлан, Зәки Демиркубуз, Реха Эрдем, Семих Капланоғлу, Йешим Остаоғлу һәм Джем Йылмаз һанала[2].

Хәҙерге замандың иң яҡшы блокбастеры тип «Бүреләр үҙәне: Ираҡ» (Kurtlar Vadisi: Irak, 2007) һанала, ул 4 миллион тамашасы йәлеп итә. Теологик киноларға ҡараған «Тәҡүә» (Takva, 2006) һәм «Әҙәмдең поездары» (Adem’in Trenleri, 2007), дингә тоғролоҡто һынауға арналған. Был темаға тағы «Сөңгөл» (Girdap, 2008) тигән фильм киң билдәлелек алған[2]

Шулай уҡ «Күркәм быуат» тигән сағыу тарихи сериалды телгә алмай булмай.

2014 йылда Нури Билге Жәйландың «Ҡышҡы йоҡо» тигән фильмы 67-се Канн кинофестиваленең «Алтын пальма ботағы»н яулай[16].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Turkey in the First World War — The Birth of Turkish Cinema 2019 йыл 3 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 [STARTING UP IN TURKEY] A short history of Turkish cinema. Дата обращения: 23 июль 2011. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2012 года. 2012 йыл 25 декабрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Il était une fois le cinéma — La passion du cinema 2015 йыл 15 июнь архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 Турецкое кино. Глава первая НЕМОЕ КИНО — Знакомство с кинематографом 2013 йыл 26 ғинуар архивланған.
  5. Dilek Kaya Mutlu. The Russian Monument at Ayastefanos (San Stefano): Between Defeat andRevenge, Remembering and Forgetting
  6. Turkish cinema to celebrate 99th year Hurriyet, 11 ноября 2013.
  7. ТУРЕЦКОЕ КИНО — История и культура Турции — Каталог статей — Солнечная Турция
  8. 8,0 8,1 8,2 Издательское дело, пресса, кино// turkey-info.ru 2011 йыл 29 декабрь архивланған.
  9. 9,0 9,1 Турецкое кино. Глава вторая ВТОРЖЕНИЕ ЗВУКА(недоступная ссылка)
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 The Evolution of Turkish Cinema //unfilmde.wordpress.com(недоступная ссылка)
  11. 11,0 11,1 TRT.World — L’Histoire du cinéma turc
  12. 12,0 12,1 12,2 The Oxford History of World Cinema. стр. 657
  13. Panorama du cinéma turc// V.O. Le blog de la Revue 2008 йыл 12 ноябрь архивланған.
  14. The Oxford history of World Cinema. стр. 660
  15. The Oxford history of World Cinema. стр. 661
  16. 2014 Official Selection. Cannes. Дата обращения: 14 май 2014.