Төхвәтуллин Ришат Айрат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төхвәтуллин Ришат Айрат улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 март 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы тенор[d]

Төхвәтуллин Ришат Айрат улы (3 март 1989 йыл) — эстрада йырсыһы (лирик тенор). Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ришат Айрат улы Төхвәтуллин 1989 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында донъяға килгән. Атаһы Айрат Сөләймән улы Төхвәтуллин механизатор; ә әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы клуб мөдире; ағаһы Ренат (1986 йылда тыуған), һеңлеһе Айгөл (1997 йылда тыуған).

Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының хор бүлеген (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Зәкир ҡыҙы Мусина) тамамлай.

2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау факультетын (профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова класы буйынса) тамамлай.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының 4-се курсында уҡығанда Нефтекамала үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсында 2-се урынды яулай. 2008 йылда «Гәлсәр hандуғас» конкурсында ҡатнашып, «Гармун моңо» йыры менән «Өмөт» номинацияһында еңеү яулай. 4-се курстан концерттар менән сығыш яһай башлай. 2011 йылда «Татар моңо» фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» һәм татар халыҡ йыры «Әллүки»не башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ була. Рәшит Ваһапов исемендәге фестиваль лауреаты була. Рәшит Ваһапов фонды директоры Рифат Фәттәхов йырсының беренсе гастролдәрен ойоштора. Үҙенең ижади төркөмө менән Рәсәй Федерацияһының төрлө республикаларында һәм өлкәләрендә йылына 130 концерт ҡуя[1].

Альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2016 — «Гомеремнең бер елы»[2]
  • 2017 — «Мин бәхетле»

Башҡарған йырҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тыңласы, һандуғас
  • Ҡарамалы-Ғөбәй
  • Һинән башҡа
  • Һиңә ҡәҙәр
  • Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам
  • Мөхәббәтем
  • Ҡоштар кеүек
  • Ауыл көйө
  • Туй теләктәре
  • Ярат ысын йөрәгеңдән
  • Бөгөн ярат мине
  • Турғай
  • Күңелдә торналар тауышы
  • Абыйыма
  • Керәйем әле урмандарға
  • Ҡаҙаҡ ҡыҙы
  • Аҡҡоштар мөхәббәте
  • Ысын-ысын әйтәмен
  • Ағым һыуы
  • Әти-әнине ҙурлап
  • Йәмле йәй
  • Сыйырсығым
  • Мин илайым
  • Күҙҙәреңә ҡарайым
  • Яңғыҙ ағас
  • Һин бит минем
  • Иң ҡәҙерле кешеләрем
  • Ғүмер буйы көттөм шул һөйөүҙе һ. б.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Болгар радиоһы"ның музыкаль премияһы
  • «Гәлсәр hандуғас» йыр бәйгеһе — «Өмөт» номинацияһында еңеүсе («Гармун моңо» йыры менән)
  • 2008 — башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсы — 2-се урын
  • 2011 — «Татар моңо» йыр бәйгеһе — 3-сө урын
  • Р. Ваһапов исемендәге халыҡ-ара «Татар йыры» фестивале — I дәрәжә лауреат
  • 2014 — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Тыңласы, һандуғас» йыры менән)
  • 2015 — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы — еңеүсе («Күҙҙәреңде» йыры менән)
  • 2015 — «Иҙел» халыҡ-ара телевизион йыр бәйге-фестивале — «Тамашасы һөйөүе» бүләге
  • 2018 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[4].
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)[5](рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 март 2020)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]