Төркмәндәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Төркмән битенән йүнәлтелде)
Төркмәндәр
төркм. Türkmenler
Туған тел Төркмән теле
Дәүләт  Төркмәнстан
Хеҙмәттәре тупланмаһы Виктория милли галереяһы[d]
Тасуирлау биттәре mar.umd.edu/assessment.a…
mar.umd.edu/assessment.a…
 Төркмәндәр Викимилектә
Төркмән Пальван-йомуд
Төркмәндәр (Фото С. М.Прокудин-Горский)

Төркмәндәр (төркм. Türkmenler) — бөгөн төркмән тип аталған халыҡ боронғо уғыҙ сығышлы, төрки телле, башлыса Төркмәнстанда, тарихи рәүештә Афғанстанда һәм Ирандың төньяҡ-көнсығышында йәшәй. Диндәре — сөнни мосолман. Дөйөм һаны — 8 миллиондан ашыуыраҡ[1]. Төп ерле халҡы Төркмәнстанда йәшәй (5 миллион самаһы). Төркөмәндәрҙең байтаҡ өлөшө Иранда, Афғанстанда һәм Рәсәйҙә йәшәй (Төньяҡ Кавказ). Иран төркмәндәре — этностың ҙур ирридентаһы — 2 миллион самаһы кеше (Ирандың рәсми статистикаһында 400 меңләп төркмән). Афған төркмәндәре шулай уҡ ярайһы күп һанлы. Дөйөм һаны — 8 миллион самаһы кеше[2].

Этногенез[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмәндәрҙең этногенезында иң элекке нигеҙҙе урындағы, дала саҡ-массагет һәм сармат-алан ырыуҙары, шулай уҡ боронғо Маргиана, Парфия һәм Хәрәзм халҡы тәшкил итә. 1-се мең йыллыҡ уртаһында Каспий далаларында тәүге төркмәндәр күренә башлай, IX—XI быуаттарҙа — уғыҙҙар (сәлжүктәр) төркмән этногенезы нығыныуҙа төп ролде уйнай. Төркмән милләте формалашыу XV быуатҡа тамамлана, ул ваҡытта монгол яуҙарынан һуң яңы ырыу берләшмәләренә уғыҙ булмаған төркиҙәр, айырып әйткәндә, ҡыпсаҡтар килеп инә[3].

Төркмән тигән үҙатама VIII быуатта Муг (төньяҡ Тажикстан) тауында табылған согди документтарында теркәлгән.

Төркмән этногенезында иң боронғо ҡатламды күсмән һәм ярымкүсмән ырыуҙар (дах, массагет, һуңғы осор эфталиттар һәм сармат-алан) тәшкил итә, улар бөгөнгө Төркмәнстан ерҙәрендә йәшәгән. Шулай уҡ Көнбайыш Хәрәзмдә, урта Амударья һәм төньяҡ Хорасандың ултыраҡ халҡы ла ингән. Был халыҡтар, бигерәк тә күсмәндәре, IV—VI быуаттарҙан төркиләшә башлай.

Уғыҙҙар IX—XII быуаттарҙа Төркмәнстанға күпләп килеп тулып төркмән этногенезына көслө йоғонто яһай. Уғыҙҙар урынағы халыҡ менән ҡатнашып бөтә һәм ошонда йәшәп ҡала. Төркмән теле формалаша башлай[4].

Йәмғиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында — начале XXбыуат башында нәшер ителгән «Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» билдәләүенсә, төркмәндәр «теле буйынса османлы төрөктәргә һәм әзербайжанға яҡын»[5]

Тарихи шөғөлдәрҙән — дан тотҡан төркмән келәме, игенселек, йәйләүгә сығып мал көтөү, кейеҙ баҫыу, ебәк туҡыу. Төркмәндәр йылҡысылыҡ менән дан тота, бигерәк тә ахалтекин бәйге аттары киң билдәле.

Ырыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа Урта Азия халыҡтары кеүек үк, төркмәндәр ырыу, ара буйынса бүленеүҙе һаҡлап килгән. Иң эре төркмән ырыуҙары — эрсар, йомуд, языр, алили, салыр, човдур, гоклен һәм тәкә.

Йәшәгән урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмәндәр Иранда, Афғанстанда, Рәсәйҙә йәшәй.

Рәсәйҙә 2002 йылда алынған халыҡ иҫәбендә 33 мең тҡркмән күрһәтелгән.

Тарихи рәүештә төркмән ырыуҙары Ставропольского крайында һәм Әстрхан өлкәһендә йәшәй.

РФ субъекты 2002 йылда,
тыс. чел. (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.)
Ставрополь крайы 13,9
Мәскәү 2,2
Әстрхан өлкәһе 1,3
Төркмәндәр 1000 кешенән артыҡ йәшәгән суьъекттар күрһәтелгән

Этнографическ төркөмдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән этносында бер нисә этнографик төркөм барлыҡҡа килгән[6]:

  • алили
  • арабачи
  • астраханские төркмәны
  • баяты
  • гоклены
  • ермели
  • йомуды
  • машрыки (машрыклар)
  • карадашлы (языры)
  • кыркыны
  • махтумы
  • мукры
  • мурчали
  • нохурли (нухур)
  • нуратинские төркмәны
  • овляды[7]:
    • ходжа
    • шихи (шейхи)
    • сейиды
    • магтымы
    • мюджевюры
    • ата
  • огурджали
  • оламы
  • сакары
  • салоры (салыры)
  • сарыки
  • саяты
  • ставропольские төркмәны (трухмены)
  • текинцы (теке)
  • хасари
  • хатаб
  • човдуры (чаудор)
  • эмрели
  • эрсари
  • эски

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Turkic Peoples
  2. Turkic Peoples
  3. [ төркмәны] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. төркмәны (Төркмәнстан, Иран, Афганистан, Ираҡ, Турция, Узбекистан, Россия) — Etnolog.ru
  5. Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона/төркмәны — Викитека. ru.wikisource.org. Дата обращения: 5 ноябрь 2017.
  6. Российский этнографический музей. Глоссарий. төркмәны 2007 йыл 6 май архивланған.
  7. Сергей Демидов төркмәнские овляды и пророк Мухаммед.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]