Төфәйлова Зәкиә Төфәил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төфәйлова Зәкиә Төфаил ҡыҙы (Шәйхетдинова; 29 ғинуар 1907 йыл — 11 ғинуар 1977 йыл) — хәҙерге Башҡортостанда тыуып, Татарстанда йәшәгән яҙыусы, балалар шағиры. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәкиә Төфаил (Туфаил[1]) ҡыҙы Төфәйлова 1907 йылдың 29 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Илмырҙа ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

1930 йылда Свердловск (1991 йылдан Екатеринбург) ҡалаһында педагогия техникумын тамамлай. Уралда, Ленинград, Ҡазан ҡалаларында эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә, һөнәрселек училищеларында уҡытыусы һәм тәрбиәсе булып эшләй. Китапханасылар курсын тамамлап, Ҡазанда республика китапханаһында эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе шиғырҙары 1920-се йылдарҙа Өфөлә «Игенселәр атнасы» тигән гәзиттә донъя күрһә дә, әүҙем ижады башланыуы 1950-се йылдарға тура килә. Иң бәләкәй йәштәге балаларға арналған шиғырҙар ижад итә. Кескәйҙәр өсөн яҙған шиғыр һәм табышмаҡтары, тел көрмәлдергестәр ябайлығы, өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып тора, ҡыҫҡалығы, ҡыҫҡалыҡта оҫталығы менән иҫтә ҡала. Әҫәрҙәр юмор ҡатыш йор тел менән яҙылған һәм художестволы дөйөмләштереү көсөнә эйә[2].

1954—1977 йылдар араһында 11 китабы баҫылып сыға. Ҡайһы бер шиғырҙарына татар композиторҙары йыр яҙған (мәҫәлән, «Ленин оноҡтары», Әнүәр Бакиров музыкаһы)<ref>Әнвәр Бакиров, Зәкия Туфайлова. «Ленин оныклары»

1977 йылдың 11 ғинуарында Ҡазанда вафат була.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:З.Т. Туфайлова 1.jpg
«Әсә» һүҙе" китабы. Т.: ТКН, 2019
  • Уйла, тап (табышмактар). К.: ТКН, 1954.
  • Тапкыр бул! (табышмактар). — К.: ТКН, 1958.
  • Табышмаклар. — К.: ТКН, 1962.
  • Зәңгәр кикрикле әтәч (мәктәпкәсә йәштәге балаларға). — К.: ТКН, 1963.
  • Менә ич мин (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1964.
  • Мин яңа сүз өйрәндем (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1966.
  • Фамилиясез Локман (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1967.
  • «Әни» сүзе (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1968, 2019.
  • Нәни капитаннар (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1970.
  • Көмеш яңгыр (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1973.
  • Без — Ленин оныклары (шиғырҙар). — К.: ТКН, 1977.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Татар энциклопедиясенең шәхесләр исемлеге. Казан: ТР ФА Татар энциклопедиясе институты, 1997 ел, 237нче бит
  2. Зәкия Туфайлова. 2020 йыл 30 июль архивланған. Әдипләр (Әхмәт Дусайлының шәхси порталы)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әдипләребез: биобиблиографик белешмәлек. 2 томда (төзүчеләре Р. Н. Даутов һәм Р. Ф. Рахмани). Казан: Татарстан китап нәшрияте, 2009.
  • 2016—2017 уку елына Гаилә һәм мәктәп календаре. К.: «Мәгариф» журналы редакциясе, 2016, 153нче бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]